«Bashkort 2.0»
«Bashkort 2.0» | |
Нигеҙләү датаһы | ғинуар 2014 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Рәсми сайт | newbashkort.com |
«Bashkort 2.0» — сығышы менән Башҡортостан Республикаһынан булған һәм Ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәгән йәштәр һәм уларҙың үҫешен яҡтыртҡан проект[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Bashkort 2.0» Санкт-Петербургта «Аманат» Башҡорт йәштәре ассоциацияһын ойоштороусы (2009), етәксеһе (2013—2016), Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары конгресын (Ҡоролтайы) ойоштороусы һәм рәйес урынбаҫары Эльвира Моталованың авторлыҡ проекты булып 2014 йылдың ғинуарында барлыҡҡа килә. Уның төп маҡсаты булып уҡыусыларҙы әүҙемлеккә, һөҙөмтәлелеккә, һәм уңышҡа илһамландырыу; яңы исемдәр асыу, проект геройҙары менән таныштырыу һәм уларға ярҙам итеү; алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәре имиджын булдырыу һәм пропагандалау; бөтә донъялағы милләттәштәрҙе берләштереү тора[1]. Бөгөн проекттың сайтында[2] һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт һәм рус телдәрендә 100 самаһы мәҡәлә донъя күргән. Уларҙың геройҙары — Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, шулай уҡ Австралияла, Бразилияла, АҠШ-та, Мексикала, Угандала, Германияла, Чехияла, Ҡытайҙа һәм башҡа илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Бөгөн «Bashkort 2.0» проекты эшен Инстаграм, YouTube[3] социаль селтәрҙәрендә тура эфирҙа алып бара. Шулай уҡ төрлө киң мәғлүмәт сараларында проект геройҙары тураһында мәҡәләләр донъя күрә.
«Bashkort 2.0» китабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың октябрендә иң уңышлы әңгәмәләр «Bashkort 2.0» исеме аҫтында тупланып, китап булып сыға. Ул — уңышлы башҡорт йәштәре тураһындағы беренсе тупланма һәм үҙенсәлекле энциклопедия, киң ҡырлы үҫешкән шәхес булыу өмөн ҡулланма булып тора. Китапҡа тулы интервью форматында 33 геройҙың, ҡыҫҡа әңгәмә булараҡ 13 геройҙың тарихы ингән. Уларҙың 18-е — Башҡортостанда, 10-һы Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, 7-һе — Азия илдәрендә, 5-е — Европала, 5-е Төньяҡ Америкала, 1-һе Австралияла йәшәй. Шул уҡ йылдың 15 октябрендә Өфөлә «Президент отель» ҡунаҡхана комплексында китаптың исем туйы үтә[1][4][5][6]. 16 декабрҙә шундай уҡ сара Санкт-Петербург һәм Мәскәү халҡы өсөн Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә ойошторола.
«Bashkort 2.0» клубы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2019 йылдың 9 октябрендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика Башҡорт гимназия-интернатында «Bashkort 2.0» клубы асыла. Уның эшмәкәрлеге уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаған гимназистар менән осрашыуҙар ойоштороу йүнәлешендә алып барыла. Бындай саралар уҡыусыларға ыңғай йоғонто яһай, уларға һөнәр һайлауҙа этәргес була. Санкт-Петербургта ла «Bashkort 2.0» клубы эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 В Уфе презентовали книгу о современных и целеустремленных уроженцах Башкортостана
- ↑ Bashkort 2.0
- ↑ Проект Bashkort 2.0
- ↑ ШУНДАЙ ЙӘШТӘРЕБЕҘ БАР!
- ↑ Башҡорттар хаҡында – “Bashkort 2.0”
- ↑ Дөньяда танылган башкорт яшьләре турында "Bashkort 2.0" китабы чыкты Подробнее: https://tatar-inform.tatar/news/society/19-10-2018/d-nyada-tanylgan-bashkort-yashl-re-turynda-bashkort-2-0-kitaby-chykty-5399785