Абрикосов Алексей Алексеевич
Алексей Алексеевич Абрикосов (25 июнь, 1928 йыл — 29 март 2017 йыл, Пало-Алто, АҠШ) — совет, Рәсәй һәм Америка физик-теоретигы. Физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (2003 йыл, Виталий Гинзбург һәм Леггет Энтони менән бергә).
Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1964 йылдан — мөхбир ағзаһы), физика-математика фәндәре докторы. АҠШ Милли фәндәр академияһы ағзаһы (2000)[8], Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы(2001)[9].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1928 йылдың 25 июнендә Мәскәүҙә билдәле патологоанатомдар — Мәскәү университеты (1930 йылдан алып — Беренсе Мәскәү медицина институты) медицина факультетының патологик анатомия кафедраһы мөдире, академик Алексей Иванович Абрикосов һәм кафедра ассистенты, патологоанатомия бүлеге мөдире һәм Кремль дауаханаһының баш прозекторы Фани Давидовна Вульф (1895—1965) ғаиләһендә тыуа.
1943 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң МЭИ-ға уҡырға инә һәм энерготехниканы өйрәнә башлай, әммә 1945 йылда Мәскәү дәүләт университетына физиканы өйрәнергә күсә. Уның физика уҡытыусыһы Л. Д. Ландау була. Алексей уға 19 йәшендә «теоретик минимумды» тапшыра, 1948 йылда уҡыу йортон отличие менән тамамлай. Ландау Л. Д. етәкселегендә «Термическая диффузия в полностью и частично ионизированных плазмах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҙа һәм уны Мәскәүҙә Физика проблемалары институтында 1951 йылда яҡлай. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәһе табип-ҡоротҡостар кампанияһына ҡаршы алып барылған эш буйынса Кремль дауаханаһынан эштән бушатыла.
1951—1965 йылдарҙа Физика проблемалары институтында эшләй. 1955 йылда (27 йәшендә) юғары энергияларҙа квант электродинамикаһы темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1965—1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Л. Д. Ландау исемендәге Теоретик физика иснтитутында булып эшләй.
1975 йылда — Лозанна университетының почетлы докторы.
1991—1988 йылдарҙа Троицкиҙа Юғары баҫым физикаһы институтын директоры[10].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #108744183 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
- ↑ Абрикосов Алексей Алексеевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 3,0 3,1 Encyclopædia Britannica
- ↑ 4,0 4,1 Munzinger Archiv — 1913.
- ↑ Argonne Scientist and Nobel Laureate Dies at 88
- ↑ Notable Names Database — 2002.
- ↑ Математическая генеалогия — 1997.
- ↑ Alexei A. Abrikosov (инг.)
- ↑ Alexei Abrikosov (инг.)
- ↑ 'Андреев А. Ф., Буздин А. И., Варламов А. А., Векилов Ю. Х., Горьков Л. П., Дзялошинский И. Е., Каган Ю. М., Мухин С. И., Осипьян Ю. А., Питаевский Л. П., Стишов С. М., Фальковский Л. А.' Алексей Алексеевич Абрикосов (к 80-летию со дня рождения) (рус.) // Успехи физических наук : журнал. — Российская академия наук, 2008. — Т. 178. — № 6. — С. 669—670.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡалып:Книга:Храмов Ю. А.:Физики
- Кто есть кто в России и в ближнем зарубежье: Справочник. — М., Издательский дом «Новое время», «Всё для вас», 1993. — ISBN 5-86564-033-X
- Варламов А. А. Памяти А. А. Абрикосова // «Троицкий вариант — Наука», 2017, № 226, с. 11
- Герштейн С. С. Абрикосова украшала детскость // Новые Известия : газета. — 2017.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Профиль Алексея Алексеевича Абрикосова РФА рәсми сайтында
- Страница на сайте ИТФ РАН
- Автобиография на сайте Нобелевского комитета (инг.)
- А. А. Абрикосов. «Сверхпроводники второго рода и вихревая решётка». Нобелевская лекция, УФН, том 174, выпуск 11, ноябрь 2004
- А. А. Абрикосов в журнале «Успехи физических наук»
- Абрикосов, Алексей Алексеевич. Энциклопедия: Персоны. Страны. Темы. ИТАР-ТАСС. — Краткие справки обо всех странах мира, их руководителях, а также о событиях, привлёкших внимание мировых и российских СМИ. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 май 2019. 22 май 2019 тикшерелгән.
- 25 июндә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 29 мартта вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Калифорнияла вафат булғандар
- МДУ-ның физика факультетын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Физика буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- Ҡалыптар:Тышҡы һылтанмалар
- АҠШ Милли ФА ағзалары һәм мөхбир ағзалары
- XX быуат физиктары
- АҠШ-ҡа дүртенсе тулҡын Рәсәй эмигранттары
- Дәреслектәр авторҙары
- Физика-математика фәндәре докторҙары