Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы | |
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана | |
Нигеҙләү датаһы | 25 март 1836 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Әхмәтзәки Вәлиди Туған |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Адрес | Ленин урамы, 4. |
Почта индексы | 450077 |
Рәсми сайт | bashnl.ru |
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы Викимилектә |
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп китапханаһы, Өфө ҡалаһы Киров районының Ленин урамында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Республика милли китапханаһынаң тарихы 1836 йылда Өфөлә Ырымбур губернаһы дворяндары йыйылышы эргәһендә асылған тәүге йәмәғәт китапханаһынан башлана. 1921 йылдың 9 июнендә фондында 17 мең 600-гә яҡын китап булған БАССР Үҙәк фәнни китапханаһы асыла, 1925 йылдан ул БАССР-ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы тип атала башлай. 1933 йылда уға Үҙәк мосолман китапханаһы, ә 1936 йылда М. Горький исемендәге үҙәк китапхана ҡушыла һәм ул «БАССР республика китапханаһы» тип атала башлай.
1960 йылдан китапханаға Надежда Крупская исеме бирелә.
1980 йылда Республика балалар китапханаһы менән Республика үҫмерҙәр китапханаһы филиал булараҡ уға ҡушыла.
1992 йылдан китап йортоноң рәсми атамаһы «Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһы» итеп үҙгәртелә һәм уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.
2021 йылдың 21 апрелендә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Библиотека в культурном пространстве региона: традиции и инновации» тигән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Ул китапхананың 185 йыллығына арналды. Был сарала офлайн һәм онлайн формала Рәсәй, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандың милли китапхана етәкселәре, Ҡырым, Татарстан, МариЭл, Мордовия, Сыуаш Республикалары, Пенза, Силәбе, Брянск, Ырымбур өлкәләре һәм Ямал-Ненец автономиялы округының милли, өлкә һәм төбәк китапханалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары һәм академик учреждениелар ғалимдары ҡатнашты. Конференцияла 21 доклад тыңланды, 40-тан артыҡ мәҡәлә сара маиериалдары йыйынтығында баҫып сығарыуға ҡабул ителде[1].
Бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылдан Рәсәй дәүләт китапханаһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Милли электрон китапхана» проектында алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы иҫәбендә Башҡортостандың Милли китапханаһы ла ҡатнаша. Был эш барышында Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына ҡарауға «Милли электрон китапхана» мәғлүмәт системаһын үҫтереү тураһында закон проекты тәҡдим итте. Был ресурс һәр кемгә урыҫ телендәге нәфис һәм ғилми әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В Уфе к 185-летию Национальной библиотеки провели Международную конференцию. ИА «Башинформ», 22 апреля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2021)
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 25 ноябрь
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайсина Р. Х., Маннанов М. А. Храм сокровищ: Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан: ист. очерк. Уфа, 1996; Роль и место Национальной библиотеки в социокультурном пространстве: материалы Международной научно‑практической конференции. Уфа, 2012.
- Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 22 апрель 2021)
- Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың рәсми сайты (рус.)
Был Башҡортостан мәҙәниәте тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
-
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың алтаҡтаһы
-
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана