Хави
Хави | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Хавьер Эрнандес Креус | |
Тыуа | 25 ғинуар 1980 (44 йәш) Тарраса[d], Барселона[d], Барселона[d], Каталония, Испания | |
Гражданлығы | Испания | |
Буйы | 170[1] см | |
Ауырлығы | 68[1] кг | |
Позиция | ярымһаҡсы | |
Клубы | ||
Клубы | Аль-Садд | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1991—1997 | Барселона | |
Клуб карьераһы* | ||
1998—2015 | Барселона | 505 (58) |
1997—2000 | → Барселона B | 55 (3) |
2015—2019 | Аль-Садд | 82 (21) |
Йыйылма командаһы** | ||
1997 | Испания (до 17) | 10 (2) |
1997—1998 | Испания (до 18) | 10 (0) |
1999 | Испания (до 20) | 6 (2) |
1998—2001 | Испания (до 21) | 25 (7) |
2000 | Испания (олимп.) | 6 (2) |
2000—2014 | Испания | 133 (13) |
Тренер карьераһы | ||
2019—х. в. | Аль-Садд | |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Көмөш | Сидней 2000 | футбол |
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | ЮАР 2010 | |
Конфедерациялар кубогы | ||
Бронза | ЮАР 2009 | |
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаты | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
Дәүләт наградалары | ||
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Хавьер Эрнандес Креус (кат. Xavier Hernández i Creus; 25 ғинуар 1980 йыл, Террасса, Каталония, Испания), Хави[1] булараҡ билдәле — испан футболсыһы, «Барселона» футбол командаһының экс-капитаны һәм Испания милли йыйылма командаһының вице-капитаны. Һөнәри карьераһын тамамланғандан һуң «Аль-Садд» Катар клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнә.
«Барселона» aутбол академияһы тәрбиәләнеүсеһенең беренсе командаһы составында дебюты 1998 йылдың 18 авгусында була. Шул ваҡыттан алып ул клуб менән бергә 25 трофей яулай, шул иҫәптән һигеҙ титулға лайыҡ була: Испания чемпионы, өс тапҡыр Испания кубогы чемпионы һәм дүрт тапҡыр УЕФА-ның Чемпиондары лигаһы чемпионы. Хави Испания йыйылма командаһы составында ике тапҡыр Европа чемпионы (2008, 2012) һәм Донъя чемпионы (2010), шулай уҡ Олимпия уйындарының (2000) көмөш призеры була. Ошо турнирҙарҙың символик йыйылма командалары составында инә.
Хави — Испания чемпионаттарындағы матчтар буйынса клуб[2] һәм УЕФА-ның Чемпиондар лигаһы[3] рекордсмены. Дүрт тапҡыр донъяның иң яҡшы плеймейкеры тип таныла[4] (2008, 2009, 2010, 2011). Евро-2008 чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы. УЕФА версияһы буйынса символик Европа йыйылма командаһына (2008, 2009, 2010, 2011, 2012) һәм ФИФА версияһы буйынса донъя символик йыйылма командаһына инә (2008, 2009, 2010, 2011, 2012, 2013). Донъяның өсөнсө футболсыһы (2010, 2011). Хавиҙы уйын яланын яҡшы күрә белеүе һәм матур пас техникаһы айырып тора[5].
Уйынсы карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хави — «Барселона» футбол академияһы тәрбиәләнеүсеһе. Уның составында карьераһын йәштәр һәм резерв — ул ваҡытта уларға Испанияның икенсе дивизионында сығыш яһаған «Барселона Б» командаһында башлай.
«Барселона»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уңышлы уйыны һөҙөмтәһендә Хави 18 йәшендә "Барселона"ның төп составында тәүге дебюһын яһай. Был 1998 йылдың 18 авгусында Испания Суперкубогы өсөн «Мальорка»ға ҡаршы уйында була[6]. Испания чемпионатында 1998 йылдың 3 октябрендә «Валенсия»ға (3:1) ҡаршы уйнағанда беренсе тапҡыр күренә. Тәүге голын «Вальядолид» ҡапҡаһына индерә, ә «Барселона» дәғүәсеһен 1:0 иҫәбен еңә. Тәүге миҙгелдә үк каталон клубы менән бергә Испания чемпионы була. Хосеп Гвардиола йәрәхәт алғас, Хави 1999/00 йылдар миҙгелендә беренсе командала нығына һәм унда 2015 йылға тиклем уйнай.
2004/05 йылдар миҙгелендә команданың вице-капитаны була. 2005/06 йылдар миҙгелендә Хави һул тубығының тарамышын өҙөп, биш айға сафтан сыға. Апрелдә сыға, әммә 2006 йылғы Чемпиондар лигаһы финалын запас уйынсылар эскәмйәһендә үткәрә.
2008/09 йылдар миҙгелендә Хави команданың төп ярымһаҡсыһы була. Ул 2008/09 миҙгелдә Испания кубогы финалында «Атлетика» менән уйында штраф һыҙатынан гол индереүе менән айырыла. Испания чемпионатында Мадридтың "Реал"ы менән 6 :2 иҫәбенә 6 голдың 4-һендә һөҙөмтәле пас бирә. Чемпионы лигаһында (2008/09) «каталондар» финалда «Манчестер Юнайтед» командаһын 2:0 иҫәбенә еңә, Хави уйындың 70-се минутында ндә Лионель Мессиға һөҙөмтәле пас бирә. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Хави иң яҡшы уйынсылар тип таныла. Шулай уҡ ул Испания чемпионаттында ла (20) һәм УЕФА чемпиондары лигаһында ла (7) иң күп һөҙөмтәле пас тапшыра. Был миҙгелдә Хави «Барселона» составында барлығы 29 һөҙөмтәле пас бирә. 2008/09 йылдар миҙгелендә клуб менән контрактын 2014 йылға тиклем оҙайта. Хаҡы йылына 7,5 млн евро тәшкил иткән яңы контракт уны клубтың иң ҡиммәтле уйынсыларының береһе итә.
2009 йылдың 16 декабрендә Донъяның клуб чемпионатында «Аталанта» менән матчта Хави «Барселона» составында 500 уйынын үткәрә. "Каталон"дар 3:1 иҫәбе менән еңеп финалға эләгә һәм унда Аргентина "Эстудиантес"ын еңә. 2009/10 йылдар миҙгелендә Хави «Реал»ға ҡаршы уйында тағы һөҙөмтәле пас бирә һәм матч 2:0 иҫәбе менән тамамлана. «Барселона» 99 мәрәй йыйып, рекордлы иҫәп менән чемпион була, ә Хави чемпионаттың иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. 2010 йылдың 3 июнендә «Marca» испан гәзите Хавиҙы Альфредо ди Стефано трофейында өсөнсө урын менән бүләкләй. Был бүләк Испания чемпионатының иң яҡшы уйынсыларына тапшырыла. Хави бары тик Лионель Месси менән Роналдо Криштиануҙан ғына ҡалыша.
2010 йылдың 9 июнендә Хави клуб менән 2014 йыл аҙағына тиклем 4 йыллыҡ контракт төҙөй. 29 ноябрҙә ул «Реал» ҡапҡаһына өсөнсө гол индерә, ә "каталон"дар дәғүәселәрен 5:0 иҫәбе менән тар-мар итә. 18 декабрҙә ул «Эспаньол»(5:1) менән уйнағанда тағы ла бер гол индерә. Шулай уҡ Хави Чемпиондар лигаһының өйҙәге матчында (2009/10) Лондондың «Арсенал» ҡапҡаһына гол индерә һәм «Барселона»ға сирек финалға сығырға ярҙам итә. Хави ФИФА-ның Алтын тубына дәғүә итеүселәрҙең береһе була, әммә Андрес Иньеста һәм Лионель Мессинан ҡалыша. 2011 йылдың 2 ғинуарында чемпионатта «Левант»ҡа ҡаршы уйыны Хавиҙың «Барселона» клубындағы 549-сы уйыны була һәм ул клуб легендаһы Мигель күрһәткестәре менән тиңләшә. 2011 йылдың 5 ғинуарында Испания кубогының 1/8 финалында «Атлетика» менән 550-се уйынын үткәрә һәм «Барселона»өсөн иң күп матч уйнаған футболист була.
2011 йылдың 10 декабрендә Хави «Барселона» өсөн 600-сө уйынын үткәрә һәм йәнә Мадрид "Реал"ына гол индерә (3:1).
2014 йылдың 10 апрелендә Хави, Чемпиондар лигаһы матчтарында 100 процент тура пас биргән берҙән-бер футболсы була. Был уникаль ҡаҙанышҡа ул Мадридтың «Атлетико» командаһы менән сирек финал уйындарында өлгәшә[7]. Әйткәндәй, УЕФА статистикаһына ярашлы, Хавиҙың туп тапшырыу теүәллеге 92 процент ҡына тәшкил итә[8].
2015 йылдың 21 майында Хави йәйгелеккә "Барселона"нан китәсәге тураһында иғлан итә. Ул карьераһын Катарҙың «Аль-Садд» клубында дауам итә[9]. 2015 йылдың 6 июнендә УЕФА- чемпиондары лигаһы финалында «Ювентус»ҡа ҡаршы (3:1) «Барселона» өсөн һуңғы матчын уйнай. Был матч уның өсөн Европаның төп турнирында151-се була. Каталон «Барселона» өсөн барлығы 750-нән ашыу уйын үткәрә, шул иҫәптән 505-е — Испания чемпионатында (Испания чемпионатында футбол тарихында 500 уйынын уйнаған 8 футболсының береһе).
«Аль-Садд»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 11 июнендә Хави «Аль-Садд» командаһы менән таныша. Контрактты өс йылға һәм тренер сифатында оҙайтыу мөмкинлеге менән төҙөлә. Эш хаҡы йылына 10 миллион евро тәшкил итә[10]. 13 сентябрҙә «Аль-Садда» составында «Аль-Месаимер»ға ҡаршы уйнай һәм команда 4:0 иҫәбе менән еңә[11]. 22 сентябрендә яңы командала уйындың 12-се минутында уҡ беренсе голын индерә[12]. Матч — 2:2 иҫәбе менән тамамлана.
2019 йылдың 20 майында карьераһында һуңғы уйынын уйнай[13].
Халыҡ-ара карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдың 15 ноябрендә Хави Испания йыйылма командаһында Нидерланд йыйылма командаһына ҡаршы иптәштәрсә матчта дебют уйынын үткәрә. Ярымһаҡсы яланға тәүге минуттарҙан уҡ сыға һәм аҙағынаса була. 2002 йылда донъя чемпионатына һайлап алыу уйындарында Хави бөтөнләй ҡатнашмай тиерлек — бары тик Австрия менән генә уйнай (4:0), әммә был Хосе Антонио Камачоның уны «мундиалға» индереү ғаризаһына йоғонто яһамай. Турнирҙа Хави ЮАР менән тулы һәм Көньяҡ Кореяға ҡаршы уйында өҫтәмә ваҡыттың ике таймын үткәрә. Испандар сирек финал да уларҙан еңелә.
Евро- 2004 һайлап алыу турнирында Хави йышыраҡ уйнай— 8 матчтың 5-һендә ҡатнаша — һәм йыйылма командаһы менән турнирға бара, әммә ул испандар өсөн уңышһыҙ тамамлана. Турнирҙың буласаҡ финалистары Греция һәм Португалия менән бер төркөмгә эләгеп, «Ҡыҙыл фурия» унда ни бары 3-сө урынды ғына биләй, ә Хави бер тапҡыр ҙа яланға сыҡмай.
2006 йылдағы Донъя чемпионаты ла Испания йыйылма командаһы өсөн уңышһыҙ башлана. Команда һайлап алыу турнирында көсһөҙ уйнай, финалға бары тик квалификация иләге аша ғына үтә (Хави 12 уйындың 7-һендә уйнай). Финал турниры испандар тураһында ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҡалдыра — улар төркөм этабында мөмкин булған өс еңеү яулай, ләкин плей-оффтың беренсе раундында уҡ француздарҙан 3:1 иҫәбенә еңелә. Хави командала ике йыл элеккегә ҡарағанда мөһимерәк роль уйнай — "мундиал"дың 4 матчында ла уйнай.
ЮАР-ҙа үткән 2010 йылғы Донъя чемпионатына Хави Испания йыйылма командаһына саҡырып алына, һөҙөмтәлә донъя чемпионы була. Ярымһаҡсы барлыҡ уйындарҙа ла башынан аҙағынаса ҡатнаша, бары тик бер тапҡыр ғына уйын аҙағына тиклем алмаштырыла. Ул штраф һыҙатынан (26) һәм мөйөштән (15) генә түгел, ирекле уйында ла һөҙөмтәле уйнай (47). Хави турнирҙың символик йыйылма командаһына индерелә.
2011 йылдың 25 мартында Хави Евро-2012 квалификацияһында Испания йыйылма командаһы өсөн (чехтарға ҡаршы) 100-сө уйынын уйнай (2:1).
2014 йылдың 5 авгусында Хави рәсми рәүештә Испания йыйылма командаһынан китеүен белдерә. Команда өсөн ул барлыҡ турнирҙарҙа 133 уйын үткәрә һәм 13 гол индерә[14].
Тренер карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 28 майында Хавир тренер эшмәкәрлегенә тотона һәм Катарҙың «Аль-Садд» клубының баш тренеры була[15].
Августабаш тренер ролендә тәүге трофейға — Шәйех Яссим кубогына лайыҡ була[16].
2020 йылдың 17 ғинуарында Катарҙың вариҫ принцы кубогын яулай.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылдың 13 июлендә журналист Нурия Куниллереға өйләнә. 2016 йылдың 3 ғинуарында ҡыҙы Асия, 2018 йылда улы Дэн ул тыуа.
Уйын ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хави Эрнандес — типик испан ярымһаҡсыһы, тәпәш буйлы, техникалы[17], яланды яҡшы күрә. «Визит карточкаһы» булып туптарҙы һөҙөмтәле тапшырыуы тора. Хави — "Барселона"ның төп пас биреүсеһе, бигерәк тә уның дәғүәселәр төркөмө аша үткән пастары уңышлы була[18]. Хави — универсаль уйынсы, плеймейкер ролендә лә була ала, терәк зонаһында ла, фланга ярымһағында ла уйнай. Шул уҡ ваҡытта ул аҙ гол индерә.
"Барселона"ла Хави командалаштары менән яҡшы уйын ойоштора. Бигерәк тә уның үҙәк ярым һағында Андрес Иньеста менән уйыны сағыу була[19]. Ҡайһы берҙә «Хавиньеста» тип аталған берҙәмлек донъяла иң яҡшыһы тип һанала[20]. Рой Ходжсон Хавиҙы һәм Иньестаны «испан стилендәге тиҙ һәм ҡыҫҡа тапшырыуҙар булдырыусылар» тип атай. УЕФА-ның Техник комитеты башлығы Энди Роксбург та шундай уҡ фекерҙә. 2008 йылда Хави Европа чемпионатының иң яҡшы футболсыһы исемен алғас, ул уның испан уйын стилен кәүҙәләндереүен белдерә.
Хави ике тапҡыр «Барселона» составында Ҡаҙанда Рубин командаһына ҡаршы Чемпиондар лигаһында уйнай (2009, 2010). Уйындар иҫәбе: 0:0, 1:1. 2009 йылдың ноябрендә «Рубин» «Кам Ноу» стадионында бөйөк, еңелеү белмәгән "Барселона"ны 1:2 иҫәбенә еңә.
Уйынсы статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клуб статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клуб | Миҙгел | Лига | Кубок | Еврокубоктар | Башҡалар | Йәмғеһе | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Барселона | 1998/99 | 17 | 1 | 2 | 0 | 6 | 0 | 1 | 1 | 26 | 2 |
1999/00 | 24 | 0 | 4 | 1 | 10 | 1 | 0 | 0 | 38 | 2 | |
2000/01 | 20 | 2 | 7 | 0 | 9 | 0 | - | 36 | 2 | ||
2001/02 | 35 | 4 | 1 | 0 | 16 | 0 | - | 52 | 4 | ||
2002/03 | 29 | 2 | 1 | 0 | 14 | 1 | - | 44 | 3 | ||
2003/04 | 36 | 4 | 6 | 0 | 7 | 1 | - | 49 | 5 | ||
2004/05 | 36 | 3 | 1 | 0 | 8 | 0 | - | 45 | 3 | ||
2005/06 | 16 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | 2 | 0 | 22 | 0 | |
2006/07 | 35 | 3 | 7 | 2 | 7 | 0 | 5 | 1 | 54 | 6 | |
2007/08 | 35 | 7 | 7 | 1 | 12 | 1 | - | 54 | 9 | ||
2008/09 | 35 | 6 | 5 | 1 | 14 | 3 | - | 54 | 10 | ||
2009/10 | 34 | 3 | 3 | 2 | 11 | 1 | 5 | 1 | 53 | 7 | |
2010/11 | 31 | 3 | 6 | 0 | 12 | 2 | 1 | 0 | 50 | 5 | |
2011/12 | 31 | 10 | 7 | 2 | 9 | 1 | 4 | 1 | 51 | 14 | |
2012/13 | 30 | 5 | 5 | 0 | 11 | 1 | 2 | 1 | 48 | 7 | |
2013/14 | 30 | 3 | 5 | 0 | 10 | 1 | 2 | 0 | 47 | 4 | |
2014/15 | 31 | 2 | 3 | 0 | 10 | 0 | - | - | 44 | 2 | |
Барлығы | 505 | 58 | 70 | 9 | 170 | 13 | 22 | 5 | 767 | 85 | |
Аль-Садд | 2015/16 | 24 | 3 | 3 | 0 | 1 | 0 | 2 | 0 | 30 | 3 |
2016/17 | 26 | 10 | 3 | 0 | 1 | 0 | 2 | 0 | 32 | 10 | |
2017/18 | 18 | 6 | 0 | 0 | 7 | 1 | 3 | 0 | 28 | 7 | |
2018/19 | 14 | 2 | 3 | 0 | 8 | 3 | 0 | 0 | 25 | 5 | |
Барлығы | 82 | 21 | 9 | 0 | 17 | 4 | 7 | 0 | 115 | 25 | |
Карьераһында барлығы | 587 | 79 | 79 | 9 | 187 | 17 | 29 | 5 | 882 | 110 |
Йыйылма команда өсөн сығыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыйылма команда | Йыл | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары | Донъя чемпионатының финал матчтары | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары | Европа чемпионатының финал матчтары | Конфедерация кубоктары | Иптәштәрсә матчтар | Йәмғеһе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | Уйындар | Голдар | ||
Испания | 2000 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | 1 | 0 | 1 | 0 |
2001 | 1 | 0 | - | - | - | - | - | - | - | - | - | - | 1 | 0 | |
2002 | - | - | 3 | 0 | 2 | 0 | - | - | - | - | 4 | 0 | 9 | 0 | |
2003 | - | - | - | - | 3 | 0 | - | - | - | - | 2 | 0 | 5 | 0 | |
2004 | 2 | 0 | - | - | - | - | - | - | - | - | 4 | 0 | 6 | 0 | |
2005 | 8 | 0 | - | - | - | - | - | - | - | - | 3 | 1 | 11 | 1 | |
2006 | - | - | 4 | 0 | 2 | 1 | - | - | - | - | 4 | 1 | 10 | 2 | |
2007 | - | - | - | - | 8 | 3 | - | - | - | - | 3 | 0 | 11 | 3 | |
2008 | 4 | 0 | - | - | - | - | 5 | 1 | - | - | 6 | 2 | 15 | 3 | |
2009 | 5 | 0 | - | - | - | - | - | - | 4 | 0 | 5 | 0 | 14 | 0 | |
2010 | - | - | 7 | 0 | 1 | 0 | - | - | - | - | 7 | 0 | 15 | 0 | |
2011 | - | - | - | - | 5 | 2 | - | - | - | - | 4 | 0 | 9 | 2 | |
2012 | 3 | 0 | - | - | - | - | 6 | 0 | - | - | 3 | 1 | 12 | 1 | |
2013 | 4 | 1 | - | - | - | - | - | - | 4 | 0 | 3 | 0 | 11 | 1 | |
2014 | - | - | 1 | 0 | - | - | - | - | - | - | 2 | 0 | 3 | 0 | |
Карьераһында барлығы | 27 | 1 | 15 | 0 | 21 | 6 | 11 | 1 | 8 | 0 | 51 | 5 | 133 | 13 |
Йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хавиҙың Испания йыйылма командаһы өсөн матчтары һәм голдары | |||||
---|---|---|---|---|---|
№ | Дата | Оппонент | Иҫәп | Голдар | Ярыштар |
1 | 15 ноябрь 2000 | Нидерланд | 1:2 | - | Иптәштәрсә матч |
2 | 1 сентябрь 2001 | Австрия | 4:0 | - | Донъя чемпионатына һайлап алыу матчы-2002 |
3 | 13 февраль 2002 | Португалия | 1:1 | - | Иптәштәрсә матч |
4 | 7 июнь 2002 | Парагвай | 3:1 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2002 |
5 | 12 июнь 2002 | ЮАР | 3:2 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2002 |
6 | 22 июнь 2002 | Корея Республикаһы | 0:0 (3:5 пен.) | - | Донъя чемпионатының финал матчтары |
7 | 21 август 2002 | Венгрия | 1:1 | - | Иптәштәрсә матч |
8 | 7 сентябрь 2002 | Греция | 2:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2004 |
9 | 12 октябрь 2002 | Ҡалып:Флаг Северной Ирландии Төньяҡ Ирландия | 3:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2004 |
10 | 16 октябрь 2002 | Парагвай | 0:0 | - | Иптәштәрсә матч |
11 | 20 ноябрь 2002 | Болгария | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
12 | 12 февраль 2003 | Германия | 3:1 | - | Иптәштәрсә матч |
13 | 29 март 2003 | Украина | 2:2 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2004 |
14 | 2 апрель 2003 | Әрмәнстан | 3:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2004 |
15 | 6 сентябрь 2003 | Португалия | 3:0 | - | Иптәштәрсә матч |
16 | 10 сентябрь 2003 | Украина | 2:1 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2004 |
17 | 18 февраль 2004 | Перу | 2:1 | - | Иптәштәрсә матч |
18 | 28 апрель 2004 | Италия | 1:1 | - | Иптәштәрсә матч |
19 | 5 июнь 2004 | Андорра | 4:0 | - | Иптәштәрсә матч |
20 | 9 октябрь 2004 | Бельгия | 2:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
21 | 13 октябрь 2004 | Литва | 0:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
22 | 17 ноябрь 2004 | Англия | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
23 | 9 февраль 2005 | Сан-Марино | 5:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
24 | 26 март 2005 | Ҡытай | 3:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
25 | 30 март 2005 | Сербия һәм Черногория | 0:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
26 | 4 июнь 2005 | Литва | 1:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
27 | 8 июнь 2005 | Босния һәм Герцеговина | 1:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
28 | 17 август 2005 | Уругвай | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
29 | 3 сентябрь 2005 | Канада | 2:1 | - | Иптәштәрсә матч |
30 | 7 сентябрь 2005 | Сербия һәм Черногория | 1:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
31 | 8 октябрь 2005 | Бельгия | 2:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
32 | 12 ноябрь 2005 | Словакия | 5:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
33 | 16 ноября 2005 | Словакия | 1:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2006 |
34 | 27 май 2006 | Рәсәй | 0:0 | - | Иптәштәрсә матч |
35 | 3 июнь 2006 | Мысыр | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
36 | 7 июнь 2006 | Хорватия | 2:1 | - | Иптәштәрсә матч |
37 | 14 июнь 2006 | Украина | 4:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2006 |
38 | 19 июнь 2006 | Тунис | 3:1 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2006 |
39 | 23 июнь 2006 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 1:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2006 |
40 | 27 июнь 2006 | Франция | 1:3 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2006 |
41 | 6 сентябрь 2006 | Ҡалып:Флаг Северной Ирландии Төньяҡ Ирландия | 2:3 | 1 | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
42 | 7 октябрь 2006 | Швеция | 0:2 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
43 | 11 октябрь 2006 | Аргентина | 2:1 | 1 | Иптәштәрсә матч |
44 | 7 февраль 2007 | Англия | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
45 | 24 март 2007 | Дания | 2:1 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
46 | 28 март 2007 | Исландия | 1:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
47 | 2 июнь 2007 | Латвия | 2:0 | 1 | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
48 | 22 август 2007 | Греция | 3:2 | - | Иптәштәрсә матч |
49 | 8 сентябрь 2007 | Исландия | 1:1 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
50 | 12 сентябрь 2007 | Латвия | 2:0 | 1 | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
51 | 13 октябрь 2007 | Дания | 3:1 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
52 | 17 октябрь 2007 | Финляндия | 0:0 | - | Иптәштәрсә матч |
53 | 17 ноябрь 2007 | Швеция | 3:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
54 | 21 ноябрь 2007 | Ҡалып:Төньяҡ Ирландия флагы Төньяҡ Ирландия | 1:0 | 1 | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2008 |
55 | 6 февраль 2008 | Франция | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
56 | 26 март 2008 | Италия | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
57 | 31 май 2008 | Перу | 2:1 | - | Иптәштәрсә матч |
58 | 4 июнь 2008 | АҠШ | 1:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
59 | 10 июнь 2008 | Рәсәй | 4:1 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2008 |
60 | 14 июнь 2008 | Швеция | 2:1 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2008 |
61 | 22 июнь 2008 | Италия | 0:0 (4:2 пен.) | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2008 |
62 | 26 июнь 2008 | Рәсәй | 3:0 | 1 | Европа чемпионатының финал матчтары-2008 |
63 | 29 июнь 2008 | Германия | 1:0 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2008 |
64 | 20 август 2008 | Дания | 3:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
65 | 6 сентябрь 2008 | Босния һәм Герцеговина | 1:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
66 | 10 сентябрь 2008 | Әрмәнстан | 4:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
67 | 11 октябрь 2008 | Эстония | 3:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
68 | 15 октябрь 2008 | Бельгия | 2:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
69 | 19 ноябрь 2008 | Чили | 3:0 | - | Иптәштәрсә матч |
70 | 11 февраль 2009 | Англия | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
71 | 28 март 2009 | Турция | 1:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
72 | 1 апрель 2009 | Төркиә | 2:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
73 | 9 июнь 2009 | Әзербайжан | 6:0 | - | Иптәштәрсә матч |
74 | 14 июнь 2009 | Яңы Зеландия | 5:0 | - | Конфедерациялар кубогы 2009 |
75 | 17 июнь 2009 | Ираҡ | 1:0 | - | Конфедерациялар кубогы 2009 |
76 | 20 июнь 2009 | ЮАР | 2:0 | - | Конфедерациялар кубогы 2009 |
77 | 24 июнь 2009 | АҠШ | 0:2 | - | Конфедерациялар кубогы 2009 |
78 | 12 август 2009 | Македония | 3:2 | - | Иптәштәрсә матч |
79 | 5 сентябрь 2009 | Бельгия | 5:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
80 | 9 сентябрь 2009 | Эстония | 3:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
81 | 10 октябрь 2009 | Әрмәнстан | 2:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2010 |
82 | 14 ноябрь 2009 | Аргентина | 2:1 | - | Иптәштәрсә матч |
83 | 18 ноябрь 2009 | Австрия | 5:1 | - | Иптәштәрсә матч |
84 | 3 март 2010 | Франция | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
85 | 29 май 2010 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 3:2 | - | Иптәштәрсә матч |
86 | 3 июнь 2010 | Корея Республикаһы | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
87 | 8 июнь 2010 | Польша | 6:0 | - | Иптәштәрсә матч |
88 | 16 июнь 2010 | Швейцария | 0:1 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
89 | 21 июнь 2010 | Гондурас | 2:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
90 | 25 июнь 2010 | Чили | 2:1 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
91 | 29 июнь 2010 | Португалия | 1:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
92 | 3 июль 2010 | Парагвай | 1:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
93 | 7 июль 2010 | Германия | 1:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
94 | 11 июль 2010 | Нидерланд | 1:0 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2010 |
95 | 11 август 2010 | Мексика | 1:1 | - | Иптәштәрсә матч |
96 | 3 сентябрь 2010 | Лихтенштейн | 4:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2012 |
97 | 7 сентябрь 2010 | Аргентина | 1:4 | - | Иптәштәрсә матч |
98 | 17 ноябрь 2010 | Португалия | 0:4 | - | Иптәштәрсә матч |
99 | 9 февраль 2011 | Колумбия | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
100 | 25 март 2011 | Чехия | 2:1 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2012 |
101 | 29 март 2011 | Литва | 3:1 | 1 | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2012 |
102 | 2 сентябрь 2011 | Чили | 3:2 | - | Иптәштәрсә матч |
103 | 6 сентябрь 2011 | Лихтенштейн | 6:0 | 1 | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2012 |
104 | 7 октябрь 2011 | Чехия | 2:0 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2012 |
105 | 11 октябрь 2011 | Шотландия | 3:1 | - | Европа чемпионатының һайлап алыу матчтары-2012 |
106 | 12 ноябрь 2011 | Англия | 0:1 | - | Иптәштәрсә матч |
107 | 15 ноябрь 2011 | Коста-Рика | 2:2 | - | Иптәштәрсә матч |
108 | 29 февраль 2012 | Венесуэла | 5:0 | - | Иптәштәрсә матч |
109 | 5 июнь 2012 | Ҡытай | 1:0 | - | Иптәштәрсә матч |
110 | 10 июнь 2012 | Италия | 1:1 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2012 |
111 | 14 июнь 2012 | Ирландия | 4:0 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2012 |
112 | 18 июнь 2012 | Хорватия | 1:0 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2012 |
113 | 23 июнь 2012 | Франция | 2:0 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2012 |
114 | 27 июнь 2012 | Португалия | 0:0 (4:2 пен.) | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2012 |
115 | 1 июль 2012 | Италия | 4:0 | - | Европа чемпионатының финал матчтары-2012 |
116 | 7 сентябрь 2012 | Сәғүд Ғәрәбстаны | 5:0 | 1 | Иптәштәрсә матч |
117 | 11 сентябрь 2012 | Грузия | 1:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
118 | 12 октябрь 2012 | Белоруссия | 4:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
119 | 16 октябрь 2012 | Франция | 1:1 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
120 | 26 март 2013 | Франция | 1:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
121 | 8 июнь 2013 | Гаити | 2:1 | - | Иптәштәрсә матч |
122 | 11 июнь 2013 | Ирландия | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
123 | 16 июнь 2013 | Уругвай | 2:1 | - | Конфедерациялар кубогы 2013 |
124 | 23 июнь 2013 | Нигерия | 3:0 | - | Конфедерациялар кубогы 2013 |
125 | 27 июнь 2013 | Италия | 0:0 (7:6 пен.) | - | Конфедерациялар кубогы 2013 |
126 | 30 июнь 2013 | Бразилия | 0:3 | - | Конфедерациялар кубогы 2013 |
127 | 6 сентябрь 2013 | Финляндия | 2:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
128 | 10 сентябрь 2013 | Чили | 2:2 | - | Иптәштәрсә матч |
129 | 11 октября 2013 | Белоруссия | 2:1 | 1 | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
130 | 15 октябрь 2013 | Грузия | 2:0 | - | Донъя чемпионатының һайлап алыу матчтары-2014 |
131 | 30 май 2014 | Боливия | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
132 | 7 июнь 2014 | Сальвадор | 2:0 | - | Иптәштәрсә матч |
133 | 13 июнь 2014 | Нидерланд | 1:5 | - | Донъя чемпионатының финал матчтары-2014 |
Йәмғеһе: матчтар 133 / 13 гол; 100 еңеү, 22 тигеҙ иҫәп, 11 еңелеү.
Тренер статистикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылдың 11 ғинуарына ҡарата
Команда | Эш башлаған ваҡыты | Эш тамамлаған ваҡыты | Һөҙөмтә | ||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
И | В | Н | П | % еңеүҙәр | |||
Аль-Садд | 28 май 2019 |
Ошибка скрипта: Модуль вернул значение nil. Ожидается, что модуль вернёт таблицу экспорта. | |||||
Барлығы
Ошибка скрипта: Модуль вернул значение nil. Ожидается, что модуль вернёт таблицу экспорта. |
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уйынсы булараҡ ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Барселона»
- Испания чемпионы (8): 1998/99, 2004/05, 2005/06, 2008/09, 2009/10, 2010/11, 2012/13, 2014/15
- Испания кубогы эйәһе (3): 2008/09, 2011/12, 2014/15
- Испания суперкубогы эйәһе (6): 2005, 2006, 2009, 2010, 2011, 2013
- Чемпиондар лигаһы еңеүсеһе (4): 2005/06, 2008/09, 2010/11, 2014/15
- УЕФА суперкубогы эйәһе (2): 2009, 2011
- Клуб Донъяның клуб чемпионаты еңеүсеһе (2): 2009, 2011
«Аль-Садд»
- Катар чемпионы: 2018/19
- Катарҙың вариҫ принцы кубогы эйәһе: 2017
- Катар әмире кубогы эйәһе: 2017
- Шәйех Яссим кубогы эйәһе: 2017
Испания йыйылма командаһы
- Донъя чемпионы: 2010
- Европа Чемпионы (2): 2008, 2012
- Йәштәрҙең донъя чемпионаты еңеүсеһе: 1999
Тренер булараҡ ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Аль-Садд»
- Шәйех Яссим кубогы: 2019
- Катарҙың вариҫ принцы кубогы: 2020
Шәхси наградалары һәм рекордтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Дон Балон» премияһы эйәһе: 2004/05
- Иң яҡшы уйынсы — Евро-2008
- IFFHS версияһы буйынса йылдың иң яҡшы плеймейкеры (4): 2008, 2009, 2010, 2011[21]
- Испания чемпионатының (2008/2009) иң яҡшы ярымһаҡсыһы
- УЕФА чемпиондары лигаһының (2008/09) иң яҡшы ярымһаҡсыһы
- УЕФА чемпиондары лигаһы финалының (2008/09) иң яҡшы уйынсыһы
- УЕФА версияһы буйынса йылдың (2008/09) иң яҡшы ярымһаҡсыһы
- Испания чемпионатының (2009/10) иң яҡшы ассистенты
- World Soccer версияһы буйынса донъяның иң яҡшы футболсыһы: 2010
- УЕФА версияһы буйынса Европа чемпионатының (2008) символик йыйылма командаһы составына инә
- ФИФА версияһы буйынса Донъя чемпионатының (2010) символик йыйылма командаһы составына инә
- УЕФА версияһы буйынса Европа чемпионатының (2012) символик йыйылма командаһы составына инә
- ESM версияһы буйынса Европаның символик йыйылма командаһы составына инә: 2008/09
- ФИФА версияһы буйынса Донъяның символик йыйылма командаһы составына инә (6): 2008, 2009, 2010, 2011, 2012, 2013
- УЕФА версияһы буйынса Европаның символик йыйылма командаһы составына инә (5): 2008, 2009, 2010, 2011, 2012
- FIFPro версияһы буйынса Символик йыйылма команда составына инә (6): 2008, 2009, 2010, 2011, 2012, 2013
- L Équipe версияһы буйынса йылдың символик йыйылма командаһы составына инә (3): 2010, 2011, 2012
- France Football версия8s буйынса Европаның өсөнсө футболсыһы: 2009
- Донъяның өсөнсө футболсыһы (2): 2010, 2011
- Испания чемпионатының өсөнсө уйынсыһы (Ди Стефано призы) (2): 2009/10, 2010/11
- Mondial Onze француз журналы версияһы буйынса Европаның өсөнсө уйынсыһы: 2011
- УЕФА версияһы буйынса XXI быуаттың символик йыйылма командаһы составына инә[22]
- УЕФА сайтының версияһы буйынса Европа символик йыйылма командаһы капитаны: 2008, 2011[23]
- Астурия принцы премияһы эйәһе 2012
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Xavi Hernandez (ингл.). Al Sadd SC. Дата обращения: 2017-26-11.(недоступная ссылка)
- ↑ Хави стал рекордсменом «Барселоны» по количеству игр в чемпионате Испании 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Хави стал рекордсменом по количеству матчей в Лиге чемпионовl . Дата обращения: 11 ғинуар 2015. Архивировано 11 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 11 ғинуар архивланған.
- ↑ IFFHS — лучший плеймейкер мира . Дата обращения: 9 ғинуар 2015. Архивировано 15 июнь 2018 года.
- ↑ Пять игроков «Барселоны» вошли в команду года: Футбол: Betfair
- ↑ Хави близок в 700 матчу в составе «Барселоны» . Дата обращения: 16 ғинуар 2014. Архивировано 17 ғинуар 2014 года.
- ↑ Хави стал первым, кто совершил 100% точных передач в матче Лиги чемпионов . championat.com (10 апрель 2014). Дата обращения: 11 апрель 2014.
- ↑ Официальный сайт УЕФА. http://ru.uefa.com/uefachampionsleague/season=2014/matches/round=2000481/match=2011877/postmatch/statistics/index.html#1/2014/2000481/2011877/pitch-view 2017 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ Barcelona's Xavi poised to join Qatar side Al Sadd, BBC Sport (20 май 2015). 21 май 2015 тикшерелгән.
- ↑ Хави представлен в качестве игрока «Аль-Садда»
- ↑ Xavi on hand with assist on Qatar debut
- ↑ Xavi Scores His 1st Goal for Al Sadd
- ↑ Хави завершил карьеру, сыграв последний матч за «Аль-Садд» в азиатской ЛЧ . sports.ru (3 ғинуар 2020). Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
- ↑ Хави официально объявил об уходе из сборной Испании
- ↑ «Аль-Садд» подтвердил назначение Хави главным тренером . sports.ru (3 ғинуар 2020). Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
- ↑ «Аль-Садд» Хави выиграл Кубок шейха Яссима. Это первый тренерский трофей испанца . sports.ru (3 ғинуар 2020). Дата обращения: 3 ғинуар 2020.
- ↑ Premiership.Ru / Анонс матча Испания — Англия
- ↑ 6. Хави Эрнандес Креус. Команда. БарсаМания . Дата обращения: 29 июнь 2014. Архивировано 1 июль 2014 года. 2014 йыл 1 июль архивланған.
- ↑ Лев: у испанцев особенно опасна связка Хави — Иньеста — ЧМ по футболу в ЮАР 2010
- ↑ Футбол. Главная — — Soccer.ru
- ↑ IFFHS — Результаты IFFHS . Дата обращения: 9 ғинуар 2015. Архивировано 15 июнь 2018 года.
- ↑ Символическая сборная команда XXI века по версии УЕФА 2015 йыл 9 ғинуар архивланған.
- ↑ Xави — капитан символической сборной УЕФА . Дата обращения: 8 ғинуар 2015. Архивировано 10 ғинуар 2015 года. 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.