Эстәлеккә күсергә

Акимов Иван Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Акимов Иван Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 25 август 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Родниковский[d], Староаннинское сельское поселение[d], Новоаннинский район[d], Хопёрский округ[d], Түбәнге Волга крайы[d], СССР
Вафат булған көнө 15 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (36 йәш)
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Капитан
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Акимов Иван Георгиевич (25 август 1907 йыл — 15 ноябрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы. Гвардия капитаны. ВКП(б) ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1943) һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1944, үлгәндән һуң) кавалеры[1].

Иван Георгиевич Акимов 1907 йылдың 25 авгусында Рәсәй империяһының (хәҙер — Волгоград өлкәһе) Родниковский утарында[2] тыуған.

1929 йылдың 14 сентябрендә Сталинград өлкәһе Ново-Анненск (икенсе сығанаҡтарҙа — Урюпинск) районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия капитаны Акимов Иван Георгиевич 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә.

1943 йылдың 15 ноябрендә һәләк була[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.10.1943)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (28.03.1944)[1]

Акилов Иван Георгиевич Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларға[3] һәм Рәсәй Федерацияһы Волгоград өлкәһе Новоаннинский районы Родниковский утарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.