Эстәлеккә күсергә

Һинд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һинд (йылға) битенән йүнәлтелде)
Һинд
санскр. सिन्ध, IAST Sindhu
С Һинд бассейнының ер юлдашынан төшөрөлшән һүрәте
С Һинд бассейнының ер юлдашынан төшөрөлшән һүрәте
Характеристика
Оҙонлоғо 3180 км
Бассейн 960 800 км²
Һыу сығымы 6600 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Тибет
 · Координаталар 31°14′32″ с. ш. 81°46′06″ в. д.HGЯO
Тамағы Ғәрәп диңгеҙе
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 23°59′11″ с. ш. 67°26′13″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ғәрәп диңгеҙе

Илдәр Ҡытай Ҡытай, Һиндостан Һиндостан, Пакистан Пакистан
Регион Тибет автономиялы районы
Һинд (Һиндостан)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Һинд Викимилектә

Һинд (өҫкө ағымында Синги (Шицюаньхэ)[1], Сенгге-Дзангбо[2], тиб. སེང་གེ།་གཙང་པོ Sênggê Zangbo, ҡыт. 印度河 Yìndù Hé, һинд सिन्धु नदी, көн.-пәндж. دریاۓ سندھ Sindh, пушту اباسين Abāsin, синдхи سنڌوندي Sindhu, урду دریائے سندھ) — Көньяҡ Азияның эре йылғаһы, шишмә башы Ҡытай биләмәһенең Гималайҙарында. Һиндостандың һәм Пакистандың төньяҡ-көнбайыш биләмәләренән аға. Ҡараны (баш алышы) Тибет тауҙары итәгендә булһа, тамағы Ғәрәп диңгеҙенең төньяғында, Карачи ҡалаһынан алыҫ түгел. Һиндтың оҙонлоғо — 3180 км, бассейн майҙаны — 960 800 км² (980 мең. км² в БСЭ[3]).

Атамалары: санскр. सिन्धु (Sindhu IAST); урду سندھ (Sindh); синдхи سندھو (Sindhu); кб.-пандж. سندھ (Sindh IAST); авест. Hindu; пушту اباسين (Абба-Син «йылғалар атаһы»); фарс. هند («Hind»); тиб. Sengge Chu («Lion River»); ҡыт. ябайл. 印度河, пиньин: Yìndù Hé; грек. Ινδός (Индос).

Һинд йылғаһы Гималайҙа Тибеттә(Ҡытай) баш ала, Һиндостандың төньяҡ көнсығышынан, Пакистан биләмәһенән аға

. Һинд (Синдху) — ведий Ете йылғалығының иң төп йылғаларының береһе.

Башы һәм өҫкө ағымы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға башы яҡынса 5300 м[3] бейеклектә, (5182 м Геословарь[4] һәм 5500 м Британнике буйынса[5]) Тибет ҡалҡыулығының көньяҡ-көнбайышында, Кангринбоче (Кайлас) тауының төньяҡ битләүендә, Мапам-Йомцо күленән төньяҡҡа табан яҡынса 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Сенгге-Дзангбо[6] (Шицюаньхэ́[7]) исеме аҫтында Лангмар ауылы янында Гар-Дзангбо[8] йылғаһы менән ҡушылғанға тиклем аға, унда Һинд атамаһын ала[4].

Һинд йылғаһы 1000 км-ҙан ашыу тәрән тектоник үҙән буйлап Ҡараҡором тауҙары аша төньяҡ-көнбайышҡа табан аға һәм күп һанлы ҡаялы тарлауыҡтарҙы барлыҡҡа килтерә. Тибет автономиялы өлкәһе менән Ладакх һинд союз территорияһы араһындағы сикте Һинд Демчок тораҡ пункт янында 4572 метр бейеклектә үтә[5]. Оҙон таулы участканан һуң йылға боронғо Лех ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә сыға. Лехтан алыҫ түгел Индус йылғаһына Заскар йылғаһы (һулдан) ҡоя, шунан һуң йылға яңынан Тингмосганг ҡалаһы янында тарлауыҡҡа инеп китә һәм Баталик сик буйы ҡасабаһына аға.

Ладакх менән Пакистандың Гилгит-Балтистан сиген үткәндән һуң Һиндҡа Шинго йылғаһы ҡоя. Яҡынса 80 км-ҙан һуң уң яҡтан Һинд йылғаһына Шайок йылғаһы ҡушыла. Скарду янында (Балтистандың төп ҡалаһында) уң яҡтан Һиндҡа, Биафо һәм Балторо боҙлоҡтары менән туҡланған, Шигар йылғаһы ҡоя. Һинд Харамош түбәһендә иң төньяҡ нөктәһенә етә, шунан һуң, Бунджи ҡалаһы янында Гилгит йылғаһы (шулай уҡ уң яҡта) менән берләшеп, Гималай тауҙары һәм Һиндукуш армыттары араһы аша үтеп, көньяҡ-көнбайышҡа борола. Ошонан Һинд яры буйлап Ҡараҡорам шоссеһы үтә. Гилгит йылғаһы менән ҡушылғандан һуң Һинд Астор йылғаһы һыуҙары менән тулылана һәм йылғаны боҙлоҡтар менән туҡландырыусы Нанга-Парбат тауы итәгендә аға. Шунан Һинд Кашмир сиген үтеп, Пакистанға инә.

Урта ағымда убалы тәпәш таулыҡтарҙы киҫеп үтә, унда 1977 йылда Тарбела плотинаһы төҙөлгән. Бынан һуң Һинд йылғаһы ҙур ҡушылдығын — Ҡабулды ала (ҡушылыу бейеклеге яҡынса 610 м), Калабаг тарлауығы аша Сөләймән тауҙары һәм Тоҙ һырты армыттары араһынан аға һәм артабан Индо-Ганг тигеҙлегенә инә.

Соан йылғаһы менән берләшеп, Дауд-Хель ҡалаһы янындағы Пенджаб тигеҙлектәренә сығып, Һинд бер нисә тармаҡҡа һәм ҡылымыҡтарға бүленә. Йылға һәм уны оҙатып килгән каналдар Мианвали һәм Дера-Исмаил-Хан ҡалалары аша ағып үтәләр. Кот-Адду ҡалаһы янында Таунса плотинаһы төҙөлгән. Дера-Гази-Хан аша үтеп, Һинд иң ҙур ҡушылдығы — Панджнад йылғаһының һыуҙарын ҡабул итә, унан һуң йылғаның киңлеге 400-500 м-ҙан 1-2 км-ға тиклем арта. Суккур (Синд өлкәһе) ҡалаһында Һиндтан Нара тармағы айырылып сыға, әммә диңгеҙгә тик бейек һыуҙа ғына барып етә, әммә борон, күрәһең, төп канал булып хеҙмәт иткән. Түбәнге ағымында Һин Тар сүллегенең көнбайыш сиген киҫеп үтә. Тигеҙлек аша 1800 км ашыу үткәндән һуң Ғәрәбстан диңгеҙенә ҡоя.

Йылға бик күп ултырма ташый, шуға күрә уның үҙәне ҡомло тигеҙлек өҫтөнән күтәрелгән. Байтаҡ оҙонлоҡта йылға үҙәне тирә-йүнде ташҡындан һаҡлау өсөн ҡапланған. 1947 һәм 1958 йылдарҙа һыу баҫыу арҡаһында ҙур майҙандар юҡҡа сыға, 2010 йылдағы ташҡын да илгә ҙур зыян килтерә. Ҡайһы берҙә көслө ташҡын йылғаны үҙ йүнәлешен үҙгәртергә мәжбүр итә.

Һинд дельтаһы

Диңгеҙҙән 150 км алыҫлыҡта урынлашҡан Хайдарабад янында Һинд йылғаһының дельтаһы башлана, уның майҙаны 30 мең км² (ҙурлығы буйынса донъяла етенсе урында тора[9]) һәм диңгеҙ яры оҙонлоғо 250 км тәшкил итә. Йылға 11 төп тармаҡҡа бүленә, ә инде Һинд дельтаһындағы каналдарҙың тулы һаны аныҡ ҡына билдәләнмәгән, сөнки һәр ташҡын бөтөн рәүешен үҙгәртә. Был быуат дауамында төп үҙән дә күп тапҡырҙар урынын алмаштыра. Хәҙерге ваҡытта йылғаның төп каналы Гаджамро тип атала. Тәрәнлеге 8—32 км булған яр буйы һыҙатын һыу ҡалҡан ваҡытта һыу баҫа.

Һинд дельтаһы Голоцен осоронда барлыҡҡа килә[9].

Ҡушылдыҡтары теҙмәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡушылдыҡтарының иң эреләре:

Атамаһы Бейеклеге, м Ҡушылған урыны координаттары
Синдху һәм Гар-Дзангбо 4144 32°26′24″ с. ш. 79°42′49″ в. д.HGЯO
Һанле 4053 33°10′06″ с. ш. 78°49′26″ в. д.HGЯO
Занскар 3050 34°09′56″ с. ш. 77°19′54″ в. д.HGЯO
Сангелума-Чу 2783 34°34′32″ с. ш. 76°31′45″ в. д.HGЯO
Шинго 2580 34°44′48″ с. ш. 76°12′58″ в. д.HGЯO
Шайок 2258 35°13′43″ с. ш. 75°55′05″ в. д.HGЯO
Шигар 2180 35°19′30″ с. ш. 75°37′44″ в. д.HGЯO
Гилгит (река) 35°44′24″ с. ш. 74°37′25″ в. д.HGЯO
Астор (река) 35°34′11″ с. ш. 74°38′40″ в. д.HGЯO
Кандин 789 35°25′55″ с. ш. 73°12′17″ в. д.HGЯO
Чаурудара 725 35°08′33″ с. ш. 73°04′56″ в. д.HGЯO
Хан-Кхвар 34°55′23″ с. ш. 72°52′46″ в. д.HGЯO
Кабул (река) 33°53′58″ с. ш. 72°14′09″ в. д.HGЯO
Харо 33°46′01″ с. ш. 72°14′39″ в. д.HGЯO
Кохаттой 33°23′48″ с. ш. 71°48′09″ в. д.HGЯO
Соан 211 33°01′13″ с. ш. 71°43′14″ в. д.HGЯO
Куррам (река) 32°37′01″ с. ш. 71°21′24″ в. д.HGЯO
Панджнад (Сатледж) 29°08′42″ с. ш. 70°42′55″ в. д.HGЯO
Һиндтың (йәшел һыу) Занскар (һоро) йылғаһы менән ҡушылыуы

Һинд бассейнының майҙаны 970 мең квадрат километр тәшкил итә, был күрһәткес буйынса ул донъяла ун икенсе урында торһа.

Район климаты арид һәм ярым аридлы. Яуым-төшөм миҙгелле, Һиндтың түбәнге өлөшөндә уларҙың күләме әҙ, шул уҡ ваҡытта яуым-төшөмдөң яртыһынан күберәге Көньяҡ-Көнбайыш муссон менән килә (июль-сентябрь айҙарында). Тигеҙлектә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 100 мм-ҙан кәмерәк, әммә ағым буйлап күтәрелгән һайын был һан арта бара, Лахорҙа — 500 мм, Гималай тауҙарында — 2000 мм. Ҡоро климат һыу өҫтөнән, бигерәк тә Һиндтың түбәнге ағымында, көслө быу тыуҙыра, был йылына 2000 мм-ға етергә мөмкин.

Һиндтың төп туҡланыу урындары — көнбайыш Тибет, Ҡараҡором тауҙары һәм Һинд-Ярлунг сутураһы. Һинд плитаһынан ҡушылдыҡтарҙың йоғонтоһо бик аҙ[10].

Пакистандағы таулы урындан тыш, Һинд үҙәне Һинд субконтинентының иң ҡоро өлөшөндә урынлашҡан. Һинд буйлап уртаса йыллыҡ яуым-төшөм 125 мм-ҙан алып 500 мм-ға тиклем үҙгәрә. Гималай боҙлоҡтарынан тыш, Һиндты июлдән сентябргә тиклем муссонлы ямғырҙар туйындыра.

Һинд бассейнының төньяҡ өлөшөндә ғинуар температураһы нулдән түбән төшә, ә июлдә 38 °C етә. Йылға туңмай. Ерҙәге иң эҫе урындарҙың береһе — Джейкобабад ҡалаһы Һинд йылғаһынан көнбайышта үрге Синдта урынлашҡан — унда температура 49 °C тиклем күтәрелә.

Флора һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд үҙәненең Александр Македонский ваҡытындағы баһалары буйынса элек регионды ҡаплаған тығыҙ урмандар булған. Әммә әлеге ваҡытта был урмандар һиҙелерлек кәмегән. Бөйөк Моголдар дәүләтенә нигеҙ һалыусы Бабур үҙенең хәтирәләрендә йылға буйында осраған мөгөҙморондар тураһында яҙа. Интенсив урман ҡырҡыу һәм кешенең Сиваликалағы экологик хәлгә йоғонтоһо үҫеү шарттарының ныҡ насарайыуына килтерә. Һинд үҙәне — үҫемлектәре әҙ булған ҡоро өлкә. Ауыл хужалығына күпселек осраҡта һуғарыу ярҙам итә.

Һинд бассейны һәм йылға үҙе биологик яҡтан күп төрлөлөк менән ҡылыҡһырлана. Өлкәлә яҡынса 25 төр амфибия һәм 147 балыҡ төрө йәшәй, шуларҙың 22-һе ошо йылғала ғына осрай[11].

Һинд дельфины (Platanista minor йәки P. gangetica minor) — тешле кит төрө, тик Һинд йылғаһының системаһында ғына, башлыса Синд һәм Панджаб провинцияларында йәшәй[12]. Элек йылға ҡушылдыҡтары на ла барып сыҡҡан. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды мәғлүмәттәре буйынса, юғалыу хәүефе янаған кит һымаҡтар араһында һинд дельфины беренсе урында тора. Фараз ителеүенсә, дельфиндарҙың меңгә яҡын зат ҡалған[13], уларҙың байтаҡ өлөшө Синдта Суккур һәм Гудду плотиналары араһындағы 130 километр оҙонлоҡтағы йылғаның ҡыҫҡа ғына өлөшөндә йәшәй. Дельфин бөтөнләй тиерлек һуҡыр һәм эхолокация юлы менән ориентирлана.

Балыҡтар карп һымаҡтар (һинд чехони-шелдары, данио, барбус, маринкалар һ. б.), һаҡалсандар (боциялар һ.б.), багари һымаҡтар, йәйендәр, һәм башҡаларҙан тора. Гастрономик яҡтан популяр балыҡ булып сельдь һымаҡтар ғаиләһенән сыҡҡан Ilish балығы тора.

  1. Карта бите I-44-XXXIV. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
  2. Карта бите I-44-XXXIII.
  3. 3,0 3,1 Һинд — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. 4,0 4,1 Инд // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  5. 5,0 5,1 Indus River — Britannica Online Encyclopedia. www.britannica.com. Дата обращения: 16 ноябрь 2019.
  6. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 329.
  7. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 436.
  8. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 86.
  9. 9,0 9,1 Large Rivers: Geomorphology and Management. Редактор Avijit Gupta. John Wiley & Sons, 2008. ISBN 0470723718, 9780470723715. Всего страниц: 712, стр. 333—345
  10. Geological Society Special Publication Series (Выпуск 195), Geological Society (London). Авторы P. Peter D. Clift, Geological Society of London. Geological Society.: 2002. ISBN 1862391114, 9781862391116. Всего страниц: 525. Стр.253,254
  11. Indus River. World' top 10 rivers at risk. WWF. Дата обращения: 11 июль 2012. Архивировано 25 май 2013 года. 2012 йыл 4 октябрь архивланған.
  12. Endangered Wildlife and Plants of the World (Том 4), Marshall Cavendish Corporation, ISBN 0761471944, 9780761471943. Marshall Cavendish, 2001. Страниц 1872, стр.467
  13. WWF - Indus River Dolphin. Wwf.panda.org. Дата обращения: 22 сентябрь 2012. Архивировано 25 май 2013 года.


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ