Эстәлеккә күсергә

Әйүпова Зилара Ғайса ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйүпова Зилара Ғайса ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 июнь 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Абдулла, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 сентябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Өфө
Һөнәр төрө актёр
Әүҙемлек урыны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Әйүпова Зилара Ғайса ҡыҙы (15 июнь 1933 йыл — 20 сентябрь 2014 йыл) — бейеүсе, 19551975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1959). «Почёт Билдәһе» ордены (1955) кавалеры.

Зилара Ғайса ҡыҙы Әйүпова 1933 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған.

1953 йылда Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлаған. Мәктәп йылдарында уҡ ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһай башлай. Мәктәпте тамамлау менән Мәсетле район башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Нурый Мирсаев саҡырыуы менән район мәҙәниәт йортонда бейеүсе булып эш башлай. 1955 йылда Өфөлә сығыш яһағандан һуң Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Фәйзи Ғәсҡәров Зилара Әйүпованы баш ҡалала алып ҡала.

19551975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (хәҙерге ваҡытта Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле тип атала) солисы була.

1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында сығыш яһай. Ҙур театр сәхнәһендә үткән декаданы йомғаҡлау концертында «Бишбармаҡ» бейеүен башҡара. Был концертты ил етәкселәре Н. А. Булганин, К. Е. Ворошилов, Л. М. Каганович, Г. М. Маленков, А. И. Микоян, В. М. Молотов, М. Г. Первухин, М. З. Сабуров, Н. С. Хрущев, П. Н. Поспелов, М. А. Суслов ҡарай. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһын уңышлы ойошторған һәм үткәрәгән өсөн СССР-ҙың оло наградалырына лайыҡ булыусылар исемлегендә беренсе булып Зилара Әйүпова фамилияһы тора. Уға «Почёт Билдәһе» ордены тапшырыла.

1955 йылда Варшавала бишенсе һәм 1959 йылда Венала етенсе Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша. Венала сығыш яһағанда «Кейәү егет» бейеүендә «кәләш» партияһын башҡара. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле фестивалдең Икенсе дәрәжә дипломы һәм көмөш миҙалы менән, Зилара Әйүпова һәм уның партнерҙары Хисбулла Зөбәйҙуллин и Рим Бакиров көмөш миҙалы менән бүләкләнә.

1975 йылда хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тормошон ғәиләһенә бағышлай.

2014 йылдың 20 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Зилара Әйүпова тураһында цитаталар
« Зилара Әйүпованың башҡарыу алымы өсөн йомшаҡлыҡ, нәфислек, тәбиғилек, хәрәкәттәрҙең нескәлеге, матур пластика һәм ҡулдарҙың ғәҙәти булмаған һығылмалығы хас.
Ләйлә Аралбаева
»
« Веселая улыбка, счастливый блеск глаз, вся ее сильная красивая фигура дышат счастьем и молодостью. Если сюда добавить долю простодушного кокетства, окрашенного легким юмором, то получится неповторимое соединение черточек, отобранных артисткой в результате упорного труда и постоянных исканий.
«Ленинец» гәзите
»
Бейеүҙәре
  • «Бишбармаҡ»
  • «Гөлнәзирә»
  • «Кейәү егет»
  • «Өс туған» (рус. Три грации)
  • «Шаян ҡыҙҙар» (рус. Проказницы)
  • «Лао»
  • «Һинд бейеүе»
  • «Кәҙрил»

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1955)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1959)
  • Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленең көмөш миҙалы һәм диплом (1959, Вена)

Тормош иптәше — Хәмит Яруллин