Эстәлеккә күсергә

Рәимов Риф Мөхсин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Риф Рәимов битенән йүнәлтелде)
Рәимов Риф Мөхсин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Ҡуян, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 февраль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (48 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Введенское зыяраты[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты[d]
Уҡыу йорто Ғосмания мәҙрәсәһе
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Рәимов Риф Мөхсин улы (30 декабрь 1904 йыл — 15 февраль 1953 йыл) — Башҡортостандың дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге башҡорт совет тарихсыларының береһе, тарих фәндәре докторы (1950). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Риф Мөхсин улы Рәимов 1904 йылдың 30 декабрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Ҡуян ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала, 1915—1918 йылдарҙа Өфөләге «Ғосмания» мәҙрәсәһендә уҡый. 1920 йылда Беренсе татар уҡытыусылар семинарияһын тамамлағандан һуң мәғариф эшендә була. Нәҡ ошо осорҙа йәштәр йәмәғәт хәрәкәтенә ылығып китә, үҙен әүҙем комсомолец итеп таныта, ВКП(б) сафына ҡабул ителә, һуңыраҡ комсомол һәм партия органдарында төрлө яуаплы вазифалар башҡара.

1937—1941 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында (Мәскәү ҡалаһы) өлкән ғилми хеҙмәткәр була. Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү буйынса маҡсатлы тикшеренеү эштәре алып бара, 1938 йылда диссертация яҡлай[2] һәм «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән баш ҡалала ойошторолған халыҡ ополчениеһы составына яҙыла, Мәскәү янында һаҡлау ҡоролмалары төҙөүҙә һәм ҡаланы ҡурғалау һуғыштарында ҡатнаша.

1942—1943 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты) доцент булып эшләй. 1943—1944 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретаре вазифаһында була.

Һуғыштан һуң Риф Рәимов кире Мәскәүгә ҡайта һәм СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында фәнни эшмәкәрлеген дауам итә, фәнни журналдарҙа Башҡортостан тарихына һәм уны өйрәнеүгә арналған күп һанлы мәҡәләләр баҫтыра. 1950 йылда «тарих фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай, тағы бер аҙҙан профессор итеп һайлана. Ғалимдең 1952 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә донъя күргән «Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» тигән күләмле китабы 1917—1922 йылдарҙағы ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы тарихи күҙлектән тикшереүҙә беренсе төплө хеҙмәт була һәм тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылыуы менән әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Тарихсы-ғалим ғүмеренең һуңғы көндәренәсә фәнни тикшеренеүҙәрен туҡтатмай.

Риф Рәимов 1953 йылдың 15 февралендә Мәскәүҙә вафат була, ҡаланың Лефортов районындағы Введенов зыяратында ерләнгән.

Риф Рәимовтың тыуған районы үҙәге Ҡалтасы ауылындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейенда арҙаҡлы ғалимгә арналған махсус мөйөш булдырылған.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937—1941 йылдарҙа һәм һуғыштан һуң ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем СССР Фәндәр Академияһының Тарих институтында эшләү дәүерендә Риф Рәимов Башҡортостан тарихын өйрәнеү менән әүҙем һәм эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Кәрәкле документтар табыу маҡсатында Мәскәү архивтарында даими эшләй. Ғилми эшмәкәрлеге башланғанда ул Волга буйында һәм Башҡортостанда 1905 йылғы Беренсе рус революцияһы осорондағы ваҡиғаларҙы фәнни күҙлектән ныҡлап өйрәнә һәм нәҡ ошо темаға 1938 йылдың декабрендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғалимдең уның нигеҙендә рус телендә яҙылған «1905 год в Башкирии: революционное движение в 1905—1907 гг.» исемле тәүге тарихи хеҙмәте 1941 йылда СССР Фәндәр Академияһы нәшриәтендә баҫыла. Бөгөнгө көндә был китаптың электрон вариантын «Рәсәйҙең ғилми мираҫы» тип исемләнгән Электрон китапханала табырға була. Тарихсы шулай уҡ башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын да тәүсығанаҡтарға таянып тикшерә. Йыйылған материалдарын, «1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы» исемле күләмле монография итеп, Риф Рәимов 1943 йылда Өфөлә Башҡортостан дәүләт нәшриәтендә рус һәм башҡорт телдәрендә донъяға сығара. Совет халҡының немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барған ҡаты һуғыш көндәрендә баҫылған был китап республика халҡының патриотик һәм хәрби рухын артабан күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Илебеҙгә тыныс көндәр килгәс, тарихсы тыуған Башҡортостанына арналған тикшеренеүҙәрен артабан дауам итә. Уның 1950 йылда яҡлаған докторлыҡ диссертацияһына нигеҙ булған эҙләнеүҙәре «Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики» тигән күләмле китапҡа әүерелә. 1917—1922 йылдарҙағы Башҡортостан тормошон сағылдырған был монография 1952 йылда СССР Фәндәр академияһы нәшриәтендә баҫылып сыға. Артабанғы быуын һәм бөгөнгө көн тарихсылары был әһәмиәтле хеҙмәткә йыш мөрәжәғәт итә.

Баҫылған хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1905 год в Башкирии: революционное движение в 1905−1907 гг. — М.: Издательство Акад.наук СССР, 1941. — 219 с.
  • Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа, Башгосиздат, 1943.
  • 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы. — Өфө: Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1943.
  • Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики. — М.: АН СССР, 1952.