Абдуллин Әзһәр Хәниф улы
| Абдуллин Әзһәр Хәниф улы | |
| татар. Әзһәр Хәниф улы Абдуллин | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 20 октябрь 1923 |
| Тыуған урыны | Тауаҫты Байлар, Минзәлә районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
| Вафат булған көнө | 30 август 1993 (69 йәш) |
| Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
| Хәләл ефете | Зиганшина, Рашида Абдуллазяновна[d] |
| Һөнәр төрө | композитор, дирижёр, музыка белгесе, музыка педагогы |
| Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт консерваторияһы |
| Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Абдуллин Әзһәр Хәниф улы (20 октябрь 1923 йыл — 30 август 1993 йыл) — дирижер, композитор, музыка белгесе, педагог. Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)[1]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзһәр Хәниф улы Абдуллин 1923 йылдың 20 октябрендә ТАССР-ҙың Минзәлә өйәҙе Байлар районы Подгорный ауылында тыуған. Атаһы урта мәктәп директоры була.
1952 йылда — Ҡазан консерваторияһының дирижерлыҡ-хор факультетын (С. А. Казачков класы), 1955 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы аспирантураһын тамамлай.
Сәнғәт фәне кандидаты (1971) (диссертация темаһы — «Татар халыҡ йыры: тематика, жанрҙар һәм халыҡ башҡарыуындағы ҡайһы бер үҙенсәлектәр»).
1955 йылдан 1993 йылға тиклем Ҡазан консерваторияһында уҡыта[1].
1957 йылдан 1967 йылға тиклем — Татар академия театры дирижеры[1].
1958—1959 йылдарҙа — Татар опера һәм балет театры дирижеры һәм хормейстеры[1].
1967—1968 йылдарҙа — Татар АССР-ы Йыр һәм бейеү ансамбленең художество етәксеһе[1].
1959—1975 йылдарҙа — Татар АССР-ы Хор йәмғиәте идараһы рәйесе[1].
1983 йылдан алып хор дирижерлығы кафедраһы профессоры[2].
1992 йылдан татар музыкаһы кафедраһы профессоры[2].
Татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртеү, татар музыкаль фольклорына арналған эштәр, драма спектаклдәренә музыка авторы, репертуар йыйынтыҡтарын төҙөүсе һәм мөхәррире.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
1993 йылда Ҡазанда вафат була.
Уҡыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй Федерацияһының һәм Татар Республикаһының халыҡ артисы В. Гәрәева, Н. Емельянов, М. Кәшипов; РСФСР-ҙың халыҡ артисы А. Мамонтов, В Чепкасов, А Щербакова.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарское народное музыкальное творчество // Муз. культура Сов. Татарии. М., 1959;
- Татарские народные песни. М., 1963; Тематика и жанры татарской дореволюционной песни // Вопр. тат. музыки. Казань, 1967 и др.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар АССР- ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999.— С. 8.
- 1 2 Казанская государственная консерватория им. Н. Г. Жиганова // Абдуллин Азгар Ханифович (1923—1993). Дата обращения: 20 март 2014. Архивировано 20 март 2014 года. 2014 йыл 20 март архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999. — С. 8.
- 20 октябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- Минзәлә районында тыуғандар
- 30 августа вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Ҡазанда вафат булғандар
- Ҡазан консерваторияһын тамамлаусылар
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Шәхестәр:М. Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры
- Ҡазан дәүләт консерваторияһы уҡытыусылары
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат композиторҙары
- Рәсәй композиторҙары
- СССР композиторҙары
- Алфавит буйынса композиторҙар
- Алфавит буйынса музыканттар
- XX быуат дирижёрҙары
- Рәсәй дирижёрҙары
- СССР дирижёрҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар