Руденко Людмила Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Руденко Людмила Владимировна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 27 июль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1]
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Полтава губернаһы[d], Лубны
Вафат булған көнө 28 февраль 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Санкт-Петербург
Һөнәр төрө шаһматсы
Шахматный титул халыҡ-ара мастер[d], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d] һәм шахмат буйынса СССР спорт мастеры[d]
Спорт төрө Шахмат
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены заслуженный мастер спорта СССР
Commons-logo.svg Руденко Людмила Владимировна Викимилектә

Руденко Людмила Владимировна (27 июль 1904 йыл, Лубны, Полтава губернаһы, Рәсәй империяһы28 февраль 1986 йыл, Ленинград, СССР) — совет шахматсыһы. Шахмат тарихында икенсе донъя чемпионы (1950 —1953); халыҡ-ара гроссмейстер (1976), ир-егеттәр араһында халыҡ-ара мастер (1950), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1953).

Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Людмила Владимировна Руденко 1904 йылда Лубны (Полтава губернаһы) ҡалаһында тыуған. Шахмат буйынса беренсе дәресте атаһынан 10 йәшлек сағында ала, әммә тәүге мауығыуы йөҙөү була. Гимназияны тамамланғандан һуң Одессаға күсеп китә, унда иҡтисадсы дипломын ала. 1925 йылда Одессала 400 метрға брасс менән йөҙөү буйынса чемпион була. Шахматта хобби кеүек уйнап, иҡтисадсы булып эшләй башлай.

Шахмат карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1925 йылда Одессанан  Мәскәүгә күсеп килә. 1925 йылда «Комсомольская правда» гәзите ойошторған шахматсылар турнирында тәүге сығышы уңышһыҙ була, ул һуңғы урындарҙың береһен яулай. 1927 йылда СССР беренсе ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатына баш ҡаланы күрһәтергә хоҡуҡ ала. Был ярышта бишенсе урынды биләй.

Руденко 1928 йылда ҙур уңышҡа өлгәшә, Мәскәү чемпионы була. Баш ҡала беренселегендә ул бөтә ун ике партияла еңеү яулай.

1929 йылданн Ленинградта йәшәй. Бында . П. Романов һәм А. Толуша етәкселеге аҫтында Руденконың комбинациялы уйын стиле барлыҡҡа килә. Ете тапҡыр Ленинград чемпионы була, яҡшы һөҙөмтәләр менән СССР-ҙың ун ете беренселегендә сығыш яһай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә эвакуациялана һәм Өфө моторҙар заводында инженер-иҡтисадсы булып эшләй.

1946 йылда СССР - Бөйөк Британия радиоматчында ҡатнаша.

Донъяның ҡатын-ҡыҙҙар шахмат чемпионатында (Мәскәү, 1949/50) Руденко 15 мәрәйҙән 11,5 мәрәй йыйып, беренсе урынды биләй һәм донъяның алтын миҙалын яулай

Ике йылдан һуң, илдең XII ҡатын-ҡыҙҙар беренселегендә еңеп, донъя һәм СССР чемпионы була (Тбилиси, 1952).

1953 йылда донъя беренселегендә башҡа совет шахматсыһы Елизавета Быкова менән уйнай. Быкова +7/-5=2 һөҙөмтәһе менән еңә.

Илдең 1-се һәм 16 башҡа чемпионаттарҙың ҡатнашыусыһы; иң яҡшы һөҙөмтәләре: 1952 йылда — 1-се урын.; 1936, 1945, 1947/48 — һәм 1953 йылдарҙа — 2-се урын. Мәскәү (1928), Ленинград(1932, 1936, 1947, 1957, 1958, 1962 һәм 1963) чемпионы, «Спартак» (1937) һәм «Зенит» (1954) спорт йәмғиәттәренең, Үзбәк ССР-ының (1955) һәм Украинаның (1956) асыҡ беренселегенең чемпионы. Бер нисә халыҡ-ара уйындар, шул иҫәптән СССР — Бөйөк Британия радиоматчы (1946), СССР- — ЧССР (1954), Ленинград — Будапешт (1957) уйындары ҡатнашыусыһы.

Шахмат ҡаҙаныштары өсөн «Почёт Билдәһе» ордены (1957) менән бүләкләнә

Балаларҙы ҡотҡарыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың июлендә Руденко эшләгән завод тиҙ арала Өфөгә эвакуациялана, ә эшселәрҙең балалары ҡалала тороп ҡала. Блокада ҡотлоғоһоҙ булыуы аңлашылғас, Руденко Ленинградҡа әйләнеп ҡайта һәм махсус поезд ойоштора. Ул балаларҙы Өфөгә алып сыға. Тап ошо эшен Руденко үҙенең тормошонда төп ҡаҙаныш тип һанай[2].

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2015 йылда Шахмат данының донъя залына индерелә[3].
  • 2018 йылдың 27 июлендә Google компанияһы Руденконың тыуған көнөн махсус тематик заставка менән билдәләй[4][5].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Борисов Н., Дэуэль А. Я прошла бы всё сначала. // «64 — Шахматное обозрение». — 1983. — № 5. — С. 13—15.
  • Л. В. Руденко (1904—1986). // Шахматы в СССР. — 1986. — № 4. — С. 26.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]