Азаров Иван Дмитриевич
Азаров Иван Дмитриевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1914 |
Тыуған урыны | Кривополянье[d], Раненбургский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 10 февраль 1943 (29 йәш) |
Вафат булған урыны | Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Һөнәр төрө | табип, ветеринар |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Азаров Иван Дмитриевич (5 ғинуар 1914 — 10 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы. III ранг хәрби ветеринар табибы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иван Дмитриевич Азаров 1914 йылдың 5 ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһе Раненбург районы Кривополяна ауылында тыуған[2].
1939 йылдың 11 февраленән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында, Урал хәрби округында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында фронт юлдарын үтә .
III ранг хәрби ветеринария табибы Азаров Иван Дмитриевич 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы була.
1942 йыл башынан Курск, Барвенково ҡалалары өсөн алыштарҙа, Харьков йүнәлешендә һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша .
1942 йылдың ноябрендә Сталинград янында фашистарҙың 4-се һәм 6-сы танк армияларын ҡамауҙа һәм Сталинград контрһөжүмендә ҡатнаша .
1943 йылдың 10 февралендә Бөйөк Ватан һуғышының Көньяҡ-Көнбайыш фронтында Донбасс биләмәләрен азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була. Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Петровский утарында ерләнгән[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азаров Иван Дмитриевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа яҙылған[3] һәм Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһе Кривополяна ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ЦАМО. Донесения о потерях[2]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Азаров Иван Дмитриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- Память народа. Азаров Иван Дмитриевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июль 2021)
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0