Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы
Фәрит Боғҙанов | |
Исеме: |
Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ижад йылдары: |
1969—2001 |
Жанр: |
Драма, публицистика |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы (7 октябрь 1932 йыл — 12 март 2001 йыл) — башҡорт драматургы. 1952 йылдан — КПСС, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрит Вәлинур улы Боғҙанов 1932 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Солтанморат ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[1]. 1949 йылда Солтанморат ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, район газетаһы редакцияһында техник секретарь, унан һуң яуаплы секретарь булып эшләй. 1952 йылда Советтар Союзы Коммунистар партияһына ннә. 1952—1955 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1958 йылда урта мәктәпте тамамлап, Саратовта Д. И. Курский исемендәге юридик институтҡа уҡырға инә. Юғари һөнәри белем алғас, ун йылға яҡын милиция һәм прокуратура органдарыңда тәфтишсе булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәрит Боғҙановтаң «Һин кем?» исемле тәүге пьесаһы 1969 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Унан һуң 1973 йылда «Мөхәббәт һәм енәйәт», 1974 йылда «Юлдар күперҙә осраша», 1976 йылда «Иртәнге томан» пьесалары яҙылып, Башҡортостандың төрлө театрҙарында ҡуйылды. «Юлдар күперҙә осраша» һәм «Иртәнге томан», рус теленә тәржемә ителеп, Рәсәй Федерацияһының бер нисә театрында сәхнә күрә. Ул шулай уҡ нефть эшкәртеүселер тормошонан «Мине саҡырған уттар» (1983) исемле пьеса яҙҙы. Фәрит Боғҙанов 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Башҡорт драматургияһы антологияһы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- * Боғҙанов Фәрит Вәлинур улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2019)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 7 октябрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Ауырғазы районында тыуғандар
- 12 мартта вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт драматургтары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- КПСС ағзалары
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- XX быуат драматургтары