Мөхәмәтйәров Мөхәмәтғариф Закир улы
Мөхәмәтғариф Закир улы Мөхәмәтйәров | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Подданлығы | |
Мөхәмәтғариф (Ғариф) Закир улы Мөхәмәтйәров (1891-?) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Поручик (1918).
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәтйәров Мөхәмәтғариф Закир улы 1891 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Силәбе ҡалаһында дүрт класлы училищены тамамлай[1].
Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрби хеҙмәткә алына, хәрби мәктәптә белем ала. Туған яғына прапорщик званиеһында ҡайта[1].
1917 йылда Нуриәғзәм Таһиров менән бергә Силәбе өйәҙендә Башҡортостан автономияһы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың ғинуарында Арғаяш кантоны башҡарма комитеты таратылып, унда Совет власы урынлаштырыла. 27-30 ғинуарҙа Арғаяшта уҙған съезда Арғаяш кантон башҡарма комитетына Нуриәғзәм Таһиров һәм Ғәбделхәй Иркәбаев менән бергә Мөхәмәтғариф Мөхәмәтәйров та һайлана[1].
25 апрелдә үткән 2-се кантон съезында большевиктар менән ер мәсьәләһе буйынса бәхәс тыуа. Мөхәмәтғариф Мөхәмәтйәров Нуриәғзәм Таһиров менән бергә Силәбе һәм Ҡыштым ҡалалары күскенселәренә башҡорт ерҙәрен бүлеп биреүгә ҡырҡа ҡаршы сыға. Һөҙөмтәлә уларҙы контрреволюцияла ғәйепләйҙәр һәм төрмәгә ябалар, ә оҙаҡламай Силәбе ҡалаһы Чехословак корпусы ҡулына күскәс улар азат ителә[1].
1918 йылдың 12 июндә Башҡорт хәрби шураһы ойошторола һәм уның ағзалары итеп Ғәлимйән Таған, Т. Ғисмәтуллин, Ғәбделхәй Иркәбаев менән бергә Ғариф Мөхәмәтйәров та һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында Башҡорт хөкүмәтенең Хәрби бүлеге мөдире Әхмәтзәки Вәлидиҙең сәркәтибе, һуңынан өлкән адъютанты булып хеҙмәт итә[1].
1918 йылдың авгусында Себер хөкүмәтенә буйһонған Урал айырым корпусы командиры бойороғо буйынса ҡулға алына, һуңынан азат ителә. 1918 йылдың сентябрендә Башҡорт хәрби шураһы фарманы буйынса Арғаяш кантоны ирекле отряды начальнигы итеп тәғәйенләнә[1].
1918 йылдың ноябренән 2-се Башҡорт уҡсылар полкының ылау начальнигы булып хеҙмәт итә, подпоручик дәрәжәһен ала. 1919 йылдың ғинуарынан 2-се Башҡорт кавалерия полкында эскадрон менән етәкселек итә. Шул уҡ йылдың 18 ғинуарында Нуҡай ауылында Ҡыҙыл армеецтарға ҡаршы алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн поручик дәрәжәһенә күтәрелә[1].
1919 йылдың февралендә Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 1919 йылдың мартынан Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының хәрби эштәр буйынса комиссары Әхмәтзәки Вәлидиҙең сәркәтибе булып эшләй. 1920 йылдың мартынан Арғаяш кантоны хәрби комиссары ярҙамсыһы, һуңынан кантондың аҙыҡ-түлек комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың июнендә отставкаға китә. Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыуынса, ул илдең архивын Стәрлетамаҡтағы хөкүмәткә, Үҙәк музейға һәм китапханаға тапшырыу өсөн Мөхәмәтйәровҡа биргән[1].
Аҙаҡ йәнә республиканың Арғаяш кантонында эшләй. 1927—1928 йылдарҙа Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. 1929 йылда ВКП (б) сафынан сығарыла[1].
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 146, 263, 268, 269, 270, 300. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
- Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925). Т. 1. — Уфа, 2002. — С. 251, 373, 579.
- Хакимов Р. Ш. Земля Аргаяшская: история и современность. — Челябинск, 2005. — С. 75-76, 84, 87, 112, 122.
- 1891 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Ҡоншаҡ районында тыуғандар
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡорт АССР-ының дәүләт эшмәкәрҙәре
- Башҡорт хәрби шураһы ағзалары
- КПСС-тан сығарылғандар