Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Әхмәтов Фәрит Ғәфәр улы (1 ғинуар 1940(19400101) — 17 ғинуар 2001) — кадрҙағы хәрби хеҙмәткәр, подполковник, Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союзы ағзаһы.


1940 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Татлы (Илмәш) ауылында тыуған, милләте — башҡорт. ҡарт олатаһы Әбделмәжит 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғышта ҡаһармандарса алыштарҙа һигеҙ ат алмаштырып, тере ҡайтҡан, тип иҫләй торған булған уның өләсәһе. Әхмәт олатаһы мәғрифәтле кеше, мулла, рус-япон һуғышында, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һәм граждандар һуғышында һәләк булған. Өләсәһе яғынан Йосоп бабаһы Беренсе донъя һуғышында унтер-офицер булған, Георгий тәреһенең барлыҡ миҙалдары менән бүләкләнгән. Атаһы Белорет совет-партия мәктәбен тамамлап, яуаплы эштәрҙә эшләгән, «Металл өсөн» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булған. Бөйөк Ватан һуғышына үҙ теләге менән китеп, Ватан өсөн яуҙа һәләк булған[1].

Тыуған ауылында 7 йыллыҡ мәктәп тамамлаған. Артабан ул Белорет ҡалаһындағы ФЗО-ға уҡырға ингән.

Хеҙмәт юлын Магнитогорск калибрлау заводында сым һуҙыусы булып башлаған. Магнитогорск-Белорет-Өфө тимер юлын һалыуҙа ҡатнашҡан. Эшенән уны, байтаҡ хеҙмәттәштәре менән бер рәттән, Ҡаҙағстанға — Ҡустанай өлкәһенә оҙайлы эш сәфәренә ебәргәндәр.

Унан ҡайтҡас, Өфө йылға училищеһын тамамлап, пароходта ла, Саҡмағош районында нефтсе булып та эшләп ала. Ошо мәлдә ул киске урта мәктәпте тамамлай.

1962 йылда хәрби хеҙмәткә, Диңгеҙ флотына алынырға тейеш еренән уға хәрби училищеға уҡырға инергә тәҡдим итәләр һәм ул быға риза була.

Ырымбур зенит-артиллерия училищеһын һәм Һарытау дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. 1965 йылдан уның хәрби карьераһы башлана, илдең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә, бик күп миҙалдарға лайыҡ була. Ҡатмарлы шарттарҙа танк менән Висла йылғаһы төбөнән үтеп, уларҙың экипажы башҡаларға өлгө күрһәткәнен, шуның өсөн миҙал алыу тарихын ул китабында ла һүрәтләй:

Был хәл 1979 йылдың көҙөндә, «Щит-79» тигән учение ваҡытында булды. Беҙҙең һалдаттар менән бергә поляктар, чехтар, немецтар ҙа ҡатнашты<…> Операция тамамланғас, Польшаның оборона министры В. Ярузельский беҙҙең икебеҙгә «Тыныслыҡ һағында» («На страже мира») тигән миҙал тапшырҙы. Ә СССР-ҙың оборона министры Д. Устинов беҙҙең ҡулдарыбыҙҙы ҡыҫып ҡотланы[2]

25 йыл ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлай. 13 дәүләт наградаһы менән бүләкләнә[3].

Хәрби хеҙмәттән һуң

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Подполковник дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен тамамлап, отставкаға сыҡҡас, Фәрит Ғәфәр улы Өфөгә күсеп ҡайта һәм хеҙмәт юлын китап нәшриәтендә дауам итә. Әҙәби ижадҡа тотона. Уның байтаҡ хикәйәләре «Офицер яҙмалары» тигән шәлкем рәүешле республика баҫмаларында баҫылып сыға. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителеп, «Наши погоны» тигән китабы 2009 йылда ғына баҫылып сыға, үҙе уның сыҡҡанын күреп өлгөрмәй: ул 2001 йылдың 17 ғинуарында ҡаты ауырыуҙан вафат була.

  • Ахметов Фарит. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009. — 57—63 б.
  • Әхмәтов Фәрит. Беҙҙең погондар. — Өфө: Китап, 1994.
  1. Ахметов Ф. Г. Наши погоны. — Уфа: Китап, 2009.
  2. Ф. Ахметов. Наши погоны. — Уфа, 2009. — 62-63 биттәр
  3. Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (И. П. Абдуллин Р. К.), 2007. — 260 с., илл.