Эстәлеккә күсергә

Никколо Макиавелли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Никколо Макиавелли
Niccolò Machiavelli
Тыуған көнө

3 май 1469({{padleft:1469|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Флоренция

Вафат булған көнө

21 июнь 1527({{padleft:1527|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (58 йәш)

Вафат булған урыны

Флоренция

Ил

 Флоренция республикаһы[d]

Тормош иптәше

Мариетта ди Луиджи Корсини

Автограф

 Никколо Макиавелли Викимилектә

Никколо́ Макиаве́лли (Макьявелли, итал. Niccolò di Bernardo dei Machiavelli; 3 май 1469 йыл, Флоренция — 21 июнь 1527 йыл, шунда) — итальян фекер эйәһе, философы, яҙыусы, сәйәси эшмәкәре — Флоренция хөкүмәтенең Икенсе канцелярия секретары, республиканың дипломатик бәйләнештәре өсөн яуаплы булған, хәрби-теоретик хеҙмәттәр авторы. Көслө дәүләт власы яҡлы булған. «Хаким»(«Государь») тигән китабында көслө дәүләт власын булдырыу өсөн теләһә ниндәй саралар ҡулланырға ла ярай тигән фекерҙе яҙып ҡалдыра (1532), был китап бик күп тапҡыр нәшер ителә, уны төрлөсә баһалайҙар.

Никколо Флоренциянан (Италия) алыҫ булмаған Сан-Кашано тигән ауылда 1469 йылда адвокат Бернардо ди Никколо Макиавелли (1426—1500) һәм Бартоломмея ди Стефано Нели (1441—1496) ғаиләһендә тыуған. Уның ике апаһы — Примавера (1465), Маргарита (1468) һәм ҡустыһы Тотто (1475) була[1]. Яҡшы белемгә эйә була, латин һәм итальян классикаһын һәйбәт белә. Тит Ливий, Иосиф Флавий, Цицерон, Амвросий Феодосий Макробий кеүек аҡыл эйәләренең хеҙмәттәре менән таныш була. Макиавелли боронғо грек телен белмәй, ләкин Фукидид, Полибий, Плутарх хеҙмәттәрен латин телендә уҡый, уларҙан үҙенә тарихи трактаттар яҙыу өсөн илһам ала[2].

Йәш сағында уҡ сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына башлай.

Никколо Макиавелли. Рәссам Санти ди Тито

Никколо Макиавелли тормошонда ике осор булған: беренсе осорҙа ул башлыса дәүләт эштәре менән шөғөлләнә. 1512 йылда икенсе осор башлана- Макиавелли әүҙем сәйәсәттә ҡатнашыуҙан ситләтелә һәм ул үҙенә дан килтергән хеҙмәттәр яҙыу менән шөғөлләнә.

Никколо́ Макиаве́лли, Флоренциялағы Уффици галереяһы алдындағы статуя
Тышҡы һүрәттәр
Площадь Синьории
Флорентийский собор

Макиавелли бик ҡыҙыҡлы, ләкин хәүефле заманала йәшәгән, был осорҙа Рим папаһы бик ҡеүәтле була, ә Италияның бай дәүләт-ҡалалары сит дәүләттәр ― Франция, Испания йәки Изге Рим империяһы ҡулына эләгә. Был бик ышанысһыҙ союздаштар, үҙ хакимдарын тиҙ ташлап ҡалдыра торған ялланған армиялар, бер нисә көн эсендә алмашына торған власть осоро була . Был бер-бер артлы булып торған тәртипһеҙ сыуалыштар араһында 1527 йылда Римдың ҡолауы иң әһәмиәтле ваҡиға булғандыр. Генуя кеүек бай ҡалалар биш йөҙ йыл элек булғандағы кеүек үк герман армияһы тарафынан яндырыла.

1494 йылда француз короле Карл VIII Италияға баҫып инә, ноябрь айында Флоренцияға барып етә. Йәш Пьеро ди Лоренцо Медичи Флоренция Синьорияһының ризалығын алмай тороп, король менән солох төҙөй. Флоренция Францияға бер нисә ҡәлғәне бирергә, ҙур контрибуция түләргә тейеш була[3]. Шул сәбәпле уны Флоренция халҡы ҡаланан ҡыуа, ә өйө талана. Француз короле менән һөйләшергә барырға тейеш делегацияға монах Савонарола етәкселек итә. Совнарола етәкселегендә 1494 йылда Флоренция республикаһы яңынан тергеҙелә, «Ҙур совет» һәм «Һикһән кеше советы» булдырыла.

  • 1498 йылдың 28 майында Флоренцияла христиандарҙы төрлө сикләүҙәр, янауҙар менән ҡурҡытып йөҙәткән, Рим папаһы менән дошманлашҡан Савонароланы суд ҡарары менән язалап үлтергәс, Һикһән кеше советы Флоренция хөкүмәтенең икенсе канцелярияһы секретары вазифаһына Никколо Макиавеллиҙы һайлай; Ҙур Совет уны раҫлай[3].

Флоренция республикаһының Беренсе канцелярияһы сит ил эштәре менән шөғөлләнә, ә Икенсе канцелярия- эске эштәр һәм ҡала хәрби көстәре менән. Күп осраҡта был бүленеш тик шартлы ғына булып ҡала, күп ваҡытта кемдең уңышҡа ирешергә мөмкинлеге күберәк, шул көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итә.

  • 1498 йылда Никколо Унау комиссияһы секретары итеп һайлана (Died di Balia)[3], был орган хәрби конфликттар ваҡытында Флоренция исеменән сығыш яһай.

1499—1512 йылдарҙа хөкүмәт ҡушыуы буйынса Никколо Людовик XII (Франция),Фердинанд II (Испания), Рим папаһы һарайҙарында Флоренция исеменән дипломат эштәрен башҡара.

Италия ул саҡта бер нисә тиҫтә ваҡ дәүләттәрҙән тора, шуға өҫтәп, Франция менән Изге Рим империяһы (күп өлөшө Германия) араһында Неаполь короллеге өсөн һуғыш башлана. Флоренцияға көслө дәүләттәр араһында бик һаҡ сәйәсәт алып барырға тура килә. Пиза республикаһының баш күтәреүе сәбәпле Пиза ҡәлғәһен ҡамауҙа тотоу Флоренция хөкүмәте һәм уның армиялағы вәкиле Никколо Макиавеллиҙың бик күп көсөн һәм ваҡытын ала.

1501 йылдың 14 ғинуарында Макиавеллиға яңынан Флоренцияға ҡайтырға мөмкинлек тыуа[4]. Ул инде утыҙ өс йәшкә еткән йәмғиәттә юғары урын биләгән кеше булараҡ, бик боронғо һәм данлы нәҫелдән сыҡҡан Мариетта Корсиниға өйләнә.Корсини ғаиләһе Макиавеллиҙарға ҡарағанда юғарыраҡ баҫҡыста тора[3], ләкин ике яҡ өсөн дә ул бик файҙалы була: Корсиниҙар менән туғанлашыуы Никколоға йәмғиәт баҫҡысы буйлап юғарыраҡ үрләргә мөмкинлек бирһә, Мариеттаның ғаиләһе Макиавеллиҙың сәйәси бәйләнештәре менән файҙалана ала.

Никколо ҡатынына хөрмәт менән ҡарай, уларҙың биш балаһы була. Йылдар үткәс, был мөнәсәбәт мөхәббәт һәм ышанысҡа әйләнә. 1512 һәм 1523 йылдарҙа яҙылған васыятнамәһендә, ул саҡта ир кешеләрҙе тәғәйенләй торған булһалар ҙа, балаларының бағымсыһы (опекуны) итеп ҡатынын билдәләй[3].

Шуға ҡарамаҫтан, дипломат эштәре менән оҙаҡ ваҡыт ситтә йәшәгәндә Макиавеллиҙың башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән дә бәйләнешкә инеүе билдәле.

Чезаре Борджиа йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1502—1503 йылдарҙа Никколо Рим папаһы Александр VI улы герцог Чезаре Борджиа һарайында Флоренция вәкиле була. Борджиа ҡыйыу, аҡыл менән эш иткән, үҙ көсөнә ышанған, ҡаты ҡуллы, хатта аяуһыҙ ҙа хаким була. Ул төрлө юлдар менән үҙенең Үҙәк Италиялағы дәүләтенең сиктәрен киңәйтә.

1502 йылдың июнендә Борджиа ғәскәре Флоренция сиктәренә килеп етә. Флоренция республикаһы хөкүмәте һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн герцог янына делегация ебәрә, унда Унау секретары Никколо Макиавелли була[3].

Никколо Макиавеллиҙың ҡәбер ташы

Чезаре Борджиа янында үткән бер нисә ай Макиавеллиға « әхлаҡ ҡағиҙәләренән азат дәүләт менән идара итеү оҫталығы» идеяларын аңларға ярҙам итә. Улар һуңыраҡ Макиавеллиҙың «Хаким» («Государь») исемле трактатында тәфсирләнә. Ҡурҡыу белмәҫ, яҙмыш менән шаярырға яратҡан Чезаре Никколоны ныҡ ҡыҙыҡһындырған тип иҫәпләйҙәр.

Борджиа янында булғанда Макиавелли бик күп хәрби эштәр тураһында уйлана. Борджианың ялланған армияһы ҡот осҡос көс була, шулай ҙа Макиавелли Флоренцияның үҙ армияһын булдырыу тураһында яҙыштыра башлай[3].

Ватикандың сәйәси ҡомарын Папа өлкәһендә бойондороҡһоҙ кенәздәр етәкселек иткән коммуналар булыуы тыйып торған. Һуғыш алып барыу, сәйәси мәнфәғәттән сығып, кеше үлтереүҙәр юлы менән Чезаре менән Александр VI бер нисә йыл эсендә Умбрия, Эмилия, Романья өлкәләрен үҙ ҡулдарына төшөрә.

Папа Александр VI үлеме Чезаре Борджианы аҡсаһыҙ һәм сәйәси ресурстарһыҙ ҡалдыра.

1503 йылдың 24 октябрендә Макиавелли Яңы Рим папаһы Юлий II янына Флоренция дипломаты булараҡ ебәрелә. Яңы папаның төп дошмандары-Венеция менән Франция Флоренция өсөн дә һәр саҡ хәүеф сығанағы була.

Ополчение етәксеһе гонфалоньер Содерини өйөндә Макиавелли Флоренцияла дошман яғына сығырға һәр саҡ әҙер ялланған ғәскәр урынына үҙ граждандарынан торған ғәскәр булдырыу мәсьәләһен күтәрә[5]. Флоренцияла беренсе булып ҡала кешеләренән торған ғәскәр булдыра. Был 1494 йылда айырылған Пизаны кире Флоренция дәүләтенә ҡушырға мөмкинлек бирә.

1503—1506 йылдарҙа Макиавелли ҡала һаҡсылары хеҙмәте өсөн һәм ҡаланы һаҡлау өсөн яуаплы була.

Тышҡы һүрәттәр
Страница рукописи "Государь"
Письмо Паоло Веттори 10 октября 1513 года

Макиавелли Флоренция үҙ ғәскәрен булдырһа, ялланған һалдаттар һәм Франция ярҙамына өмөт итеп ятмаҫ ине тигән фекерҙе ҡала халҡына аңлатырға тырыша :

«Власть менә көс булһын өсөн берҙән-бер юл- ойошторолған ғәскәр менән идара иткән һәм уны тейешле тәртиптә тотҡан закон ҡабул итеү[3]». 1505 йылда Унау Макиавеллиға ғәскәр булдырыу эшен ҡуша. 15 февралдә ҡала урамдары буйлап ҡала флагы төҫтәрендәге аҡлы-ҡыҙыллы формалағы һалдаттар- пикинерҙар (« кирасаларҙа, пика һәм аркебуздар менән ҡоралланған»)[3]. Флоренцияның үҙ ғәскәре барлыҡҡа килә.

  • 1506 йылдың 6 декабрендә Флоренция ополчение эштәре буйынса Туғыҙау комиссияһы булдырыла (Nove ufficiali dell’ordinanza e milizia fiorentina), ул тыныс ваҡытта Флоренция армияһына етәкселек итергә тейеш була. Комиссияның секретары итеп Никколо Макиавелли тәғәйенләнә[3].

Макиавелли «ҡоралланған пәйғәмбәргә» әүерелә.

"…кешеләрҙең холҡо үҙгәреп тора, үҙ иманыңа уларҙы күндереү еңел булһа ла, тотоп тороу ауыр. Шуға ышанысын юғалтҡандарҙы көс ҡулланып ышандырырға мәжбүр итергә һәр әҙер булырға кәрәк ". Никколо Макиавелли. Хаким(Государь)

Макиавелли һуңыраҡ француз короле Людовик XII, император Максимилиан I Габсбург һарайында илсе була, ҡәлғәләр торошон тикшерә, Флоренция ғәскәрендә хатта кавалерия ла булдыра[6].

Медичи Флоренцияға кире ҡайта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1512 йылда папа Юлий II етәкселегендәге Изге лига француз ғәскәрҙәренең Италиянан китеүенә өлгәшә. Бынан һуң папа Францияның Италиялағы союздаштарына ҡаршы көрөш башлай. Флоренцияны Юлий II француздарға ҡаршы һуңғы алышта ғәскәр менән етәкселек иткән кардинал Джованни Медичиға бүләк итә. 1512 йылдың 1 сентябрендә Джованни Медичи (Лоренцо Медичиҙың икенсе улы) Флоренцияға инә. Республика бөтөрөлә,власть яңынан Медичи ғаиләһе ҡулына күсә.

Макиавелли үҙ вазифаһында ҡала, тик ул бер нисә хата аҙым яһай, мәҫәлән, Медичи ғаиләһенә мөлкәтен кире ҡайтарыуға ҡаршы сыға, уларға тик аҡсалата компенсация бирергә тәҡдим итә .

  • 7 ноябрҙә Синьория Никколо Макиавеллиҙы бөтә вазифаларынан бушата, уға Флоренция билмәләрен ҡалдырып китеү тыйыла, ҡуйылған талаптарҙы үтәү шарты итеп унан ҙур суммаға залог алалар[3].


Макиавелли хеҙмәттән ситләтелә, ул ғына етмәй 1513 йылда Медичиға ҡаршы аҫтыртын эш алып барыуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Уны ҡаты язалайҙар, аминистияға эләгеп кенә үлем язаһынан ҡотлоп сыға һәм Никколо Флоренциянан алыҫ булмаған Сант’Андреа-ин-Перкуссина тигән биләмәһенә китә. Бында ул сәйәси философия тарихында уға билдәлелек килтергән китаптар яҙа башлай .

Тышҡы һүрәттәр
обложка книги "История Флоренции". Издание 1595 года
Обложка книги "Мандрагора"

1520 йылдың ноябрендә уны Флоренцияға саҡырып алалар һәм тарих яҙыусы вазифаһына билдәләйҙәр. 1520—1525 йылдарҙа "Флоренция тарихы"н яҙа. Был эш биш йылға һуҙыла. Китап менән танышҡандан һуң папа Макиавеллиға 100 алтын флорин аҡса бүләк итә. Ҙур уңыш ҡаҙанған «Клиция», «Бельфагор», «Мандрагора» тигән пьесалар яҙа.

Яңы хакимдар Макиавеллиға ышанмай, шулай ҙа Габсбургтар яғынан хәүеф тыуғас, понтифик (папа) Макиавеллиға архитектор Педро Наварро менән Флоренция ҡәлғәләрен тикшереп сығырға ҡуша. Никколо хәрби эштәр буйынса белгес тип иҫәпләнә, ул хатта «Хәрби сәнғәт» тигән китап та яҙа.

  • 1526 йылдың 9 майында Йөҙәү Советы папа Климент VII ҡушыуы буйынса яңы орган- ҡәлғә стеналарын нығытыу буйынса Бишәү Коллегияһын булдыра, уның секретары итеп Никколо Макиавелли тәғәйенләнә.

Тик тағы ла Макиавеллиҙың өмөттәре аҡланмай. 1527 йылда Габсбургтарҙың күп милләтле армияһы Римде талай, папа башҡаса Флоренцияны буйһондороп тота алмай. Яңынан республика тергеҙелә, ләкин яңы дәүләткә Макиавеллиҙың кәрәге булмай.

Тышҡы һүрәттәр
Церковь Санта-Кроче
Кенотаф

Был ваҡиғалар Макиавеллиҙың һаулығын ҡаҡшата,1527 йылдың 2 июнендә Сан-Кашанола вафат була. Уның ҡәбере билдәһеҙ, ләкин уның хөрмәтенә Флоренциялағы Санта-Кроче сиркәүендә кенотаф ҡуйыла. Һәйкәлгә: Бер ниндәй ҙә эпитафия был исемдең бөйөклөгөн аңлатып бирә алмай",-тип яҙылған.

Флоренция республикаһы бары тик өс йыл йәшәп ҡала. 1529 йылдың октябрендә папа менән императорҙың ғәскәре ҡаланы ала . Макиавелли төҙөткән ҡәлғә стеналарында ул булдырған ҡала халҡынан торған ғәскәр был армияға ҡаршы йәнен аямай көрәшә.

«Хаким», 1532 йыл — Никколо Макиавеллиҙың иң билдәле һәм әһәмиәтле әҫәре

Дуҫтары һәм туғандары Макиавеллиҙың "Хаким"ын баҫтырып сығарыу өсөн аҡса йыя. 1532 йылда китап баҫыусы Антонио Бладо понтифик рөхсәте менән был китапты нәшер итә. Китапты шул уҡ йылда тағы баҫтырып сығаралар, сөнки уны халыҡ бик тиҙ алып бөтә[3].

Китапты әлбиттә, тәнҡитләүселәр ҙә була. Ул үҙенең авторын үлемһеҙ итә.Үҙе иҫән саҡта әле Макиавелли тәнҡитләүселәргә: «Мин хакимдарҙы тиран булырға,ә уларҙың ҡулы аҫтындағыларҙы — уларҙан ҡотолорға өйрәттем»,- тип яуап бирә.

Макиавелли проектын Флоренцияла 1530 йылда тормошҡа ашыралар, Флоренцияла армияла хеҙмәт итеүселәргә һалым, хоҡуҡи һәм сәйәси өҫтәнлөктәр бирәләр. Граждандар контроле системаһы хәстәрлегендә Флоренция ополчениеһы тағы 200 йыл йәшәй.[6]

Донъяға ҡараштары һәм идеялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Никколо Макиавеллиҙы күп осраҡта сәйәсәттә һәр саҡ көс ҡулланыу кәрәк, уның нигеҙендә һәр саҡ файҙа һәм көс ҡулланыу ғына ята тип уйлаған оятһыҙ ғына сәйәсмән итеп һүрәтләйҙәр. Йәнәһе, Макиавелли изге маҡсатҡа ирешер өсөн әхлаҡ ҡағиҙәләрен үтәмәһәң дә була тип иҫәпләгән. Ләкин был улай түгел. Макиавелли хакимгә иң файҙалыһы- халыҡҡа таяныу, шуға күрә ул халыҡтың иркен хөрмәт итергә һәм уның мул тормошта йәшәүен ҡайғыртырға тейеш ти.

Уның фекеренсә, тик дошмандарҙы ғына алдарға ярай, тик ҙур зыян килтерә торған фетнәселәргә ҡарата ғына аяуһыҙ булырға кәрәк.

Никколо Макиавелли

«Хаким» һәм «Тит Ливийҙың беренсе декадаһы тураһында фекерҙәр»ҙә Макиавелли дәүләт ул — йәмғиәттең сәйәси торошо: хаким итеүселәр һәм улар ҡулы аҫтындағылар, тейешенсә ҡоролған, ойошторолған сәйәси власть, ойошмалар булыуы һәм закондар ти.

Макиавелли сәйәсәтте үткәндәрҙе аңлатҡан, бөгөнгөгә етәкселек иткән һәм киләсәкте күҙаллаған «тәжрибә фәне» тип атай[7].

Макиавелли — Яңырыу осорондағы аҡыл эйәләренән иң беренсе булып хаким шәхесе роле тураһына мәсьәләне күтәрә. Ул осорҙағы феодаль тарҡаулыҡтан интеккән Италия шарттарында ,үҙ-ара бер туҡтауһыҙ ыҙғышҡан ваҡ хакимдар булғанға ҡарағанда, хатта намыҫһыҙ булһа ла, көслө хаким булыуы яҡшыраҡ тип яҙа. Шулай итеп, Макиавелли философия һәм тарихта беренсе булып сәйәси маҡсатҡа ярашлылыҡ менән әхлаҡ нормалары нисбәте мәсьәләһен күтәрә[8].

Ул дөйөм хәрби бурыс индереү тәҡдимен менән сыға— «Хәрби сәнғәт» тураһындағы трактатында Макиавелли хәрби хеҙмәткә саҡырылған дәүләт граждандарынан торған армия булдырырға тәҡдим итә. Бының кәрәклеген дәлилләп, бик күп тарихи миҫалдар килтерә.

Макиавелли плебсты , ҡаланың түбән ҡатлам халҡын һәм Ватикан сиркәү клирын яратмай. Уға бай һәм әүҙем ҡала халҡы оҡшай. Шәхестең сәйәси тәртибе тураһында ҡағиҙәләр өҫтөндә эшләгәндә ул боронғо Римде һәм христиан дине индерелгәнгә тиклем булған әхлаҡ нормаларын һәм закондарҙы идеал итеп күрә. Ул Тәүратты (Библия) үҙ файҙаһына,үҙ маҡсаттарына ярашлы ҡулланыусыларҙы тәнҡитләй: «Тап шундай тәрбиә һәм беҙҙең динде шул тиклем ялған аңлатыу арҡаһында донъяла борон булған хәтле республикалар ҡалмаған, һәм хәҙер халыҡта шул саҡтағы кеүек азатлыҡҡа һөйөү һиҙелмәүе бының эҙемтәһе булып тора»[9].

Макиавелли христиан дине «буйһоноу тураһында», күндәмлек тураһында тәғлимәт тип «тәфсирләүселәр» (аңлатыусылар) тарафынан дөрөҫ аңлатылмай. Был фекерҙәрен ул үҙ хеҙмәттәрендә асыҡтан-асыҡ белдерә:

"Антика дине изгеләр тип донъялыҡта дан ҡаҙанғандарҙы — республикаларҙың сардар һәм хакимдарын атай. Беҙҙең дин әүҙем түгел, ә күндәм һәм донъянан ваз кискәндәрҙе данлай. Ул иң юғары изге ғәмәл тип күндәмлекте, үҙ-үҙеңде түбәнһетеү һәм бәндәләрҙең эштәренә ерәнеп ҡарауҙы ололай; антика дине иһә иң юғары изге ғәмәл тип рух юғарылығын, тән көсөн һәм кешеләргә ныҡлы көс биреүсе әйберҙәрҙе ололаған.

Беҙҙең дин беҙҙән көслө булыуыбыҙҙы талап иткән хәлдә быны тик түҙеп тороу өсөн генә талап итә, ә бер ҙә ҡыйыу эштәр эшләр өсөн түгел. Бындай йәшәү рәүеше, минеңсә, донъяны көсһөҙләндергән һәм уны ҡәбәхәттәр ҡулына тапшырған: улар унда ҡурҡмайынса ни теләһә, шуны эшләй, сөнки күреп торалар, бөтә кеше лә ожмахҡа инәбеҙ тип, туҡмалғанда түҙеп тороу тураһында уйлай, ә бының өсөн иҫәпләшеү тураһында түгел «. [10]». [11]

Макиавелли диндар кеше булған, тик христиандарҙың ҡыйыуыраҡ булыуын, күндәмлекте түгел, ә граждан булараҡ ҡыйыулыҡты ололауҙы теләгән . Бынан тыш, ул яҙмыштың бик күп һынауҙарын еңеү өсөн ирекле ихтыяр ҙа етә тип иҫәпләгән[3].

Макиавелли фекеренсә, донъя тарихында граждандарына иң күп ирек бирелгән республикалар иң оҙаҡ йәшәгән, граждандар үҙ яҙмыштарын үҙҙәре һайлай алған. Дәүләттең бойондороҡһоҙлоғо, ҡеүәте һәм бөйөклөгөн иң юғары идеал тип иҫәпләгән, уға төрлө юлдар менән барырға, хатта әхлаҡ һәм граждандар хоҡуҡтары тураһында уйлап тормаҫҡа ла ярай. Макиавелли «дәүләт мәнфәғәте» тигән терминды булдырған, уныңса әгәр «юғары дәүләт мәнфәғәттәре» талап итһә, дәүләттең был осраҡта закондарҙы ла боҙорға хоҡуғы бар. Хаким был саҡта дәүләттең уңыштарын һәм сәскә атыуын маҡсат итеп ҡуя, әхлаҡ һәм изгелек был осраҡта ситкә ҡуйыла. "Хаким"ды власты алыу, ҡулда тотоу һәм ҡулланыу буйынса бер политтехнологик күрһәтмә тиергә була.

  • Рационализм — метод, согласно которому основой познания и действия людей является разум.
  • Сәйәси имморализм: — 1)сәйәсәттә әхлаҡтан баш тартыу; 2)үҙе үлгәндән һуң макиавеллизм тип аталған, Макиавеллиҙың билдәле "Маҡсат сараларҙы аҡлай " «Цель оправдывает средства» формулаһы[12] (уны һуңыраҡ иезуиттар үҙҙәренә ҡулланма итә)
  • Метафизика[13][14][15]
  • Антропологик минимализм (антропоцентризмдан айырмалы) — кеше тәбиғәтенең көсһөҙ һәм камил булмауы)

Сәйәси технология

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Колониялар булдырыу (үҙ кешеләреңде) —төрөк солтаны ысулы
  • Дошман янында (илендә) булған оппозицияға таяныу — Грецияны баҫып алғанда Этолия (Үҙәк Грецияла) халҡына таянған римляндар ысулы
  • Рим императорҙарын әрәм иткән күрә алмау һәм кәмһетеүҙән баш тартыу. Күрә алмауҙы үҙең яҡлыларҙың мөлкәтенә һәм ҡатын-ҡыҙҙарына ҡул һуҙыу тыуҙыра. Ярлылыҡ, ҡыйыуһыҙлыҡ, ҡурҡаҡлыҡ, аумаҡайлыҡ ерәнеү тойғоһон тыуҙыра.
  • Халыҡҡа оҡшамаған эштәрҙе башҡаларға ҡушыу, ә халыҡҡа оҡшағандарын үҙең эшләү
  • Оҫта итеп дошмандар булдырыу
  • һәләтле кешеләрҙе йыйырға
  • Халыҡты тамашалар менән әүрәтергә
  • Халыҡ йыйындарында ҡатнашырға
  • Ризаһыҙлыҡты тәүәкәл һәм үҙ ваҡытында баҫтырырыға
    • Кем электән ирекле ҡаланы баҫып ала һәм уны аяй, уны ҡала аямай
    • «Бөтә ҡораллы пәйғәмбәрҙәр ҙә еңгән, ә ҡоралһыҙҙар еңелгән»
  • Власть факторҙары: үҙең яҡлылар, халыҡ, юғары ҡатлам, сит ил кешеләре
  • Хаким сифаттары — тотанаҡлылыҡ, һаҡлыҡ һәм рәхимлелек
  • Хакимдың изге сифаттары: рәхимлелек, тоғролоҡ, кешелеклелек, тура һүҙлелек һәм изгелек
  • Хаким эшләй алған хәтле яҡшылыҡ, эшләргә кәрәгенсә яуызлыҡ эшләргә тейеш
  • Даими талаптар ҡуйыу

Тәнҡит һәм тарихи әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Макиавеллиҙың тәүге тәнҡитсләре- Томмазо Кампанелла һәм Жан Боден. Боден Макиавеллиҙың дәүләт- цивилизацияның иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешенең иң юғары нөктәһе тигән фекере менән килешә.

Никколо Макиавелли

1546 йылда католик иркәүенең Тридент соборында Макиавеллиҙың "Хаким"ы шайтан ҡулы менән яҙылған тигән материал таратыла. 1559 йылдан уның бөтә хеҙмәттәре лә беренсе " Тыйылған китаптар индексы"на индерелә.

1740 йылда Пруссия короле Фридрих яҙған «Антимакиавелли»- Макиавелли хеҙмәтен инҡар итеүсе иң билдәле әҙәби әҫәр. Фридрих: Мин әле кешелекте уны юҡ итергә теләгән ғифриттән ҡотҡарырға ҡаршы сығырға тәүәкәлләнем; аҡыл һәм ғәҙеллек менән ҡоралланып, мин софистика менән енәйәткә ҡаршы сығам; мин Макиавеллиҙың "Хаким"ы тураһында фекерҙәремде яҙам —бер бүлек артынан икенсеһе, — ағыу эскәндән һуң кисектермәй уның тәьҫиренән ҡотолоу әмәлен эҙләргә кәрәк".

Макиавелли әҫәрҙәре Көнбайыш сәйәси философияһы үҫешенең яңы осоро башланыуы тураһында һөйләй: сәйәсәт мәсьәләләре тураһында уйлағанда дин һәм әхлаҡ нормаларынан сығып фекер йөрөтөргә ярамай. Был Аврелий Августин философияһының аҙағы еткәнде аңлата, Алла Ҡалаһы тураһында уйларға түгел, ә Кешелек Ҡалаһы тураһында уйларға кәрәк. Сәйәсәт айырым тикшеренеү объекты— дәүләт власы институтын булдырыу һәм нығытыу сәнғәте булараҡ нығына[16]. Ләкин ҡайһы бер тарихсылар Макиавеллиҙың был бәләкәй генә китабы деспотизмдан көлөү генә, Гаррет Мэттингли «Хаким» — дәүләт менән идара итеү буйынса етди фәнни трактат түгел ти[17].

Шулай ҙа Макиавеллиҙың хеҙмәттәре XVI—XVIII быуаттарҙа сыҡҡан иң әһәмиәтле китаптар араһына инә, улар Спиноза, Фрэнсис Бэкон, Дэвид Юм, Мишель Монтень, Рене Декарт, Монтескьё, Вольтер, Дидро, Гольбах, Боден, Мабли, Пьер Бейль һәм башҡаларға йоғонто яһай[18].

  • «Маҡсат сараларҙы аҡлай»[19] — Макиавелли һүҙҙәре тип йөрөтөлә,башҡа сығанаҡтарға ҡарағанда, был һүҙҙәр Томас Гоббс (1588—1679), йәки Игнатий де Лойоланыҡы булыуы бар[20].
  • Туҡмаһаң, үс алыуҙан ҡурҡмаҫлыҡ итергә кәрәк.
  • Яҡшы дуҫ булған кешенең дуҫтары ла яҡшы.
  • Әйҙә яҙмыш мине тапап ташлаһын — күрермен, уға оят булмаҫмы икән .
  • Һаҡ булыуға ҡарағанда ҡыйыу булыу яҡшыраҡ, сөнки яҙмыш ул- ҡатын-ҡыҙ
  • Еңеүсенең дуҫтары күп, тик еңелгәндең дуҫтары ғына ысын була.
  • Үҙең һөйләгәнде йәшер, башҡалар ни һөйләгәнде бел, шул саҡта һин ысын хаким булырһың.
  • Бөтәһе лә һинең ниндәй икәнеңде күрә, тик бик аҙҙар ғына һинең ниндәй икәнеңде тоя.
  • Шелтәләрлек хатаны үҙ мөмкинлектәрен иҫәпкә алмаған һәм бер нимәгә ҡарамай баҫып алыуҙарға ынтылған кеше яһай.
  • Хеҙмәттәре:
    • «Государь» (Il Principe);
    • «Рассуждения о первой декаде Тита Ливия» (Discorsi sopra la prima deca di Tito Livio) (первое издание — 1531);
    • Discorso sopra le cose di Pisa (1499);
    • «О том, как надлежит поступать с восставшими жителями Вальдикьяны» (Del modo di trattare i popoli della Valdichiana ribellati) (1502);
    • «Описание того, как избавился герцог Валентино от Вителлоццо Вителли, Оливеретто Да Фермо, синьора Паоло и герцога Гравина Орсини» (Del modo tenuto dal duca Valentino nell’ ammazzare Vitellozzo Vitelli, Oliverotto da Fermo, etc.)(1502);
    • Discorso sopra la provisione del danaro (1502);
    • Discorso sopra il riformare lo stato di Firenze (1520).
  • Диалогтар:
    • Della lingua (1514).
  • Лирика:
    • Поэма Decennale primo (1506);
    • Поэма Decennale secondo (1509);
    • Asino d’oro (1517), стихотворное переложение «Золотого осла».
  • Биографиялар:
    • «Жизнь Каструччо Кастракани из Лукки» (Vita di Castruccio Castracani da Lucca) (1520).
  • Башҡалар:
    • Ritratti delle cose dell’ Alemagna (1508—1512);
    • Ritratti delle cose di Francia (1510);
    • «О военном искусстве»(1519—1520);
    • Sommario delle cose della citta di Lucca (1520);
    • История Флоренции (1520—1525), многотомная история Флоренции;
    • Frammenti storici (1525).
  • Пьесалар:
    • Andria (1517) — перевод комедии Теренция;
    • La Mandragola, комедия (1518);
    • Clizia (1525), комедия в прозе.
  • Романдар:
    • Belfagor arcidiavolo (1515).
  1. Dal Villani, nella sua Cronica
  2. La sua trascrizione del De rerum natura è nel manoscritto Vaticano Rossiano 884
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 Никколо Каппони. Макиавелли. — М: Вече, 2012. — 352 с. — ISBN 978-5-4444-0556-7.
  4. Riccardo Bruscagli, «Niccolò Machiavelli» (1975)
  5. È un’ipotesi del Ridolfi, cit., p. 115
  6. 6,0 6,1 Спиридонов А.Г. Вооруженный пророк Возрождения // Таганрог : газета. — 2008. — № 12.
  7. Никколо Макиавелли (1469—1527), итальянский государственный деятель и мыслитель 2016 йыл 4 март архивланған.
  8. Гринин Л. Е. 2010. Личность в истории: эволюция взглядов. История и современность, № 2, с. 13-15 [1]
  9. Н. Макиавелли. Рассуждения о первой декаде Тита Ливия, книга 2. lib.ru.
  10. Государь. Искусство войны - страница 128. znate.ru. Дата обращения: 5 октябрь 2019. 2019 йыл 5 октябрь архивланған.
  11. Государь. Искусство войны - страница 128. znate.ru. Дата обращения: 5 октябрь 2019. 2019 йыл 5 октябрь архивланған.
  12. http://www.erudition.ru/referat/printref/id.36830_1.html 2020 йыл 2 февраль архивланған.
  13. http://magazines.russ.ru/vestnik/2001/2/mak.html
  14. Государь/Пер. с итальянского. — М.: Эксмо; СПб.: Мидгард. 2006 (Гиганты мысли)
  15. Государь: Сочинения исторические и политические. Сочинения художественные: Сборник/Н. Макиавелли; пер. с итал. Г. Муравьёвой, Н. Томашевского, Е. Солоновича и др. — М.: Эксмо, 2008
  16. История философии. Макиавелли.
  17. Каткарт Т., Клейн Д. Как-то раз Платон зашёл в бар: Понимание философии через шутки. — Москва: Альпина нон-фикшн, 2012. — С. 177. — 236 с. — ISBN 978-5-91671-150-9.
  18. Шульц Э.Э. Никколо Макиавелли и складывание основ теории социального протеста (русск) // Научные ведомости Белгородского государственного университета. Серия «История. Политология. Экономика. Информатика». — 2014. — В. 29. — № 1. — С. 198—201.
  19. Дон Иниго Лопес ди Оньяс де Рекардо Лойола (1491—1556) 2009 йыл 23 сентябрь архивланған.
  20. Кто сказал? Авторы «крылатых выражений» — «Ц»