Әхмәтов Низаметдин Шәмсетдин улы
Әхмәтов Низаметдин Шәмсетдин улы | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 март 1949[2][3] (75 йәш) |
Тыуған урыны | Ибраһим, Ҡояш ауыл биләмәһе[d], Ҡоншаҡ районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, диссидент |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тасуирлау биттәре | ru.openlist.wiki/%D0%90%… |
Әхмәтов Низаметдин Шәмсетдин улы (18 март 1949 йыл) — СССР шағиры, диссидент. 20 йыл самаһы төрмәлә ултыра (1967—1987).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1949 йылдың 18 мартында Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы Ибраһим ауылында башҡорт ғаиләһендә тыуған.
Ҡоншаҡ ауылының рус мәктәбендә уҡый, ата-әсәһе шунда күсеп килә. 1966 йылда Силәбелә һөнәри-техник училищены тамамлай һәм ер тетрәүҙән Һуң зыян күргән Ташкентты тергеҙеүгә юллана[4][5]. Унда ҡырым татарҙарын депортация урындарынан Ҡырымға ҡайтарыу маҡсатын ҡуйған ҡырым татарҙары милли хәрәкәте менән бәйләнеш тота[6].
Тәүге тапҡыр 1967 йылдың 13 сентябрендә урлашыуҙа — уйлап сығарылған ғәйепләү буйынса ҡулға алына[4][6]. 1969 йылдың майында КГБ-ның Ташкент тәфтиш изоляторында хоҡуҡ һаҡлаусы һәм шағир Илья Габай менән таныша[4]. 1969 йылдың 26 ноябрендә Тәфтиш изоляторында листовкалар таратҡан өсөн Үзбәк ССР-ы Енәйәт кодексының 60-сы статьяһы 1-се бүлеге буйынса («советтарға ҡаршы агитация») уны 7 йылға иркенән мәхрүм итеүгә һәм 5 йылға һөргөнгә, үтәлмәгән сроктың бер өлөшөн ҡушып, бөтәһе 10 йылға иркенән мәхрүм итеүгә һәм 5 йылға һөргөнгә хөкөм итәләр. Төрмәлә Дубравлагта һәм Владимир төрмәһендә ултыра. 1973 йылдың 19 ғинуарында Мордва АССР-ы Зубово-Полянск район суды Әхмәтовты «хулиганлыҡ»та (РСФСР Енәйәт кодексының 206 статьяһы 2-се бүлеге буйынса) ғәйепләп, өҫтәмә биш йылға төрмәгә ултырта. 1978 Йылда Красноярск крайының холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт учреждениелары идаралығына этаплап ебәрелә[5].
Төрмәлә ул шиғырҙар яҙа башлай. 1978 йылда Әхмәтовҡа ФРГ-ға ике шиғырын һәм тотҡондарҙың башҡа дәүләттәрҙә йәшәүселәргә мөрәжәғәтен ебәрергә форсат тейгән[4]. Хатты ағас партияһы менән ебәрә[6]. Хельсинки килешеүҙәренең үтәлешен тикшереү буйынса Мадрид кәңәшмәһенә ебәргән хаты өсөн 1982 йылдың аҙағында яңынан ҡулға алына[5][7]. 1983 йылда Красноярск тәфтиш изоляторында үҙенең енәйәт эше материалдарының артҡы яғына 43 шиғыр яҙа, һуңынан уларҙы сит илдәрҙә баҫтырып сығара алған. 1983 йылда ул аҡылдан яҙған тип таныла һәм Алма-Ата махсус психиатрия дауаханаһына мәжбүри дауаланыуға ебәрелә[5].
Әхмәтовтың текстары баҫылып сыҡҡандан һуң көнбайышта уны азат итеүҙе талап иткән кампания башлана. Совет шағиры, төрмәлә ултырған сағында, Бөйөк Британия, Франция, Дания һәм Австрия ПЕН-клубтарының[8] почетлы ағзаһы итеп һайлана[4]. Әхмәтовты яҡлап уның әҫәрҙәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнгән яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Хелен Самуэли сығыш яһай[9]. 1987 йылда Әхмәтовтың яҙмышы тураһында мәсьәлә Бөйөк Британия парламенты ултырыштарының береһендә ҡуйыла, шулай уҡ ФРГ-ның элекке канцлеры Вилли Брандт һәм КПСС-тың Үҙәк Комитеты ағзаһы Вадим Загладин араһындағы һөйләшеүҙә күтәрелә[10][11]. Әхмәтов 1987 йылдың 12 февралендә иреккә сыға, 20 йыл тиерлек төрмәлә ултыра[5].
1987 йылдың 23 июлендә шағир дауаланыу өсөн ФРГ-ға китә[4][6]. Гамбургта йәшәй, унда «Камушки для кумалака бабушки Шамсии» романын яҙа. 1988 Йылда Fischer нәшриәтендә немец теленә тәржемә ителгән шиғырҙар һәм проза йыйынтығы сыға[4]. ФРГ-ла булған сағында Әхмәтов совет паспортын юғалта, ә тиҙҙән уға Башҡортостан Яҙыусылар союзынан саҡырыу килә. Яңы документ алыуҙы көтмәйенсә, шағир законһыҙ рәүештә Польша-СССР сиген аша үтергә ҡарар итә, һәм 1990 йылдың ноябрендә шунда ҡулға алына. КГБ-ның Вильнюстағы тәфтиш изоляторында тотола, унан Смоленскиға, ә һуңынан Силәбегә ебәрелә. 1991 йылдың 11 ғинуарында Әхмәтов, сығып китмәү тураһында ҡултамғаға ҡул ҡуйып, һаҡ аҫтынан азат ителә[4][12]. Бер айҙан Әхмәтовҡа ҡаршы эш туҡтатыла[4].
Рәсәйгә ҡайтҡас, Әхмәтов уҡытыусы Аленаға өйләнә. Уларҙың ике балаһы тыуа: Мәрйәм һәм Булат. Беренсе никахынан Аленаның өс балаһы була[13]. 1993 йылда Чита өлкәһендә йәшәй[4]. Пацифист булараҡ, Беренсе чечен һуғышын һәм Югославияны НАТО тарафынан бомбардировкалауын тәнҡитләй[13]. 2004 йылда Әхмәтовҡа Рәсәй Федерацияһының дәүләт стипендияһы бирелә[14]. 2017 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Әхмәтов Силәбелә йәшәгән[7].
Наградалар һәм маҡтаулы исемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Rotterdam International Poetry фонды премияһы(1984)[4]
- PEN America ойошмаһынан Barbara Goldsmith Freedom to Write Award (1987)[6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Record #250885156 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ Nisametdin S. Achmetov // https://pm20.zbw.eu/folder/pe/000079 — 1908.
- ↑ Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
- ↑ 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 Лёзов Сергей Низаметдин Ахметов. Предисловие (рус.) // Ной : журнал. — Москва, 1993. — № 5. — С. 84—85.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Ахметов Низаметдин Шамсутдинович - Электронный архив Фонда Иофе . Электронный архив Фонда Иофе. Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Nizametdin Akhmetov (ингл.). PEN America (18 май 2017). Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
- ↑ 7,0 7,1 «Я буду несчастнее любого животного»: письма из психиатрической больницы . ОВД-Инфо (3 июль 2017). Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
- ↑ Төрлө әҙәби жанрҙарҙа эшләгән профессиональ яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы һәм журналистарҙы берләштергән халыҡ-ара хоҡуҡ һаҡлау хөкүмәт ҡарамағындағы ойошмалар.
- ↑ Helen Szamuely, ardent Eurosceptic – obituary (14 май 2017). 1 ноябрь 2022 тикшерелгән.
- ↑ Nizametdin Akhmetov (ингл.). hansard.parliament.uk. Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
- ↑ 1987 год . Вести из СССР — USSR News Brief (1987). Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 1 ноябрь 2022 года.
- ↑ Мигалкин Игорь Долгая дорога к дому (рус.) // Томский вестник : городская газета. — 1991. — № 12. — С. 1. Архивировано из первоисточника 1 ноябрь 2022.
- ↑ 13,0 13,1 Хотопп-Рике Мисте Низаметдин Ахметов — судьба башкира в Германии (рус.) // AlTaBash : журнал. — 2006. — № 3. — С. 16. Архивировано из первоисточника 1 ноябрь 2022.
- ↑ О присуждении государственных стипендий на 2004 год . Дата обращения: 1 ноябрь 2022. Архивировано 27 февраль 2019 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bonner says Soviet poet still jailed
- Лёзов Сергей В защиту судьбы (рус.) // Независимая газета. — 1991. — № 33. — С. 7.
- Хотопп-Рике Мисте Низаметдин Ахметов — судьба башкира в Германии (рус.) // AlTaBash : журнал. — 2006. — № 1. — С. 12.