Дин (ислам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Дин» һүҙенең ғәрәпсә яҙылышы
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Дин (ғәр. دين‎ — «ышаныу», «инаныс») — күп мәғәнәле ислам термины, ул хөкөм, сауап, «иман», «тәҡүәлек», «тәүхид», «табыныу» һәм башҡа төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала.

Исламда дин төшөнсәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус теленә религия (дин) тип тәржемә ителә, исламға ҡағылышлы ул йыш ҡына дөрөҫ булыуы мөмкин булған (рус. дин аль-хакк) һәм ялған (рус. дин аль-батил) мәғәнәһендә алына. Ислам догматикаһына ярашлы, хаҡ дин (дин әл-хаҡҡ) — ислам ғына, ә башҡа бөтә инаныуҙар ялған (дин әл-батил) [1].

Төшөнсәнең үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә дин терминының төп мәғәнәһе тәү сиратта Ҡөрьән өсөн мөһим булған Аллаһҡа буйһоноу һәм уның сикһеҙ хакимлығы идеяһы менән бәйле. Урта быуат мосолман теологияһында Ҡөрьәндәге дин төшөнсәһе күп төрлө аңлатмаларға эйә була. Был аңлатмалар дини аңдың башҡа кимәлен, йәмғиәт алдында торған яңы проблемаларҙы сағылдыра һәм ғәҙәттә өс ҡиммәт йыйылмаһы булараҡ ҡабул ителә. Мәҙһәбтең позицияһына йәки йүнәлешенә ҡарап, был компоненттарҙың йыйылмаһы һәм аңлатмаһы үҙгәрә. Дин төшөнсәһенең киң таралған билдәләмәһе (иман), дини күрһәтмәләрҙе үтәү (ислам) һәм имандың ихласлығын камиллаштырыу (ихсан) йыйылмаһын үҙ эсенә ала[2].

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡөрьәндә был термин төрлө мәғәнәләрҙә 100 тапҡырҙан ашыу ҡулланыла. Әл-Бәҡара сүрәһендә йәүм әд-дин һүҙбәйләнеше «Ҡиәмәт көнө» тигәнде аңлата[3], Әз-Зумар сүрәһендә дин айырым кешенең иманы[4] һәм ритуаль практика системаһы булараҡ ҡулланылған[5] . Дин термины исламға ла[6], шулай уҡ мәжүсилеккә[7], йәһүдилеккә йәки христианлыҡҡа ҡарата ла ҡулланыла[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Резван Е. А. Дин // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 70. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Али-заде, А. А. Дин // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Dīn // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)