Эстәлеккә күсергә

Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы
Тыуған көнө

13 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР, Бәләбәй кантоны, Бәләкәй Өстүбә ауылы[1]

Вафат көнө

15 апрель 2001({{padleft:2001|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Альма-матер

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

Филология фәндәре докторы, 1975

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1981
Дан ордены
Дан ордены
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улы (13 ноябрь 1925 йыл15 апрель 2001 йыл) — партия, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим һәм яҙыусы. 1961—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылға тиклем — уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1992 йылға тиклем — журналистика кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1975), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының (1977) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1981) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйнуллин Миҙхәт Фазлый улының фәнни эшмәкәрлеге башҡорт драматургияһы һәм театр сәнғәте үҫеше тарихына арналған. Публицистика жанрында эшләй. Профессор Ғайса Хөсәйенов менән авторҙашлыҡта «Башҡорт совет яҙыусылары» (1967), «Писатели советской Башкирии» (1969) биобиблиографик белешмәләре, «Башҡорт драматургияһы антологияһы» йыйынтығы (1984), «Драматургия С. Мифтахова») («С. Мифтахов драматургияһы»)(1959), «Ысынбарлыҡ, Конфликт. Характер»(1974) һәм «Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары» (1985) монографиялары авторы булараҡ, М. Ф. Ғәйнуллин — башҡорт әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғалим. Ул шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре автор-төҙөүселәренең береһе. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985);
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[2];
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981);
  • 3-сө дәрәжә Дан ордены (22.06.1945)[3].
  • Драматургия С. Мифтахова. — Уфа, 1959.
  • Башҡорт совет яҙыусылары (авторҙаш). — Өфө, 1967.
  • Писатели советской Башкирии (авторҙаш). — Уфа, 1969.
  • Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер. — Өфө, 1974.
  • Башҡорт драматургияһының үҫеү юлдары. — Өфө, 1985.
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Бүздәк районы, Бәләкәй Өстүбә ауылы.
  2. Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында