Ғәбитов Ғәбделхаҡ
Ғәбитов Ғәбделхаҡ | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған урыны | Троицк өйәҙе |
Ғәбделхаҡ Ғәбитов — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, 1918 йылда Башҡорт армияһын ойоштороу эшендә мөһим роль уйнаған башҡорт офицерҙарының береһе. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында тыуған. Атаһы уҡытыусы була. Атаһынан етем ҡалып, йәмәғәт аҡсаһы иҫәбенә уҡый. Революцияға тиклем батша армияһында хеҙмәт итә, хәрби мәктәпте тамамлай, һуғыштан подпоручик чинында ҡайта.
1918 йылдың май аҙағында Силәбелә власть Чехословак корпусы ҡулында була. 2 июндә Арғаяш кантонының Мәтәл ауылында (хәҙер Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре съезға йыйыла. Съезд подпоручик Ғәбделхаҡ Ғәбитов рәйеслегендә үтә. Съезд ҡарары буйынса чехословактар менән һөйләшеү өсөн Ғ. Ғәбитов, С. Мерәҫов һәм Н. Таһиров Силәбегә ебәрелә. Чехословактар менән һөйләшеүҙәр уңышлы үтә.
Июнь башында Силәбенең Халыҡ власы комитеты янында Ғ. Тағанов һәм У. Тереғолов менән берлектә Ғ. Ғәбитов Башҡорт хәрби советын (шураһын) ойоштора, Ғәбитов советтың беренсе рәйесе була, уның урынбаҫары Ғ. Таған, шураның секретары — У. Тереғолов, ағзалары — С. Мерәҫов, Н. Таһиров, Т. Ғисмәти, Ғ. Мөхәмәтйәров була.
Башҡорт хәрби советы (шураһы) Башҡорт армияһын ойоштороу эше менән шөғөлләнеү өсөн тәғәйенләнгән махсус орган булараҡ ойошторола. Артабан хәрби шураны Әхмәтзәки Вәлиди (июнь 1918 — февраль 1919) етәкләй, уның хәрби эштәр буйынса урынбаҫары итеп Ғ. Ғәбитов ҡуйыла.
Подпоручик Ғәбитов башҡорттар исеменән Чехослосвак корпусының командованиеһы менән милли ғәскәр ойоштороу мәсьәләһе буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Чехословактар башҡорттарға ҡорал менән ярҙам итергә ризалаша. Шулай итеп, подпоручик Ғәбитов, Зәки Вәлиди Силәбегә килгәненә тиклем, милли ғәскәр булдырыу буйынса күҙгә күренгән эштәр башҡарып өлгөрә.
Ғәбитов Себер хөкүмәте менән бәйләнешкә инә, башҡорт ғәскәрҙәрен ҡорал, хәрби кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү буйынса Башҡорт хөкүмәте исеменән һөйләшеүҙәр алып бара. Июль башында Башҡорт хөкүмәте уны, киң вәкәләттәр тапшырып, Омскиға ебәрә.
1918 йылдың 2 июлендә Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге тарафынан бирелгән танытмала былай тиелгән:
«Предъявитель сего товарищ председателя Военного совета при военном отделе Правительства Башкирии подпоручик Абдул-Хак Габитов командируется для переговоров с Временным Сибирским правительством и командующим войсками Западной Сибири по вопросам организации и управления Башкирских войск».
Омскиҙағы һөйләшеүҙәре уңышлы тамамлана. Себер хөкүмәте Башҡорт ғәскәрен ойоштороуға ризалыҡ бирә. Был Граждандар һуғышы барышында Башҡортостан автономияһының йәшәйәшен, киләсәген тәьмин итерлек ҙур уңыш була. Ошоноң менән Ғәбделхаҡ Ғәбитов башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуҙа баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара.
Июнь-июль-август айҙарында 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се Башҡорт пехота полктары һәм 1-се Башҡорт кавалерия полкы ойошторола. 24 июлдә Башҡорт хәрби советы (шураһы) тарафынан подпоручик Ғәбитов 2-се Башҡорт пехота полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 2-се полктың частары ҡыҙылдар менән һуғыштарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Июль аҙағында Екатеринбург ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡала халҡы башҡорт полкына рәхмәт йөҙөнән «Доблестным освободителям — благодарный Екатеринбург» тигән яҙыу менән байраҡ бүләк итә. Ғәбитовҡа штабс-капитан званиеһы бирелә.
1918 йылдың ноябрь айында Ғәбитовтың һаулығы насарая, һәм ул хәрби хеҙмәттән китә. Подпоручик Ғәбделхаҡ Ғәбитовтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин А. Ш. Ғәбделхаҡ Ғәбитов//Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009, 185 бит.
- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 134 бит.
- Вәлиди Туған Ә. Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996. 227, 352-се биттәр.