Сьюзен Полгар
Сьюзен (Жужа) Полгар (ингл. Susan Polgar, тыуғанда мадьярса Polgár Zsuzsa) (19 апрель 1969 йыл) — Венгрия, һуңынан Америка шахматсыһы, 1996—1999 йылдарҙағы һигеҙенсе донъя чемпионы. ФИДЕ-ның атҡаҙанған тренеры (2004)[5].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Жужа Полгар Будапештта йәһүд ғаиләһендә тыуа. Ғаиләге өс ҡыҙ ҙа — Жужа, София һәм Юдит — өйҙә белем ала. Уларҙың уҡытыу менән әсәләре Клара Полгар (ҡыҙ фамилияһы Альтбергер, 1946) — Вилка ауылынан сыҡҡан (хәҙер Карпат аръяғы өлкәһе, Украина), Ужгород университетын тамамлаған вуҡытыусы шөғөлләнә[6][7]. Бәләкәй саҡтарынан ҡыҙҙарға шахмат уйнарға аталары — педагог һәм психолог Ласло Полгар өйрәтә. Ҡыҙҙар көслө шахматсы була, Жужа Полгар — халыҡ-ара гроссмейстер, ире менән Нью-Йоркта, АҠШ-та йәшәй, Юдит Полгар Венгрияла, гроссмейстер , ә София Полгар (Косашвили) — Израилдә халыҡ-ара мастер.
Уны Жужа Полгар тип йөрөтәләр: Жужа — Жужаннаны иркәләтеп әйтеү (Zsuzsanna).
1991 йылдың ғинуарында Жужа Полгар ир-еегттәр араһында гроссмейстер була (Быға тиклем был исемгә Нона Гаприндашвили һәм Майя Чибурданидзе ғына эйә була).
1996 йылда Полгар Се Цзюнде еңеп, донъя чемпионы була.
1999 йылда ФИДЕ Жужа Полгарҙы чемпион исеменән мәхрүм итә. Һуңғараҡ ул был ҡарарҙы суд аша инҡар иттерә һәм процесты еңеп сыға, әммә донъя чемпионы исеме уйнатылған була.
Сьюзан Полгар венгр теленән тыш тағы алты — эсперанто, бала сағынан һөйләшә, немец, рус, испан, инглиз һәм иврит — тел белә.
Канал National Geographic Channel Сьюзан Полгар тураһында «Мой выдающийся мозг: Сделайте из меня гения» документаль фильмын төшөрә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #1028671792 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 ratings.fide.com
- ↑ Encyclopædia Britannica
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 OlimpBase
- ↑ Global Chess Academy. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 май 2008. 29 сентябрь 2008 тикшерелгән.
- ↑ Интервью с Сьюзен Полгар
- ↑ Какие гениальные у нас будут дети: Родители познакомились по переписке и встретились в 1965 году в Будапеште, где Клара Альтбергер гостила у дяди.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт Сьюзен Полгар http://www.susanpolgar.com/