Фиҡһ
Фиҡһ | |
Название с огласовками | فِقْهٌ |
---|---|
Нимә менән тоташа | Фиҡһ ысулы |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] |
Фиҡһ Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Фиҡһ (ғәр. فقه [fɪqəh] — «аңлау», «белем») Ҡөрьән, Сөннәт, ижмәғ һәм ҡыясты өйрәнеүгә нигеҙләнгән мосолман хоҡуҡиәте. Фиҡһ ғалимдарын фәҡиһ («белемле») тип атайҙар.
Комплекслы хоҡуҡ системаһын төҙөү ихтыяжы VIII быуатта, ғәрәп хәлифәлеге Азия һәм Төньяк Африканың ҙур майҙандарына таралғас, барлыҡҡа килә. Дин ғалимдәре, бәхәсле мәсьәләләрҙе тикшергәндә, үрнәк итеп Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең үрнәген ҡулланғандар. Был фиҡһ барлыҡҡа килеүгә сәбәп була, Сөннәттең нигеҙе булған хәҙистәр йыйынтыҡтарға туплана башлай.
Фиҡһ төшөнсәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фиҡһ нигеҙендә Ислам йолалары, әҙәп һәм ижтимағи тәртип үтәлеүе мәсьәләләрен хәл итеү ята. Ҡайһы бер осраҡтарҙа берәй ғәмәлде үтәү тәртибен белеү өсөн Ҡөрьән генә етмәй, мәҫәлән, тәһәрәт алыу рәүеше. Башҡа миҫал: Ҡөрьәндә Рамаҙан айында ураҙа тотоу кәрәклеге әйтелгән, ләкин нисек итеп тотоу тәртибе аңлатылмаған. Ундай һорауҙарға яуапты Мөхәммәттең (сғс) хәҙистәрендә осратып була.
Ләкин ҡайһы ваҡыт Сөннәт тә һорауға теүәл явап бирә алмай. Был осраҡта фаҡиһтар ҡыяс һәм ижмәғ кеүек өҫтәмә хоҡуҡ сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Был дүрт хоҡуҡ сығанағы фиҡһте тәшкил итә. Улар абруйлыҡтары буйынса бүленә: иң беренсе – Ҡөрьән, унан – Сөннәт, ижмағ һәм ҡыяс.
Мәҙһәбтәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҙһәб – мосолман хоҡуҡ ҡағиҙәләрен аңлатыуҙа айырмалары булған шәриғәт хоҡуҡтары мәктәбе. Сөнниләрҙә хәҙерге көндә дүрт, шиғыйҙарҙа өс мәҙһәб бар:
- Сөнни мәҙһәбтәр:
- Шиғый мәҙһәбтәре:
Фиҡһ мәктәптәре схемаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Достоверные фатвы (вопросы и ответы) на различные исламские вопросы 2011 йыл 12 сентябрь архивланған.
- Ильм усуль аль-фикх. Наука об основах исламской юриспруденции
- Фикх в Онлайн-энциклопедии Кругосвет
- Фетвы аятоллы Макарема Ширази 2012 йыл 13 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [814 Фикх] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Бибикова О. П. Фикх // Энциклопедия «Кругосвет».
- Кирабаев Н. С. Политическая мысль мусульманского средневековья. — М.: РУДН, 2005. — 256 с. — ISBN 5-209-01948-9.
- Фикх / Сюкияйнен Л. Р. // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
- Сюкияйнен Л. Р. Фикх // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 254-259.
- Мусульманское право / Сюкияйнен Л. Р. // Монголы — Наноматериалы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2013. — С. 516—517. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 21). — ISBN 978-5-85270-355-2.