Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы Абитаева
Тыуған ваҡыты:

23 ғинуар 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы, Быҙаулыҡ өйәҙе, Кесе Юлдаш ауылы

Вафат ваҡыты:

12 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (78 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

актриса

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

19361974

Театр:

Сибай драма театры

Рольдәре:

Ҡарлуғас

Спектаклдәре:

«Ҡарлуғас»

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969)

Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (23 ғинуар 1916 йыл12 июнь 1994 йыл) — театр актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы Абитаева 1916 йылдың 23 ғинуарында Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы) Кесе Юлдаш ауылында тыуған.

1936 йылда Х. Ғ. Бухарский, М. Ә. Мәһәҙиев курсы буйынса Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлай[1].

1936—1974 йылдарҙа Баймаҡ колхоз-совхоз драма театрында (1968 йылдан — Сибай драма театры) актриса булып эшләй.

1994 йылдың 12 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Төп ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Улы Абыҙгилдин Абрек Әмир улы (1937—2013) — Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Татарстан Республикаһының (1995) халыҡ рәссамы[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]