Шахлин Борис Анфиянович
Шахлин Борис Анфиянович (27 ғинуар 1932 йыл, Ишим, Төмән өлкәһе — 30 май 2008 йыл, Киев, Украина) — гимнаст, СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1955). Ете тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы (1956 — конь өҫтөндәге күнегеүҙәр, командалар ярышы; 1960 — абсолют беренселек, конь өҫтөндәге күнегеүҙәр, брустарҙағы күнегеүҙәр, таянып һикереү; 1964 — перекладиналағы күнегеүҙәр). Абсолют донъя (1958), Европа (1955), СССР (1954, 1957—1960, 1963) чемпионы. Күпбәйгенең айырым төрҙәрендә донъя (1954, 1958), Европа (1955,1963), СССР (1957—1964) чемпионы. СССР Кубогына эйә (1955—1962).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бори́с Анфия́нович Шахли́н 12 йәшендә үкһеҙ етем ҡара, малай ҡәрҙәрше менән икеһен өләсәһе тәрбиәләй. 1944 йылда гимнастика секцияһына яҙыла. В. А. Порфирьев беренсе остазы була[6], ул малайҙа яуаплылыҡ тәрбиәләй һәм бер ни алдында баҙап ҡалмаҫҡа, бирешмәҫкә, аҡтыҡ көскә тиклем көрәшергә өйрәтә. Киев физкультура институтына уҡырға барырға ла ул кәңәш бирә. 1955 йылда Борис Киев физик культура институтын тамамлай.
Тәжрибәле тренер А. С. Мишаковта (уның тәрбиәләнеүселәре иҫәбендә — легендар гимнаст Лариса Латынина) шөғөлләнә, 22 йәшендә тәүге тапҡыр СССР йыйылма командаһы составында Римға донъя чемпионатына бара, команда беренселегендә еңә. Шул уҡ йылды беренсе тапҡыр СССР-ҙың абсолют чемпионы була. 1956 йылда Олимпия уйындары алтынына лайыҡ була. Өс Олимпиадала ҡатнашып (1956—64), бөтәһе 7 алтын награда яулай. Шахлин үҙен һәр ваҡыт тыныс тота, үҙ көсөнә ышана. ФРГ-ла үткән Европа беренселегенән һуң (1955) журналистар уны ярыш майҙанына сығып, бөтә көнәркәштәрен иҙеп сыҡҡан «рус айыуы» тип атай.
1964 йылдан КПСС ағзаһы. Спорт карьераһын тамамлағандан һуң Киев физкультура институтында уҡыта. 1968 йылда халыҡ-ара категориялы судья була. 1970-се йылдар башында уны Халыҡ-ара гимнастика федерацияһының техник комитеты вице-президенты итеп һайлайҙар.
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1969 йылдың 25 мартында Монголия почтаһы почта маркалары серияһын сығара (№ 520—527 + почта блогы № 120). 525-се номер аҫтындағы 60 монге номиналлы маркаға конь өҫтөндә күнегеү эшләп торған Борис Шахлин төшөрөлгән.
Маҡтаулы бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1956)
- Ленин ордены (1960)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1964)
Ишимда Б. А. Шахлин һәйкәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишим ҡалаһында Борис Шахлинға һәйкәл ҡуйылған[7].
Ул «Екатеринбург художество фонды» ижади-производство берекмәһе тарафынан 2011 йылда эшләнгән. Авторҙары: С. Титлинов, А.Медведев, С.Савин.
Иҫән сағында спортсыны «тимер Шахлин» тип йөрөтәләр. Һәйкәлде авторҙар, гимнастың һынмаҫ холҡон, ныҡлығын, көсөн һәм еңеүгә ихтыярын кәүҙәләндереп, тутыҡмаҫ ҡоростан эшләй.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Моя гимнастика. — М., 1973.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шахлин Борис Анфиянович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Boris Anfiyanovich Shakhlin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Boris Shakhlin // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ http://www.intlgymnast.com/Online-Features/News/360.html
- ↑ 5,0 5,1 Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ ПОРФИРЬЕВ ВАСИЛИЙ АЛЕКСЕЕВИЧ 2017 йыл 4 август архивланған.
- ↑ Открыт памятник «Железному Шахлину»"МК в Тюмени" (28 декабря 2011)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шахлин Борис Анфиянович // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 27 ғинуарҙа тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Төмән өлкәһендә тыуғандар
- 30 майҙа вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Киевта вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- ІІІ дәрәжә "Ҡаҙаныштар өсөн" ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарының бронза призерҙары
- 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындарының бронза призерҙары
- СССР-ҙан Олимпия чемпиондары
- Спорт гимнастикаһы буйынса Олимпия чемпиондары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарының көмөш призерҙары
- 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындарының көмөш призерҙары
- Алфавит буйынса спортсылар
- 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- КПСС ағзалары