Ҡунаҡов Йәрмөхәмәт Йомағужа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәрмөхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов
Тыуған ваҡыты

1794({{padleft:1794|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Үҫәргән улусы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1812—?

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Йәрмөхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов (Йәрмөхәмәт Йомағужин; 1794—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәрмөхәмәт Йомағужа улы Ҡунаҡов Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы (хәҙерге Ырымбур өлкәһеның Ҡыуандыҡ районы) Йомағужа (шулай уҡ Ә. З. Әсфәндиәров буйынса хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Ҡужанаҡ) ауылында йәшәгән.

1812 йылдың 1 ғинуарынан казак булып хеҙмәт итә.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 8-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[1]. 8-се Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 6 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара[2]. Кострома ополчение корпусы составында 8-се Башҡорт полкы Калиш ҡәлғәһенә һөжүм итеүҙә ҡатнаша[3]. 1813 йылдың 9 сентябрендә 8-се полк Глогауҙы блокадалау өсөн тәғәйенләнгән Польша армияһының корпусына индерелә һәм ҡәлғә бирелгәнсе уның составында һуғыша[2][4]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 8-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.

1822 һәм 1823 йылдарҙа Ырымбур сик һыҙығы буйында хеҙмәт итә.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Мәрйенбикә; ҡыҙҙары — Гөләйша һәм Гөлбаныу[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Сулейманов Ф. М. Юго-восточный Башкортостан: малоизученные страницы истории и этнографии. — Уфа: Гилем, Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 104-105. — 272 с. — ISBN 978-5-88185-122-4.
  2. 2,0 2,1 Рахимов Р. Н., 2012, с. 400-401
  3. Усманов А. Н., 1964, с. 79
  4. Усманов А. Н., 1964, с. 82

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]