Антоанета Стефанова
Антоанета Стефанова (болг. Антоанета Стефанова; 19 апрель 1979 йыл) — Болгария шахматсыһы, ҡатын-ҡыҙҙар араһында шахмат буйынса унынсы донъя чемпионы (2004—2006), Европа чемпионы (2002). Тиҙ шахмат буйынса донъя чемпионы (2012).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Антоанета Стефанова 1979 йылдың 19 апрелендә Болгарияның баш ҡалаһы Софияла тыуа. Шахмат менән дүрт йәшендә шөғөлләнә башлай. 1989 йылда беренсе абруйлы награда яулай — 10 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Донъя чемпионы, артабан 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында тиҙ шахмат буйынса Европа чемпионы була. 2000 йылда Болгарияның ир-егеттәр шахмат командаһы өсөн уйнай. 1994 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар араһында, 2002 йылда ир-егеттәр араһында халыҡ-ара гроссмейстер исемен ала.
2004 йылдың 5 июнендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионы исеме өсөн ярыш финалында Рәсәйҙән Екатерина Ковалевскаяны 2,5:0,5 иҫәбенә еңеп, чемпион тажын яулай.
2004 йылдың 22 ноябренән «Пловдив ҡалаһының почетлы гражданы» исемен йөрөтә. Төрлө командалар составында ике тапҡыр Европа кубогы еңеүсеһе була (2009, 2011). 2012 йылда Ханты-Мансийск ҡалаһында Ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионаты финалында тай-брейкта Украинанан Анна Ушенинанан еңелеп (2:2, 1½:½), икенсе урында ҡала.
София университетының Иҡтисад факультетын тамамлаған.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 ratings.fide.com (ингл.)
- ↑ Antoaneta Stefanova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 https://www.strazha.bg/mps/antoaneta-andonova-stefanova
- ↑ Bartelski W. List of players on FIDE lists 1967-2001 — 2019.
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 OlimpBase (ингл.)