Эстәлеккә күсергә

Ток-писин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ток-писин
Телдең үҙатамаһы

Tok Pisin

Илдәр

Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея

Рәсми хәле

Папуа — Яңы Гвинея Папуа — Яңы Гвинея

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

3—4 млн

Классификация
Категория

Креоль телдәре һәм пиджин

инглиз теле нигеҙендә креоль теле

Әлифба

латиница

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

акп 046

ISO 639-1

ISO 639-2

tpi

ISO 639-3

tpi

Был телдә Википедия

Ток-писин (төп исеме Tok Pisin) − Папуа-Яңы Гвинеяла таралған креол теле. Был илдең рәсми теле булып тора. Ток-писин — Папуа-Яңы Гвинеяла киң таралған һәм был илдәге 700-ҙән артыҡ телдә һөйләшкән халыҡ өсөн аралашыу теле булып тора.

Квинсленд һәм башҡа плантацияларға Тымыҡ океан утрауҙарынан эшкә килгән төрлө телле халыҡтар ҡушылыуы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Аралашыу нәтижәһендә инглиз теленә нигеҙләнгән пинжин формалашҡан. Был телдең лексикаһы плантацияла эшләгән немец, португал һәм австронезий телле эшселәрҙән дә өлөш алған. Инглиз теленә нигеҙләнгән пижин, Германияның Яңы Гвинеяһында ток-писин булараҡ үҫеш ала. Бында ток-писин немец телле юғары ҡатлам кешеләре менән һәм үҙ-ара аралашыу теленә әүрелә.

Ток-писин киң мәғлүмәт сараларында һәм хөкүмәт органдарында рәсми тел булараҡ ҡулланыла, әммә инглиз теленән ҡалыша. Ток-писин теле башланғыс белем дәрәжәһендә уҡытыла.

Региональ төрлөлөгө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Папуа-Яңы Гвинеяның төрлө төбәктәрендә ток-писин теленең лексикаһы һәм грамматикаһы айырыла. Яңы Гвинеяның бейе таулы төбәктәре теле, төньяҡ яр буйы һәм Яңы Гвинея утрауҙары теленән айырыла.