Оло Инйәр
Оло Инйәр | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 165 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Кесе Инйәр |
· Координаталар | 54°01′48″ с. ш. 57°56′33″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Республикаһы |
Район | Белорет районы |
РДҺР | 10010200612111100019478 |
Оло Инйәр Викимилектә |
Оло Инйәр, Инйәр — Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы биләмәһенән аҡҡан йылға. Кесе Инйәр менән ҡушылып, улар Инйәр йылғаһы атамаһы менән дауам итә һәм Эҫем йылғаһына барып ҡоя. Энциклопедияларҙа Оло Инйәр Инйәр йылғаһының ҡушылдығы түгел, ә йылғаның башы тип һанала[1]
Оло Инйәр йылғаһы Көмәрҙәк һыртының көнсығыш битләүенән, Ямантауҙан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 13 — 15 км алыҫлыҡта баш ала. Йылға инешенең абсолют бейеклеге 840 м, тамағындағы бейеклек 90 м самаһында, уртаса ауышлығы 2,46 м/км. Йылғаның ағым тиҙлеге Кесе Инйәр килеп ҡойғансы һәм ҡойғас ике участкаға айырыла.
Йылғаның беренсе арауығы (участкаһы) тауҙарҙа тар ғына үҙән буйлап уҙа. Был өлөшөндә Оло Инйәр тулыһынса тау йылғалары сифатына тап килә, ныҡ ауышып һәм ҙур тиҙлек менән аға. Был арауығында йылға йырҙаһы киңлеге 20 — 40 м, ятыуҙарҙа тәрәнлеге 1 −1,3 метрҙан артыҡ түгел[2]
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрки һәм монгол телдәрендәге инйәр/ингәр, ангар тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр. Ангар — `тау араһы, тарлауыҡ, үҙән`[3]. Оло Инйәр атамаһы ҡушылдығы Кесе Инйәрҙән оҙонораҡ булыуы арҡаһында бирелгән.
Фоторәсемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Оло Инйәр йылғаһы
-
Оло Инйәр йылғаһы, Уҫманғәле ауылы, Башҡортостан — панорама
-
Оло Инйәр йылғаһы, Уҫманғәле, Башҡортостан — панорама
-
Оло Инйәр йылғаһы, үрге ағымы
Кесе Инйәргә тиклем ҡушылдыҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе бағана — атамалары; икенсе — ҡушылған яҡ; өсөнсө -км
Урмансы кордоны — — уң яҡтан — — 12
Ҡуянтау — уң яҡтан — 13
Ҡалпаҡ — уң яҡтан — 21
Ҡапҡалы — уң яҡтан — 30
Йыраҡташ — уң яҡтан — 37
Әрепҡол тарлауығы — уң яҡтан — 45
Көҙйылға — уң яҡтан — 46
Ғәҙелша тарлауығы — уң яҡтан — 50
Мәйгәшле — уң яҡтан — 51
Тимер юл күпере — 62
Кәртәле ауылы — һул яҡтан — 64
Юша- һул яҡтан — 67 мост
Тимер юл 69
Һүренйәк — һул яҡтан — 69
Кәртәле Запане ҡасабаһы — уң яҡтан — 71
Лапышты — уң яҡтан — 78
Һүрән — һул яҡтан — 87
Ҡоро Һүрән — һул яҡтан — 91
Ҡасҡанышты — һул яҡтан — 93
Минйәк — уң яҡтан — 97
Ҡалашты — һул яҡтан — 108
Ҡалашты утары — һул яҡтан — 108
Митәҙе — уң яҡтан — 110
Ҡуҫағаҙы — һул яҡтан — 110,5
Һарышты — һул яҡтан — 111
Көнгәк — уң яҡтан — 113
Ҡояш — һул яҡтан — 116
Ҡаҙмаш — һул яҡтан — 119
Ҡыҙылъяр — һул яҡтан — 125
Йәнбикә (йылға) — һул яҡтан — 128
Ямашты — уң яҡтан — 131
фр. Ямаштыһы — һул яҡтан — 132
Рәмәште — һул яҡтан — 135
Рәмәште тарлауығы — һул яҡтан — 135
Толомбай — һул яҡтан — 145
Менәйер — һул яҡтан — 153
күпер 156,5
Өшөрә — һул яҡтан — 156,5
Уҫманғәле ауылы — һул яҡтан — 157
Инйәр ҡасабаһы — уң яҡтан — 162
Кесе Инйәр — уң яҡтан — 165
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Рәшит Шәкүр|Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
- Аҫылғужа Баһуманов. Башҡортостан календары 2008 йылға.
- Гүзәл Ситдиҡова. Үҙ Ҡояшым, Үҙ Айым. «Егет юлда һыналыр» бүлеге — Өфө, 2002. −187-190 биттәр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Инйәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Инзер (река в Башкирской АССР) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ [3]
- ↑ (Русско-башкирский словарь водных объектов РБ / Составители: Хисаметдинова Ф. Г., Шакуров Р. З. — Уфа, 2005.).