Эстәлеккә күсергә

Ютландия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ютландия
Карта
Карта
Характеристикалары
Майҙаны40 000 км²
Урынлашыуы
55°37′46″ с. ш. 9°12′03″ в. д.HGЯO
 Ютландия Викимилектә

Ютла́ндия (дан. Jylland, нем. Jütland: «Ют иле», лат. Cimbria, Iutia, Iutlandia) — Европалағы ярымутрау, Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәрен айыра. Төньяҡта Каттегат һәм Скагеррак боғаҙҙары менән Скандинавия ярымутрауынан айырыла. Майҙаны яҡынса 40 мең км². Ярымутрауҙың төньяҡ өлөшө (2/3 ашыуы) Дания, көньяғы — Германия (Шлезвиг-Гольштейн ере) биләмәләре составына керә. Дания өлөшө 1920 йылғы плебисцит һөҙөмтәһендә ҙурайтыла.

XIX быуат аҙағында Киль каналы төҙөлгәндән һуң, фактик рәүештә утрау булып китә.

Ютландия яр буйындағы дюналар

Ярымутрау яр буйҙары буйлап дюналар ғәҙәти, улар ҡайһы саҡта ҡомло утрауҙар барлыҡҡа килтерә. Ютландияның көнсығыш ярҙары ныҡ йырғыланған. Бейеклеге 173 метрға тиклем. Рельефы тигеҙ, урыны менән морена сығышлы тәпәш убалар бар. Ғинуарҙың уртаса температураһы яҡынса 0 °C, июлдең — +15 °C. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 600—800 мм. Ютландия нигеҙендә Киль каналы төҙөлгән. Урмандар ярымутрауҙың яҡынса 9 % ҡаплай. Ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ үҫешкән.

1825 йылғы һыу баҫыу һөҙөмтәһендә ярымутрауҙың төньяҡ осо Лим-фьорд менән Веннсюссель-Ти утрауына айырылған, әммә традицион рәүештә уның өлөшө тип ҡарала.

Ютландия тарихи яҡтан Скания һәм Зеландия менән бергә Данияның өс еренең береһе булып тора. Быға тиклем Клавдий Птолемейгә ярашлы ярымутрауҙа тевтондар, кимврҙар һәм гарудтар йәшәгән.

Күп кенә инглдәр, сакстар, юттар һәм фриздар 450 йылдан алып Ютландиянан Британ утрауҙарына күскәндәр. Бәлки был һундарҙың походтарына бәйле булғандыр, шулай ҙа иң дөрөҫө был күсеш дандарҙың килеп инеүе арҡаһында булған, юттар һәм дандар араһында алыштар иң ҙур һәм ҡанлы була.

Христиан франк императорҙарынан һаҡланыу өсөн дандар Даневирке («Дан стенаһы») валын төҙөй, ул көньяҡ Ютландия буйлап Төньяҡ диңгеҙенән Балтик диңгеҙенә ҡәҙәр үткән. Бөйөк Карл мәжүси сакстарҙы ярымутрауҙың иң көньяҡ өлөшөндә тар-мар итә һәм был территорияға үҙенең союздаштар бодричтарҙы күсерә.

Балтик һәм Төньяҡ диңгеҙҙәре араһында транзитты тиҙләтеү маҡсатында бөтә ярымутрау буйлап каналдар (мәҫәлән XVIII быуат аҙағында төҙөлгән Eiderkanal һәм 1875 йылда асылған Киль каналы) һалынған.

Беренсе донъя һуғышы осоронда ярымутрау янында Ютландия алышы була ул тарихта иң ҙур диңгеҙ алышы тип иҫәпләнә.

Орхус — ҙурлығы буйынса Данияла икенсе ҡала

Ютландия өсөн ют (ютланд) диалектары ғәҙәти булып тора, улар, бигерәк тә көнбайыш һәм көньяҡ диалекттары, стандарт дан теленән ныҡ айырыла.

Ютландияның Дания өлөшөндәге иң ҙур ҡалалары: Орхус, Ольборг, Эсбьерг, Раннерс, Кольдинг, Хорсенс, Вайле, Силькеборг, Фредерисия, Виборг, Хадерслев.

Бер нисә бәләкәй ҡаласыҡтар менән бергә Орхус, Раннерс, Кольдинг, Хорсенс, Вайле, Фредерисия, Хадерслев ҡалалары Көнсығыш Ютландия агломерацияһын тәшкил итә. Административ рәүештә Ютландияның Дания өлөшө өс өлкәнән тора: Төньяҡ Ютландия, Үҙәк Ютландия һәм Көньяҡ Данияның көнбайыш өлөшө.

Киль — ярымутрауҙың Германия өлөшөндәге иң ҙур ҡала

Ютландияның көньяҡ 1/3 өлөшө административ рәүештә Германияның Шлезвиг-Гольштейн федераль ере биләмәләренә ҡарай.

Тарихи яҡтан Ютландияның көньяҡ сиге Айдер йылғаһы буйлап үткән, ул шулай уҡ Шлезвиг һәм Гольштейн герцоглыҡтары араһында сик булып торған.

Ютландияның Германия өлөшөндәге иң ҙур ҡалалары: Киль, Любек, Фленсбург һәм Ноймюнстер.

  • [ Ютландия] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә