Ушенина Анна Юрьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ушенина Анна Юрьевна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Ukraine.svg Украина
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Ukraine.svg Украина[1]
Тыуған көнө 30 август 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (35 йәш)
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Харьков
Һөнәр төрө шахматсы
Шахматный титул гроссмейстер[d][1], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], халыҡ-ара мастер[d] һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d]
Уҡыу йорто Харьковская государственная академия физической культуры[d]
Спорт төрө Шахмат
Эло рейтингы 2501[1]
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по шахматам среди женщин 2012[d], Женская шахматная олимпиада 2006[d], Женская шахматная олимпиада 2008[d], Женская шахматная олимпиада 2010[d], Женская шахматная олимпиада 2012[d], Женская шахматная олимпиада 2014[d], Women's event at the 42nd Chess Olympiad[d] һәм Women's event at the 43rd Chess Olympiad[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден княгини Ольги III степени орден княгини Ольги II степени юбилейная медаль «25 лет независимости Украины»
Рәсми сайт ushenina.com​ (инг.)
Commons-logo.svg Ушенина Анна Юрьевна Викимилектә

Анна Юрьевна Ушенина (укр. Анна Юріївна Ушеніна[2]; 30 август 1985 йыл) — украин шахматсыһы, гроссмейстер (2012), ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер (2003). Шахмат тарихында - 14-се, Украина шахматсылары араһында беренсе донъя чемпионкаһы (2012 йылдың 1 декабренән 2013 йылдың 20 сентябренә тиклем). Украина ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында шахмат олимпиадаһы (2006) һәм еңеүсе команда менән Европа чемпионаты (2013) еңеүсеһе. Шахмат буйынса Европа чемпионы (2016). Харьков дәүләт физик культура академияһын тамамлай.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ушенина 2008 йылда

Анна Юрьевна Ушенина 1985 йылдың 30 авгусында Харьков ҡалаһында тыуа. Милләте буйынса — йәһүд[3]. 7 йәшендә әсәһе шахмат уйнарға өйрәтә[4]. 1997 йылда Киевта 12 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Украина чемпионатында еңә[5]. 1998 һәм 1999 йылдарҙа 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Украина чемпионаты еңеүсеһе була. 2000-2002 йылдарҙа Харьков ҡалаһының Олимпия резервы спорт мәктәбендә шахмат менән шөғөлләнә, был осорҙа уның тренеры халыҡ-ара мастер Артем Цепотан була. 2000 һәм 2002 йылдарҙа 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Украина чемпионы була.

2002 йылда Ушенина Украина милли командаһы менән бергә 18 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Европа чемпионатында алтын миҙал яулай. Бынан тыш, беренсе таҡтала 6 мөмкинлектән 4½ мәрәй йыйған өсөн көмөш миҙалға лайыҡ була.

2003 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара гроссмейстер исемен ала.

2005 йылда Алуштала ҡатын-ҡыҙҙар араһында Украина чемпионатында еңә[5]. Пловдивта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Европа беренселегендә 3-сө урын яулай.

2006 йылда Туриндағы Олимпиядала запас таҡтала уйнай; команда алтын миҙал яулай[4].

2007 йылда Ираклионда Европаның команда беренселегендә Украинаның ҡатын-ҡыҙҙар командаһы составында 3-сө таҡтала 7 мөмкинлектән 5 мәрәй йыйып, алтын миҙал яулай.

2007 йылда Екатеринбург ҡалаһында донъя чемпионатының команда беренселегендә 2-се таҡтала уйнай, команда ла, Анна ла (9-ҙын 6½), бронза миҙал яулай. Ул ир-егеттәр араһында халыҡ-ара мастер дәрәжәһе бирелә.

2008 йылда Дрездендағы Олимпиадала командаһы менән бергә 2-се урын алыуға өлгәшә, 3-сө таҡтала уйнай[4].

2012 йылда Истанбулда (Төркиә)үткән 40-сы Халыҡ-ара шахмат Олимпиадаһында (27 август - 9 сентябрь) Украинаның ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Харьковтың «Динамо»һы вәкиле Анна Ушенина 10 мөмкинлектән 7 мәрәй йыйып (бер еңелеүһеҙ) 3-сө урын ала һәм команданың йомғаҡлау һөҙөмтәһенә ҙур өлөш индерә.

Ханты-Мансийскиҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя чемпионатында (2012 йыл) финалда тайн-брейкта Болгариянан Антоанетта Стефанованы еңеп (2:2, 1½:½), шахмат тажына эйә була[6]. Ошо турнирҙа сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса Аннаға халыҡ-ара гроссмейстер исеме бирелә[7] (исемлектә 28-се ҡатын-ҡыҙ).

Астанала (Ҡаҙағстан) Донъяның 4-се команда чемпионатында (2013 йылдың 2-13 марты) Украинаның ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында Анна Ушенина еңеүсе була, шулай уҡ 2-се таҡтала 8 мөмкинлектән 6 мәрәй йыйып 2-се урын ала.

2 апрелдә Киевта Украинала беренсе тапҡыр үткәрелгән аҡыллы шахмат буйынса бәйгелә уйнай. Халыҡ-ара мастер Елена Бойцун менән партияһы Аннаның еңеүе менән тамамлана [8].

Украина йыйылма командаһы составында Варшавала 2013 йылдың 7-17 ноябрендә үткән Европа чемпионатында еңеүсе була, шулай уҡ 2-се таҡтала 8 мөмкинлектән 6,5 мәрәй йыйып, бронза миҙал яулай.

2017 йылда үткән Йәһүд Олимпиадаһының (Маккабиада) көмөш призеры[9][10].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 ratings.fide.com
  2. Анна Ушеніна: Білявкою я стала безпосередньо перед першістю світу // Віталій МОХНАЧ, Україна молода, Номер 184 за 07.12.2012 (укр.)
  3. В Москве состоялась презентация «Шахматной еврейской энциклопедии»
  4. 4,0 4,1 4,2 Anna Ushenina  (инг.). // Chessgames Biography, chessgames.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 декабрь 2012. 7 декабрь 2012 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 Українка Ганна Ушеніна стала чемпіонкою світу з шахів серед жінок. Пресс-релиз  (укр.). // Федерация шахмат Украины. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 декабрь 2012. 7 декабрь 2012 тикшерелгән.
  6. Королева победила нокаутом на тай-брейке, Коммерсантъ (3 декабря 2012 года).
  7. Личная карточка на Анны Ушениной сайте ФИДЕ.
  8. Первый в истории Украины матч по прогрессивным шахматам.
  9. Baron of the second GM group
  10. офсайт Маккабиады. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 декабрь 2017. 10 декабрь 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]