Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 21 февраль 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Сафар, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яҙыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (21 февраль 1948 йыл) — яҙыусы. 1991 йылдан — СССР һәм Рәсәй Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марс Әһлиулла улы Әхмәтшин 1948 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР‑ының Миәкә районы Сафар ауылында тыуған.
Армияла хеҙмәт итеп, старшина дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайта[1].
1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1970 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй.
1980 йылдан башлап — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
1986 йылдан — БАССР‑ҙың телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында баш мөхәррир.
1991 йылдан — Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры.
Әҫәрҙәрендә этнопедагогика һәм төрлө быуын кешеләренең үҙ‑ара мөнәсәбәте проблемалары ҙур урын тота. Балалар өсөн яҙылған «Беҙ осрашырбыҙ, Ринго!» (1990), йәштәр тормошона арналған «Юлыма сыҡ, Гөлсирә!» (1993), «Янғын» (1999) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарында хәҙерге заман проблемалары яҡтыртыла. Мәскәүҙә урыҫ телендә «Падение» тигән китабы сыға.[2],[3],
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәби ижады ХХ быуаттың 90-сы йылдарында башлана. Ошо йылдарҙа ул балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле хикәйәләр яҙа, сабыйҙар өсөн әкиәттәр ижад итә. Уның әҫәрҙәре балалар күңелендә изгелек, намыҫлылыҡ, эскерһеҙлек, фиҙаҡәрлек тойғоларын үҫтереү теләге менән һуғарылған.
Ижадында төрлө быуын кешеләренең үҙ-ара мөнәсәбәте ҙур урын биләй. Өлкәндәр өсөн повестарҙа һәм хикәйәләрҙә мөһим әхлаҡи-этик проблемаларҙы күтәрә, сәләмәт әхлаҡ тормош, быуаттар төпкөлөнән килгән рухи ҡиммәттәр ҡарашынан бөгөнгө күренештәрен дөрөҫ һүрәтләй. Әҫәрҙәрҙә шулай уҡ хәҙерге йәштәр проблемаларын күрһәтә, йәштәрҙе борсоған темалар хаҡында уйлана.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дүртенсе өҫтәл: повестар, хикәйәләр, парсалар. Өфө, 2008
- Атайҙар менән бер сафта. Өфө, 2010
- Падение: повести, рассказы, новеллы, сказки. М., 2005. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Марс Әхмәтшин әҫәрҙәренең аудиояҙамалар йыйынтығы. Бәйләнештә социаль селтәрендәге «Башҡортса аудиокитаптар төркөмө»
- Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 октябрь 2022)