Эстәлеккә күсергә

Аҙау (Архангел районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азово (Башкортостан) битенән йүнәлтелде)
Аҙау
Аҙау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Оҙондар ауыл Советы (Архангел районы)
Халыҡ һаны 488 кеше (2002)[1],
526 кеше (2009)[1],
461 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453030
Карта

Аҙау (рус. Азово) — Башҡортостан Республикаһының Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 526 кеше булған[3]. Почта индексы — 453030, ОКАТО коды — 80203850002.


Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
488526461

1906 йылда — 406, 1920—563, 1939—721, 1959—739, 1989—572, 2002—488, 2010—461 кеше йәшәгән.

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса милләттең күпселек өлөшөн башҡорттар тәшкил итә (97 процент)[4]

Дөйөм халыҡ һаны[3]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
488 526 +38 +7,79
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 36 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Равтау): 2 км
  • Дауахана урамы (рус. Больничный (улица))
  • Тимер юл урамы (рус. Железнодорожная (улица))
  • Инйәр урамы (рус. Инзерская (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))
  • Сик урамы (рус. Пограничная (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))[6]


Аҙау Әйтмәмбәттән аҙ ғына ҙурыраҡ була. V рәүиз ваҡытында унда 15 йортта 94 кеше, X рәүиздә 200 кеше һәм 36 йорт булған. 1896 йылда 64 йортта 353 кеше йәшәгән.

Эшләп килгән мәсет эргәһендә мәктәп — башланғыс конфессия мәктәбе асыла.

Ауылдың исеме антропоним Аҙауҙан алынған. 1816 йылғы ревизия тәүге төпләнеүсенең 60 йәшлек улы Йосоп Аҙауовты күрһәтә. Уның балалары Хисаметдин (1803 йыл), Хөсәйен (1791 йыл) һәм Искәндәр (1788 йыл).

152 кеше 95 ат, 40 һыйыр, 55 һарыҡ, 35 кәзә тотҡан. Иген сәселмәгән тиерлек: 1843 йылда бөтә ауылға 56 бот ужым һәм 128 бот яҙғы иген сәселә. 30 умартаһы һәм 8 солоғо булған[7].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (1936), хор дирижёры. 1961—1991 йылдарҙа Башҡортостан Музыка йәмғиәте балалар хорының художество етәксеһе, 1985—1991 йылдарҙа йәмғиәт идараһының рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1975)[8].
  • Шакир Ғәлин — шағир.
  • Зифа Хөснулла ҡыҙы Фәйзуллина (Винокурова) — Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы[9]
  1. 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 117. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Башҡортостан энциклопедияһы — Ғөбәйҙуллина Зәйтүнә Хатип ҡыҙы 2021 йыл 17 ғинуар архивланған.
  9. Зифа Хөснулла ҡыҙы Фәйзуллина — Винокурова