Эстәлеккә күсергә

Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 ноябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Буранбай ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 июнь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре

Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы (17 ноябрь 1930 йыл13 июнь 2013 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 2001—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһының почетлы ағза­һы.

Маһинур Мөхлис ҡыҙы Үтәбаева (уңда)

Маһинур Мөхлис ҡыҙы Үтәбаева (Үтәбай-Кәрими) 1930 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуған. Атаһы Мөхлис Суфиян улы Үтәбаев Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Фронттан ҡайтҡас, Темәстә Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары ва­зифаһында Зәки Вәлидиҙең ярҙамсы­һы була.

1931 йылда ғаиләне кулаклыҡта ғәйепләп, Себергә һөрәләр.

1937 йылда Мөхлис мулланы Зәки Вә­ли­диҙең ярҙамсыһы булараҡ хөкөм итәләр һәм, 10 йыл срок биреп, Свердловск өлкәһенә төрмәгә оҙаталар. Ҡатыны, биш балаһы, әсәһе Черемхово ҡалаһында аслыҡтан вафат була. Маһи­нур менән апаһы Маһруйҙы балалар йортона ебәрәләр. Мөхлис мулла Свердловск төрмәһенән үҙенең отҡорлоғо һәм уҡымышлылығы арҡаһында ҡотолоп сыға, һуғыш башланыр алдынан Себергә китә, балалар йортонда тәрбиәләнгән ҡыҙҙарын таба, ләкин уларҙы бергә алып ҡайтырға мөмкинлеге булмай. «Мин атайымды таныманым, башҡорт телен дә онотҡайным», — тип иҫкә ала торған ине Маһинур Мөхлис ҡыҙы.

1947 йылда ғына ул йәйәүләп, ҙур яфалар сигеп, тыуған яғына ҡайтып төшә.

1949 йылда мәктәпте тамамлай.

Маҡсатлы, тырыш ҡыҙ Мәскәүҙәге Ленин исемендәге педагогия институтына уҡырға инә.Уҡыған йылдарында ул комсорг була, уҡыуҙа ла алдынғы, шуға күрә уны Мәскәү Кремлендә музейҙарға ярҙам итергә саҡырһалар ҙа, тыуған яғына эшкә ҡайта.

19541960 йылдарҙа Баймаҡ районында уҡытыусы, завуч булып эшләй.

19601963 йылдарҙа — Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында методист, кабинет мөдире.

19631968 йылдарҙа — Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендә методика кабинеты мөдире.

19681970 йылдарҙа Мәғариф йорто директоры.

19701987 йылдарҙа РСФСР Педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең яуаплы секретары.

Хаҡлы ялға сыҡҡас ул йәмғәт эштәренә башкөллө сума һәм вафатына тиклем китаптар әҙерләп сығарыу менән шөғөлләнә.

2013 йылда Өфө ҡалаһында вафат була. Йәмғиәт алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн уны мемориаль Мосолман зыяратында ерләйҙәр.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маһинур Мөхлис ҡыҙы Үтәбай-Кәрими һуңғы 30 йылға яҡын ғүмерендә РСФСР педагогик йәм­ғиәтенең Башҡортостан бүлеге секретары була, йәмғиәттең биш съезында ҡатнаша.

1991 йылдан алып ғүмернең ахырына тиклем Баш­­ҡортостандың сәйәси золом ҡор­бан­дары ассоциацияһында, 2000 йылдан унда етәксе була, нахаҡҡа рән­йетелгәндәрҙең иҫтәлеген тергеҙеү, уларҙың яҡындарына рухи ярҙам күрһәтеү менән шө­ғөлләнә. Тупланған документтарҙан дүрт том "Хәтер китабы"н сығарып өлгөрә.80 йәшенән һуң да документтар өҫтөндә эшләп, Баймаҡ районынан һөргөнгә оҙа­тылған ғаиләләр хаҡында китап әҙерләп, «Китап» нәшриәтенә тапшыра, тик сыҡҡанын күреп өлгөрмәй.

2008 йылда балалыҡ йылдары үткән Черемхово ҡалаһына барып, сәйәси золом ҡорбандары балалары, бергә үҫкән тиңдәштәре менән осрашып, шул осор тураһында тураһында фильм төшөртә. Был фильм телевидение аша бер нисә тапҡыр күр­һәтелде. Себерҙең Черемхово, Ачинск, Иркутск ҡалаларында йәмәғәтселәр менән осрашып, сәйәси золом ҡорбандары исемлеге ҡуйылған таш һәйкәлдәрҙе фотоға, фильмға тө­шөрөп алып ҡайта. Ул Башҡортостан телевидениеһы аша бер нисә тапҡыр күрһәтелә.

Бына уның «Киске Өфө» гәзитенә биргән интервьюһынан[1]:

Шәхес культы йылдарында илдә репрессия еле ҡағылмаған ғаиләләр бик аҙ булғандыр. Мин иһә быны сабый ғына сағымдан үҙ башымдан кисерҙем: ғаиләбеҙ 1931 йылда уҡ Себергә һөрөлә, шунда уҡ 1937 йылда атайым, ваҡытында Әхмәтзәки Вәлиди Хөкүмәте ағзаһы булып тороуҙа ғәйепләнеп, ҡулға алына. Беҙҙең бәхеткә, 1940 йыл ул төрмәнән сығарыла, һәм беҙ шунда, Себерҙә вафат булып ҡалған әсәйемдең ҡәберен ҡалдырып, Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта алдыҡ. 60 йылдан ашыу ғүмеремде мәғариф һәм йәмәғәтселек эшенә бағышлаған кеше булараҡ, ғәйепһеҙгә ҡулға алынып, 1937—1938 йылдарҙа атылған биш наркомдың — 30-сы йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф буйынса халыҡ комиссарҙары булып эшләгән аҫыл шәхестәребеҙҙең аяныслы яҙмышы борсоно мине ғүмерем буйы. Мин улар хаҡында һәм, ғөмүмән, репрессия темаһына бик күп яҙҙым, золом ҡорбандарының яҙмыштарын өйрәндем, эҙләндем, бик күп мәғлүмәттәр тупланым. Әлеге быуындарға әйтер һүҙем шул: нахаҡҡа ҡорбан булған шәхестәребеҙҙе онотмайыҡ! Бына әлеге биш наркомдың исем-шәрифтәрен әйтеп үтәм: Ибраһим Хафиз улы Абыҙбаев — 1901 йылда Белорет районы Сермән ауылында тыуған, 1937 йылдың 8 декабрендә атыла; Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин, 1895 йылда Ырымбур губернаһында тыуған, 1937 йылдың 21 ноябрендә атыла; Әхмәт Рыҫмөхәмәт улы Иҫәнсурин — 1897 йылда Ырымбур губернаһында тыуған, 1930 йылда мәғариф буйынса халыҡ комиссары булып эшләй, аҙаҡ партия Өлкә Комитеты секретары итеп тәғәйенләнә.1938 йылдың 10 июлендә атыла; Риза Вахит улы Әбүбәкеров — 1902 йылда Салауат районында тыуған, 1930—1935 йылдарҙа мәғариф комиссары була. 1937 йылдың 3 октябрендә атыла; Ғөбәй Кирәй улы Дәүләтшин — 1893 йылда Һамар губернаһында тыуған. 1935—1937 йылдарҙа мәғариф комиссары булып эшләп йөрөгәндә нахаҡҡа ғәйепләнеп ҡулға алына һәм 1938 йылдың 9 июнендә атыла. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 1930—1950 йылдарҙа Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кеше сәйәси репрессия ҡорбаны була.

Маһинур Мөхлис ҡыҙы мәғариф ветерандары тураһында фотоматериалдар йыя һәм музей ойоштороу тураһында хыяллана. 2000 йылда музей асыла. Уның экспозицияларында һәм фондтарында Үтәбаеваның бай шәхси архивы урын алған.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы
  • В. А. Сухомлинский миҙалы
  • «Хеҙмәт ветераны» ми­ҙалы.
  • Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы[2]
  • Төрлө юбилей билдәләре, Башҡортостан Мә­ғариф министр­лығының, бүтән ведом­стволарҙың бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

Күренекле ғалим-шәрҡиәтсе Үтәбай-Кәримиҙең (Үтәбаев Рауил Алексей улы)[3] тоғро тормош юлдашы, рухи ярҙамсыһы, мәрхүм булғас, уның тороп ҡалған ҡулъяҙмаларын тәртипкә һалып, нәшриәткә әҙерләп биреүсе лә була. Улар бик милли рухлы ике бала үҫтерәләр. Зөһрә менән Салауат әсәләренең телгә алынған бөтә эштәрендә беренсе ярҙамсы була, уларҙың тамамланмай ҡалған ҡайһы бер эштәрен дауам итәләр[4]

  • Үҙҙәре өсөн генә йәшәмәнеләр [5](недоступная ссылка)
  • Уфада Равил Үтәбай-Кәриминең китабы туе үтте[6](недоступная ссылка)
  • Уфада Равил Үтәбай-Кәримине искә алалар [7] 2019 йыл 1 май архивланған.
  • Утябаева Магинур Мухлисовна[8] 2016 йыл 26 март архивланған.
  • А. Черкалихин, Р. Краснова. Мне не выпало лишнего счастья — Журнал «Уфа», 2005 йыл, № 10
  1. Һәр кем күңелендә онотолмаҫ ваҡиғалар йәшәй. «Киске Өфө» [1](недоступная ссылка)
  2. Ҡатын-ҡыҙ ҙа донъя тотҡаһы[2]
  3. [3] 2016 йыл 5 апрель архивланған.
  4. Үҙҙәре өсөн генә йәшәмәнеләр [4](недоступная ссылка)