Эстәлеккә күсергә

Цзюнь Се

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цзюнь Се
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Ҡытай
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Ҡытай[1]
Тыуған көнө 30 октябрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2][3] (53 йәш)
Тыуған урыны Баодин[d], Округ Баодин[d], Хэбэй[d], Ҡытай
Һөнәр төрө шахматсы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы депутат Всекитайского собрания народных представителей[d]
Шахматный титул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], халыҡ-ара мастер[d], гроссмейстер[d][1], Международный судья[d] һәм FIDE Senior Trainer[d]
Уҡыу йорто Пекинский педагогический университет[d]
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2574[1]
Ҡатнашыусы Женская шахматная олимпиада 1988[d][4], Женская шахматная олимпиада 1990[d][4], Женская шахматная олимпиада 1992[d][4], Женская шахматная олимпиада 1994[d][4], Женская шахматная олимпиада 1996[d][4], Женская шахматная олимпиада 1998[d][4], Женская шахматная олимпиада 2000[d][4] һәм Женская шахматная олимпиада 2004[d][4]
Защитник авторских прав reproduction right represented by CISAC-member[d][5]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Цзюнь Се Викимилектә

Цзюнь Се (ҡыт. трад. 謝軍, упр. 谢军, пиньинь: Xiè Jūn; 30 октябрь 1970 йыл) — Ҡытай шахматсыһы, етенсе донъя чемпионы. Тәнәфестән һуң шахмат тажын кире ҡайтарыуға өлгәшкән өс донъя чемпионының береһе (Елизавета Быкова, Цзюнь Се һәм Ифань Хоу). 1991—1996, 1999—2001 йылдарҙағы донъя чемпионы. ФИДЕ-ның атҡаҙанған тренеры һәм халыҡ-ара арбитры (2004)[6].

Се 6 йәшенән сянци уйнай башлай. 10 йәшендә ҡыҙҙар араһында сянци буйынса Пекин чемпионы була. Хөкүмәт талабы буйынса, артабан ул көнбайыш шахматы уйнай башлай.

1991 йылда Цзюнь Се беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында көнбайыш шахматы буйынса донъя чемпионатында Майя Чибурданидзены 8½ — 6½ иҫәбе менән еңә. 1993 йылда Нана Иоселианиға ҡаршы уйнап, титулын уңышлы яҡлай (8½ — 2½ иҫәбе менән еңеү яулай). Шул уҡ йылда гроссмейстер була.

1996 йылда Жужа Полгарға 8½ — 4½ иҫәбенә еңелеп, чемпион титулын юғалта.

Был 1999 йылда ФИДЕ Жужа Полгарҙы чемпион титулынан мәхрүм иткәс, Алиса Ғәлләмованы — 8½ — 6½ иҫәбенә еңеп, чемпион исемен кире ҡайтара.

2000 йылда ФИДЕ донъя чемпионаты ның форматын үҙгәртә һәм ярыштан сығыу системаһын индерә, Цзюнь Се йомғаҡлау матчында Ҡытай шахматсыһы Цинь Каньинды 2½ — 1½ иҫәбенә еңеп, нокаут-системаһы буйынса чемпион титулын яулаусы беренсе шахматсы була.

1990 йылдар аҙағында Пекин педагогия университетында психология докторы дәрәжәһен ала.

Рәсми ярыштарҙа бик һирәк сығыш яһай, оҙайлы тәнәфестән һуң 2008 йыл башында рейтингын һаҡлау өсөн һуңғы 4 партия уйнай.

  1. 1,0 1,1 1,2 FIDE Ratings and Statistics (ингл.)
  2. Xie Jun // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. Xie Jun // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 OlimpBase (ингл.)
  5. https://www.adagp.fr/en/identities/jun-xie-1047267
  6. FIDE Certified Trainers. Дата обращения: 23 ноябрь 2018. Архивировано 11 сентябрь 2007 года.
  • 谢军 — статья в Байдупедии