Стадион
Стадион | |
Стадион Викимилектә |
Стадио́н (грек. στάδιον, «ярыш майҙаны») — спорт ҡоролмаһы. Ғәҙәттә әйләнәһе буйлап йүгереү юлдары үткәрелгән һәм ситтәренә баҫҡыс-баҫҡыс итеп тамашасы эскәмйәләре теҙелгән ҙур түңәрәк майҙандан тора. Йыш ҡына күнекмәләр өсөн өҫтәмә майҙансыҡтары һәм кейенеп-сисенеү урындары ла була. Стадиондар асыҡ һауала үткәрелә торған спорт төрҙәре (мәҫәлән, еңел атлетика, футбол) өсөн генә түгел, шулай уҡ концерттар һәм башҡа саралар үткәреү өсөн дә файҙаланыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе стадиондар Боронғо Грецияла Олимпия уйындарын һәм башҡа спорт ярыштарын үткәреү өсөн барлыҡҡа килә. Иң боронғо билдәле стадион Олимпияла (Греция) була. Башта ул йүгереү буйынса ярыштар үткәреү өсөн файҙаланыла; майҙан үлсәмдәрен стандартлаштырыу шунан башлана — 180-200 метр (бер стадий, ҡоролма исеме лә ошо үлсәм исеменән алына).
Хәҙерге заман стадиондарынан тәүгеләрҙең береһе — 1877 йылда Англияла асылған Стэмфорд Бридж.
Футбол стадиондары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Универсаль (еңел атлетика өсөн, йүгереү юлдары менән йыһазландырылған) һәм футбол стадиондары бар (һуңғылары айырыуса Англияла күп).
Футбол буйынса тәүге Донъя чемпионатын (1930, Уругвай) Уругвайҙың баш ҡалаһы Монтевидеолағы «Поситос» стадионы (донъяла эллипс рәүешендәге беренсе стадиондар иҫәбендә) ҡабул итә. Турнир тарихындағы тәүге гол да шул стадионда индерелә.
Рекордлы стадиондар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъялағы иң ҙур стадиондар:
- Беренсе май стадионы (Пхеньян, КХДР) — 150 мең тамашасы һыйышлы
- Маракана (Рио-де-Жанейро, Бразилия) — 79-200 мең тамашасы һыйышлы.
Донъялағы иң ҡиммәтле стадиондар:
- Метлайф Стэдиум Нью-Йорк, АҠШ; 2010) — 1,6 млрд долл.
- Wembley Stadium (Лондон, Бөйөк Британия; 2006) — 1,5 млрд долл.
- Olympic Stadium (Монреаль, Канада; 1976) — 1,4 млрд долл.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Делфиҙағы стадион, унда Пифон уйындары үткәрелә
-
Рим «Колизей»ының эске яғы, антик осорҙа унда гладиатор алыштары үтә
-
Афиналағы Олимпия стадионы 1906 йылда
-
Монреалдәге Олимпия стадионы, 2004 йыл
-
«Лужники» — Рәсәйҙәге иң эре стадион
-
Нью-Йорктағы «Нью-Йорк Янкиз» бейсбол командаһы стадионы
-
Рио-де-Жанейролағы легендар «Маракана» һәм уның мини-комплексы «Мараканазиньо» менән башҡа объекттары
-
Монтевидеолағы «Сентенарио» — Уругвайҙың мөһим спорт үҙәге
-
Мехиколағы «Ацтека» — футбол буйынса донъя чемпионатының ике финалын ҡабул иткән берҙән-бер стадион, унда 1968 йылғы Йәйге Олимпия уйындары үткәрелә
-
Мюнхендағы ультразаманса «Аллианц Арена» сығыш яһаған командаға бәйле төҫөн үҙгәртә ала
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Российские футбольные стадионы 2018 йыл 1 февраль архивланған. // Форум fifasoccer.ru
- Footballmatch Stadiumguide (инг.)(инг.)
- Самые большие стадионы в США 2018 йыл 3 июль архивланған. (укр.)(укр.)