Ҡаһирә (ҡала)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Ҡаһирә
القاهرة
Флаг
Флаг
Ил Мысыр
Мүхәфәҙәт Ҡаһирә (мүхәфәҙәт)
Координаталары Координаталары: 30°03′22″ т. к. 31°14′22″ кс. о. / 30.056111° т. к. 31.239444° кс. о. (G) (O) (Я)30°03′22″ т. к. 31°14′22″ кс. о. / 30.056111° т. к. 31.239444° кс. о. (G) (O) (Я)
Ҡала башы Ғәбдел Ғәзим Вәзир
Нигеҙләнгән 969 й.
Майҙан 214 км²
Үҙәк бейеклеге 68 м
Рәсми тел ғәрәп теле
Халыҡ 8 026 454[1] кеше (2009)
Тығыҙлыҡ 36 143 кеше/км²
Агломерация 17 856 000
Телефон коды +20 02
Почта индексы 11511-11668
Ҡаһирә (ҡала) (Донъя)
Ҡаһирә


Ҡаһирә (ғәр. القاهرة‎‎‎, «Еңелмәҫ») — Мысырҙың баш ҡалаһы, Африкалағы һәм ғәрәп илдәрендәге иң ҙур ҡала. Халыҡ һаны: ҡалала 8 026 454[1], агломерацияhында 17 856 000 кеше тора (2009 йыл) .

Тарих[үҙгәртергә]

Ҡаһирә ҡалаһы барлыҡҡа килгәнсе үк, уның бөгөнгө биләмәһендә һәм яҡын тирә яғында ерҙә, кешеләр бик борын замандан бирле йәшәй. Боронғо Мысыр заманында йыраҡ түгел ерҙә Мемфис ҡалаһы булған. Рим империяһы тарафынан баҫып алынғас, ул әһәмиәтен юғалта, был ерҙә римлылар Вавилон ҡәлғәһен төҙөй.

  • 640 йыл — Ғәрәптәр Мысырҙы баҫып ала.
  • 642 йыл — хәҙерге ҡаланан төньяҡтараҡ Фустат ҡалаһын төҙөй башлайҙар. Ҡаланың емереклектәрен бөгөнгө көндә Ҡаһирәнең «Мар-Гиргис» метро туҡталышында күреп була.
  • 868 — Әхмәт ибн Тулун Мысырҙың идара башлығы итеп тәғәйенләнә. Ул хакимлыҡ иткәндә Мысыр үҙ аллы булып китә.
  • 870 — Фустат ҡалаһынан йыраҡ түгел, хәҙергә Ҡаһирә биләмәһендә, Мысырҙың яңы баш ҡалаһы Әл-Ҡатай төҙөлә.
  • 876879 — ибн Тулун мәсете төҙөлә, был мәсет әлегә тиклем Ҡаһирәнең күренекле урыны булып тора.
  • 969 йылФатимиҙар Мысырҙы баҫып ала. Ҡаһирәгә нигеҙ һалына.
  • 972 йылӘл-Әзһәр төҙөлә, университет ойошторола. Әл-Әзһәр университеты донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто.
  • 9961021 — Фатимиҙар хәлифе әл-Хаким хаким итә. Ҡалала ҙур төҙөлөш алып барыла.
  • 1176 йылСәләхетдин Ҡаһирә нығытмаһын төҙөй.
  • 1250 йылМәмлүктәр (хәрби хеҙмәтәге ҡолдар) Ҡәһирәлә һәм Мысырҙа хаким итә башлай. Беренсе мәмлүк ханы итеп Айбәк билдәләнә. Яңы хакимдар Ҡаһирәне үҙ дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан итә. Ике мәмлүк солтаны ырыуы билдәле: Бәһрәт (төрки сығышлы) (1250—1382) һәм Бөрйөт (Таулы Кавказ сығышылы) (1382—1517).
  • 1302 йыл — Ҡаһирәлә ер тетрәй.
  • 15171914 — Мысыр Ғосман дәүләтенә бойонһоноуында. Илдә төрөк пашалары хакимлек итә.
2004 йыл. Ҡәһирә телеүҙәге башынан фотоһүрәт

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 World Gazetteer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 8 декабрь 2012.