Эстәлеккә күсергә

Агишев Сәфәр Аҡбулат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агишев Сәфәр Аҡбулат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1913
Тыуған урыны Йәнырыҫ ауылы, Рәсәй
Вафат булған көнө 10 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Вафат булған урыны Курск өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Агишев Сәфәр Аҡбулат улы (рус. Агишев Сафар Акбулатович; 1913 — 10 июль 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә. Кесе лейтенант[1].

Сәфәр Аҡбулат улы Агишев 1913 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (алдараҡ БАССР-ҙың Маҡар районы, хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Йәнырыҫ ауылында тыуған.

1941 йылда Маҡар районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Кесе лейтенант Агишев Сәфәр Аҡбулат улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкында хеҙмәт итә.

1942 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһен азат итеү һуғыштарында хәбәрһеҙ юғала[2].

Агишев Сәфәр Аҡбулат улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында ул хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен тапты. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә кесе лейтенант Агишев Сәфәр Аҡбулат улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1242  көн күрһәтелмәгән].

Сәфәр Агишевтың исеме ҡәберлек һәйкәленең мемориал таҡтаһына уйып яҙылған[сығанаҡ 1242  көн күрһәтелмәгән].