Эстәлеккә күсергә

Юйхуа Сюй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юйхуа Сюй
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Ҡытай
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Ҡытай[4]
Тыуған көнө 29 октябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[5][6][7][…] (48 йәш)
Тыуған урыны Цзиньхуа[d], Чжэцзян[d], Ҡытай
Хәләл ефете Liu Jing[d]
Һөнәр төрө шахматсы
Шахматный титул гроссмейстер[d][4], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d] һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d]
Уҡыу йорто Пекин университеты
Спорт төрө шахмат
Эло рейтингы 2465[4]
Ҡатнашыусы Женская шахматная олимпиада 2000[d][8], Женская шахматная олимпиада 2002[d][8] һәм Женская шахматная олимпиада 2004[d][8]
Рәсми блог blog.sina.com.cn/xuyuhua
 Юйхуа Сюй Викимилектә

Юйхуа Сюй (ҡыт. ғәҙәти 許昱華, ябайл. 许昱华, пиньин: Xǔ Yùhua; 29 октябрь 1976 йыл) — Ҡытай шахматсыһы, гроссмейстер. Шахмат буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында 11-се донъя чемпионы (2006 йыл).

Юйхуа Сюй 1976 йылдың 29 октябрендә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Чжэцзян провинцияһы Цзиньхуа́ ҡала округында тыуа. Алты йәшендә атаһы шахмат уйнарға өйрәтә. 2006 йылда Рәсәй шахматсыһы, Алиса Ғәлләмованы еңеп, донъя чемпионы тажын яулай[9].

Шахмат буйынса Азия чемпионы (1998).[10]

2000 һәм 2002 йылдарҙа Шахмат буйынса Донъя кубогын яулай. Ҡытай командаһы составында өс тапҡыр шахмат буйынса Олимпия чемпионы була (2000, 2002 һәм 2004)[11]. 2001 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар, 2006 йылда ир-егеттәр араһында халыҡ-ара гроссмейстер исемен ала. 2004 йылда донъя чемпионатында уңышһыҙ сығышынан һуң тәнәфес ала һәм Пекин университетының бакалавриатын тамамлай. 2009—2010 йылдарҙа ҡабат шахмат уйындарына әйләнеп ҡайта һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында ФИДЕ Гран-приһы серияһында ҡатнаша. 2009 йылда Нанкинда үткән турнирҙа еңеү яулай[12]. 2011 йылда Юйхуа Сюй Ҡытай лингвистикаһын өйрәнеп, әҙәбиәт өлкәһендә магистр диссертацияһы яҡлай. Спорттан китә һәм абитуриенттарҙа ярҙам итә, шулай уҡ Ҡытай теленең төрлө һөйләштәре буйынса китап яҙа[13].