Тәшбиһ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәшбиһ
ғәр. تشبيه
Ҡапма-ҡаршыһы Тәнзиһ
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәшбиһ (ғәр. تشبيه‎ — сағыштырыу, оҡшатыу‎; рус. ) — исламда Аллаһты кеше ҡиәфәтендә күҙаллау.

Тарафдарҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш ислам белгестәре тәшбиһте антропоморфизм тип аңлай, ислам дин белгестәре был терминды киңерәк мәғәнәлә ҡуллана, «антропоморфистарға» Аллаһ тураһында әҙәми сифаттар шәкелендә фекер йөрөтөүселәрҙе индерә. Тәшбиһ идеяһы хәшәүиҙәр мөхитендә барлыҡҡа килгән, тип һанала. Тәшбиһте таратыусыларҙың тәүгеләре Мөҡтил ибн Сөләймән (ваф. 767), Ҡәхмәс ибн әл-Хәсән әл-Басри (ваф. 766), Дауыт әл-Жәүәриби, Әхмәт әл-Хүжәйми һәм башҡа дин белгестәре була[1]

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта быуат мосолман доксографтар тәшбиһтең ике төрөн айыралар:

  1. мөжәссимиҙәр — Илаһи зат асылын есем итеп күреүселәр. Уларға «сиктән сыҡҡан» шиғыйҙар, шиғый-хишамиҙар, каррамиҙар һәм башҡалар инә;
  2. хәшәүиҙәр — Илаһи атрибуттарҙы есемдәрҙең сифаттарына оҡшатыусылар[1].

Дөйөм алғанда, тәшбиһ төшөнсәһе Аллаһты абстракт, атрибуттарҙан мәхрүм булған зат итеп күҙ алдына килтереүсе тәтил төшөнсәһенә ҡаршы ҡуйыла . Һуңғыһының вәкилдәре булып мөғтәзилиҙәр һанала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Прозоров С. М. ат-Ташбих // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 235—236. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Tas̲h̲bīh // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)