Кемерово өлкәһе
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Кемерово өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Кемерово | ||||
34-се | |||||
- Барлығы |
0,2 | ||||
- Барлығы |
2 742 450 (2013) 28.65/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
622,5 млрд. һум млрд. һум (2010) 204,0 Мең һум мең һум | ||||
Себер федераль округы | |||||
Көнбайыш-Себер | |||||
Губернатор |
Цивилёв Сергей Евгеньевич | ||||
42 | |||||
RU-KEM | |||||
KRAT[d] һәм Азия/Новокузнецк[d][1] |
Ке́мерово өлкәһе (Кузбасс) — Рәсәй регионы, Себер федераль округына инә.
Себер региондары араһында халыҡ тығыҙлығы буйынса өлкә иң юғары кимәлдә. Урыҫтар өлкәнең 90 % тәшкил итәләр. Аҫаба халыҡтар — шорцылар, телеуттар һәм себер татарҙары.
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кемерово өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кемерово өлкәһе Губернаторы — Кемерово өлкәһе башлығы һәм Кемерово өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Кемерово өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Кемерово өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Кемерово өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
1997 йылдын 1 июленән 2018 йылдың 1 апрелена тиклем өлкә губернаторы — Тулеев Амангилде Ғүмәр улы, 2018 йылдың 17 сентябренән — Цивилёв Сергей Евгеньевич.
Суд власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кемерово өлкәһе суд системаһы составында:
- Кемерово өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
- Кемерово өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары арбитраж судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкә Парламенты — Кемерово өлкәһе Халыҡ депутаттары Советы.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкә Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығышында, Саян һәм Алтай итәктәрендә урынлашҡан.
Ҡиммәтле ҡаҙылмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмер, баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, алтын, көмөш, башҡа тимер һәм төҫлө металдар.
Тупраҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң йышы көлһыу тупраҡ осрай. Кузнецк ҡаҙанлығында бик ҡиммәтле ҡара тупраҡ майҙаны бар.
Үҫемлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлкә йәшелсәгә бай. Тау башында тундра һәм Альп яландарында ла йәшелсә осрай. Урта һәм түбән тауҙарын пихта, уҫаҡ урмандары биҙәй. Тау итәктәрендә урман далалары урынлашҡан. Кондома йылғаһының бассейнда, Куздееево янында реликт себер йүкә урмандары бар.
Хайуандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эре хайуандарҙан Кузбасста мышы, аҫыл болан, ҡоралай, айыу, Һеләүһен, росомаха тереклек итә. Тейен, Ондатра, Һуйыр, Сел бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Маслобоев Юрий Александрович (5.02.1939—29.12.2017), дәүләт, партия, профсоюз һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1972—1978 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. 1982—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире. 1988—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы рәйесе, 1994—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт социаль страховкалау фонды рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Николаев Василий Семёнович (3.04.1907—29.12.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, механизацияланған бригада пулемётсыһы, гвардия ҡыҙылармеецы. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1944). 1955—1989 йылдарҙа Банново ауылында йәшәй һәм эшләй, ундағы урамға исеме бирелгән.
- Смородин Александр Алексеевич (22.09.1933—22.12.2009), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1991—1994 йылдарҙа «Салаватнефтеоргсинтез» берекмәһе генераль директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980). Крапивин районы Барбаза ҡасабаһынан[2].
- Толкачев Константин Борисович- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе (1999 йылдан).
- Фазалов Ғаҡый Таһир улы (1.03.1929—18.10.2018), шахтёр, хужалыҡ эшмәкәре. 1975—1990 йылдарҙа «Кемеровоуголь» производство берекмәһенең Междуреченск разрезы директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған шахтёры (1984). СССР‑ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1984). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Междуреченск ҡалаһының почётлы гражданы[3].
- Хәмитов Рөстәм Зәки улы, Башҡортостандын икенсе Президенты (Ленинск-Кузнецк районының Драченино ауылы).
- Чуркин Юрий Васильевич (6.03.1935—1.09.1998), ғалим-инженер-химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәре докторы (1980), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970). Осинники ҡалаһынан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Смородин Александр Алексеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 20 сентябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фазылов Ғәҡи Таһир улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 февраль 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кузбасс парламенты депутттары рәсми сайты 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
- Кузбасс Губернаторы рәсми сайты 2016 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Кузбасс картаһы 2009 йыл 17 июнь архивланған.