Әбүғәлисина
Әбүғәлисина (урыҫ. Абу Али Хусайн ибн Абдаллах ибн Сина, ҡыҫҡаса Ибн Сина, фарс. ابو علی حسین بن عبدالله بن سینا) -- Күренекле фарсы философы һәм табибы, Аристотелизм вәкиле. 980 йылда Урта Азиялағы Бохара ҡалаһы янындағы Афшан ҡалаһында тыуа. Солтан һарайының врачы һәм вәзире була.
29 фән өлкәһендә 450 хеҙмәт яҙып ҡалдыра., Беҙҙең көндәргә тиклем 274 һаҡланған. Күп төрлө фән өлкәһендә: медицина, философия, ботаника, геология һ.б. ҙур әһәмиәтле хеҙмәттәр яҙа. Уның ғүмере медицинаға арнала. Медицина фәнен үҫтереүгә көп көс һала: бик күп аурыуҙырҙы өйрәнә, хирургик операциялар тәҡдим итә, ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн файҙалы кәңәштәр биреп ҡалдыра.
Фәнни хеҙмәттәре араһында иң билдәлеһе — 5 томдан торған «Медицина ҡануны» ( «Канон врачебной науки» ,«ал-Канун фи-т-тибб»). Был хеҙмәттә ғалим тарихта беренсе булып меницина фәнен системаға килтерә.