Әхмәтов
Уҡыу көйләүҙәре
Әхмәтов — ир-ат фамилияһы. Әхмәт исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Әхмәтова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтов Абдулла Сафиулла улы (1905—1976) — татар яҙыусыһы, драматургы һәм публицисы.
- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы (1918—1995) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ғайса Әхмәтов (1784—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Әхмәтов Иҫән Фәйзулла улы (1892—20 март 1942) — Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Стахановсы. СССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1937). Советтарҙың VIII сираттан тыш съезы (1935), ВКП(б)-ның VIII съезы делегаты. СССР-ҙың почётлы металлургы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Әхмәтов Михаил Владимир улы (1925—1989) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әхмәтов Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (1942—1995) — филология фәндәре кандидаты, доцент.
- Әхмәтов Морат Хөсәйен улы (1948—2006) — композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Әхмәтов Низаметдин Шәмсетдин улы (1949) — СССР шағиры, диссидент.
- Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы (1940—2001) — хәрби хеҙмәткәр.
- Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы (1914—1993) — беренсе башҡорт классик композиторы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- Әхмәтова Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы (1941 т.) — музыка белгесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙар союзы ағзаһы (1971).
- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (1924—2009) — инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
- Әхмәтова Рәсимә Шамил ҡыҙы (1946) — фармацевт. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1998).
- Әхмәтова Һылыу Әхмәт ҡыҙы (1918—2002) — СССР һәм Рәсәй табибы-терапевт, Башҡорт АССР Юғары Советы (1938—1951) депутаты.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы (1973 т.) — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002) һәм халыҡ артисы (2010).
- Ахматова Анна Андреевна (1889—1966) — шағир, тәржемәсе һәм әҙәбиәт белгесе.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |