Эстәлеккә күсергә

Довженко Александр Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Довженко битенән йүнәлтелде)
Александр Довженко
Олександр Довженко
Исеме

Александр Петрович Довженко

Тыуған көнө

29 август (10 сентябрь) 1894

Тыуған урыны

Сосница,
Сосница өйәҙе,
Чернигов губернаһы,
Рәсәй империяһы

Вафат көнө

25 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…] (62 йәш)

Вафат урыны

Переделкино,
Мәскәү өлкәһе, СССР

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Украина Халыҡ Республикаһы Украина Халыҡ Республикаһы
Украин Совет Социалистик Республикаһы Украин ССР-ы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәре

кинорежиссёр, сценарист

Карьераһы

1914—1956

Йүнәлеше

социалистик реализмы

Наградалары
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1950||Ленин премияһы — 1959||Сталин премияһы — 1941||Сталин премияһы — 1949
IMDb

ID 0235590

 Довженко Александр Петрович Викимилектә

Довженко Александр Петрович (укр. Олекса́ндр Петро́вич Довже́нко; 17 (29) август, 1894 йыл, Сосница , Сосница өйәҙе, Чернигов губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Чернигов өлкәһе, Украина) — 25 ноябрь 1956 йыл, Переделкино, Московская область, СССР) — украин совет кинорежиссёры, яҙыусы, кинодраматург. РСФСР –ҙың халыҡ артисы (1950). Ленин премияһы (1959, үлгәндән һуң) һәм ике Сталин премияһы (1941, 1949) лауреаты.

Алекса́ндр Петро́вич Довже́нко 1894 йылдың 29 авгусында (10 сентябрендә, башҡа мәғлүмәттәргә ҡарағанда — 12 сентябрь) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә Чернигов губернаһы Сосницк өйәҙе Вьюнище хуторында (хәҙер Чернигов өлкәһе райондарының береһе булған ҡала тибындағы Сосница ҡасабаһы) тыуа.

Довженконың ата - бабалары — ХVIII быуат уртаһында Сосницала ултыраҡланған Полтава чумактары (йөк ташыусы, сауҙа итеүсе). Довженколарҙың документтарҙан билдәле тәүгеһе —1760 йылдарҙа тыуған Карп. Карп Довженконың улы — Григорий 1786 йылда тыуа. Тарас Григорьевич Довженко (Александр Петровичтың ҡарт олатаһы) 1812 йылда тыуған. Довженколарҙың ҡушаматы Тарасовичтар унан килә. Уның ике улы була — Семён һәм Самуил. Семен Тарасовичтың улы — Пётр Семёнович —Александр Петрович Довженконың атаһы. Ҡарт олатаһы Тарас бик оҫта хикәйәсе була. Ғаиләләге тәрбиәсе булараҡ уның бәләкәй Сашаға бик ҙур йоғонтоһо була.[4]

Ата-әсәһе уҡый - яҙа белмәй. Ғаилә ярлы йәшәй: ерҙәре аҙ булмаһа ла, уңдырышһыҙ була. Балалар күп тыуа — 14, улар араһынан тик өсәүһе генә тере ҡала — Александр, уның апаһы Полина һәм Трифон. Балалары бик иртә үләләр, береһе лә тиерлек эшкә яраҡлы булмай. Александр Довженконың баласаҡ хәтирәләре гел "илау һәм ерләү" менән тасуирлана. Үҙенең әсәһе тураһында Довженко: "йыр өсөн тыуған, мәңгегә оҙатып, ғүмере буйы илап йәшәне", тип яҙған[5].

Улын уҡытыр өсөн, атаһы ете дисәтинә ерҙәренең береһен һата. Довженко Сосница башланғыс мәктәбендә уҡый, ә һуңғараҡ — башланғыс училищела. Уҡыу малайға бик еңел бирелә, ул отличник була, шуға ҡарамаҫтан, ул, уҡытыусылар үҙҙәре лә бигүк аңламайҙар, шуның өсөн уларға мин отличник булып күренәм, тип һанаған. Күп уҡыған, хатта әсәһе ваҡыты менән әрләп алған [6]. Ниндәйҙер өлкәлә айырым ынтылышы булған тип әйтеп булмай, әммә уның башҡаларҙан айырылырға теләге булған — бөтәһен дә булдырыр һымаҡ күренгән, шул уҡ ваҡытта буласаҡ профессияһы хаҡында хыялдары архитектура, һынлы сәнғәт, алыҫҡа йөҙөп йөрөү, балыҡ үрсетеү һәм уҡытыу эше сфераларында әйләнгән.

1911 йылда Александр Довженко Глухов уҡытыусылар институтына (хәҙер Александр Довженко исемендәге Глухов милли педагогик университеты), әммә уҡытыусы булырға ҙур теләге булғаны өсөн түгел, унда экзамендарҙы бирергә хоҡуғы булғанға ғына, йылына 120 һум стипендия ла ҡыҙыҡтырған. Бында ул студенттар араһында иң йәше була һәм нәҡ бында ул "Аллаһы Тәғәләгә ышаныуынан төнөлә, бының тураһында ул бөтә уҡытыусылар араһынан иң либераль ҡарашлы булған отец Александрға үҙе әйтә.

1914 йылда Довженко институтты тамамлай һәм Житомир башланғыс училищеһына тәғәйенләнә. Унда уҡытыусылар етмәү сәбәпле тәбиғәтте өйрәнеү, гимнастика, география, физика, история һәм рәсем дәрестәрен алып бара. Беренсе донъя һуғышын ул "обыватель" һымаҡ ҡабул итә, тәүҙә ҡыуана, яраланғандарҙы сәскәләргә күмә, тик бер нисә йыл үткәс кенә, ул уларға ҡайғылы һәм оялыу тойғоһо менән ҡарай башлай.

Шул уҡ ваҡытта Довженко күпмелер ваҡыт украин милли - азатлыҡ хәрәкәтенең активисы булып китә. Самодержавие ҡолатылыуын ул ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы ала, сөнки “крәҫтиәндәргә, фабрикалар – эшселәргә, мәктәптәр – уҡытыусыларға, хәстәханалар – табиптарға, Украина - украиналарға, рәсәй – рустарға икәненлеге хәҙер барыһына ла асыҡ”. Әммә ваҡыт үтеү менән Довженко үҙенең йәш саҡтағы ынтылыштарын “мөгәрәптән сыҡҡан” кешеләрҙең күҙен томалау, тип атай, сөнки ул ваҡытҡа Довженконың ҡәҙимгесә, төҙөк сәйәси белеме лә, кластар һәм партиялар көрәше тураһында аҙ ғына булһа ла төҫмөрләүе, шулай уҡ марксизм тураһында ла белеме булмай әле.

Һуңынан ул: Украин сепаратистар буржуаз хәрәкәте миңә ул осорҙа иң һуңғы сиктәге революцион хәрәкәте, иң һул, тимәк, иң яҡшы булып күренә ине...Коммунизм тураһында мин бер нәмә лә белмәй инем, әгәр минән, кем ул Маркс, тип һораһалар, мин, моғайын, ул китап сығарыусы, тип әйтер инем. Шулай итеп, мин революцияға кәрәкмәгән ишектән ингән булғанмын”, — тип яҙа.

1917 йылда уны “белобилетник” булараҡ (йөрәк сире арҡаһында) фронтҡа алмайҙар һәм ул эшкә Киевҡа күсә[7]. Киевта ул уҡытыу эше менән була һәм үҙе лә Киев коммерция институтында белем ала (хәҙер Киев милли иҡтисад университеты). Довженко был институтҡа башҡа юғары уҡыу йорттарына аттестаты мөмкинлек бирмәгән өсөн түгел, ә ниндәй булһа юғары белем алыр өсөн. Насар ғына уҡый, ваҡыты ла етмәй, тырышлығы ла.

Граждандар һуғышы осоронда ул Украина Халыҡ Республикаһы армияһында доброволец булып хеҙмәт итә. Довженконың ерҙәше инженер Петр Шох, Довженко уның менән бергә Украин армияһы 3 Сердюк полкында яугир була, тип раҫлай»[8]. Ошоно уҡ Александр Довженконың беренсе ҡатынының апаһы ла ра5лай, ул үҙенең хәтирәләрендә Довженконы һоро башлыҡта 1917 йылдың аҙағында һәм 1918 башында уларға инеп йөрөгәнен иҫләп яҙа, Довженко Киевтағы ғинуар ихтилалына ҡатнашҡан Ҡара гайдамактар курененә ҡарай. 11 йыл үткәс, ошо ваҡиғаларҙы Довженко үҙенең “Арсенал” фильмында һүрәтләй, әммә инде баррикадаларҙың икенсе яғынан. Большевиктар власы уранлыштырылғас, УХР ғәсҡәрҙәре составында Житомирға сигенергә мәжбүр була [9] һәм һуңғараҡ Киевҡа кире ҡайта.

Шул уҡ йылда Киевта Украина сәнғәт академияһы асылғандан һуң, Довженко уның тыңлаусыһы булып китә. 1918 йылда Коммерция институты общинаһы рәйесе булараҡ, Довженко Украина державаһы гетман армияһына призывҡа ҡаршы дөйөм студенттар митингын ойоштора. Митингта ҡатнашыусылар ҡыуылалар, егерме яҡын кеше үлтерелә, күбеһе йәрәхәтләнә. Академияны Довженко тамамлай алмай, ә институтҡа, уның һүҙҙәре буйынса, 1920 йәки 1921 йылға тиклем барып йөрөй. 1918 йылда Украина Халыҡ Республикаһы армияһында Житомирҙа старшиналар мәктәбендә ”Украина тарихын” һәм эстетиканы уҡыта[10]. 1919 йылда Житомирҙа 44 уҡсылар дивизияһы штабы янында ҡыҙыл старшиналар мәктәбендә история һәм географияны уҡытҡан.

Совет осоронда сығарылған биографияһында буласаҡ режиссёрҙың яҙыусы Васыль Блакитный менән танышыу тураһыда икенсе версия бәйән ителә. Китпапта, Довженконы Блакитный менән 1923 йылда Украина сит ил Наркоматында бергә эшләгән дуҫтары осраштырған. Блакитный осрашыуҙан һуң Довженконы “Вiстi” гәзитенә карикатурист вазифаһына тәҡдим итә.[11]

Василь Блакитный кәңәше буйынса 1920 йылда Довженко Украина социалистар – революцинерҙар партияһына (боротьбистар партияһы) инә. Был партия һул украин эсерҙарының “Борьба” гәзитен контролдә тота. Эсерҙар һул социал – демократтарға ҡушылып, азатлыҡ позицияһын яҡлайҙар һәм КП (б)-ны милли мәнфәғәттәренең дошманы тип һанайҙар. Лениндың оҫта ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә боротьбистар партияһы үҙен – үҙе юҡҡа сығара һәм уның ағзалары КП (б) рәттәренә ҡушыла.

1920 йылда Довженко Житомир партия мәктәбенең мөдире итеп тәғәйенләнә, әммә тиҙҙән поляктарға әсирлеккә эләгә, бында уны пуляһыҙ патрон менән атып, икенсе юлы ысын атыу буласағы менән ҡурҡыталар. Уға кыҙылдар отряденә ҡасырға форсат табыла.

Совет власы урынлаштырылғандан һуң һәм боротьбистар ярҙамы менән Довженко төрлө вазифалар биләй: башта халыҡ мәғарифының Киев губерна бүлеге сәркәтибе, һуңынан Тарас Шевченко исемендәге Театр комиссары һәм Киевта сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Партиялағы сираттағы “таҙартыуҙан” уны ҡабаттан боротьбист дуҫтары ҡотҡаралар һәм уны партиясы Шумскойға ашығыс рәүештә ебәрәләр. Шумской ул ваҡытта Польшала тулы СССР-ҙың хоҡуҡлы вәкәләтен етәкләй. 1921 йылда Довженконы Харьковҡа саҡыртып алалар, РСФСР сит эштәре буйынса Наркомға ҡабул итәләр һәм дипломатия эшенә йүнәлтәләр — Польшала ул хәрби әсирҙәрен алмаштырыу һәм репатрицияһы буйынса миссияны етәкләй. Бер аҙ ваҡыт үткәс, вәкәләттә идара итеүсе посын биләй. 922 йылдың башында Довженконы Германияға Сауҙа вәкиллеге консул бүлегенә сәркәтип итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо ваҡытҡа Довженко – рәссамдың беренсе карикатуралары донъя күрә. Карикатураларҙың ҡайһы берҙәре АҠШ-та сыҡҡан “Молот” журналында нәшер ителә Хеҙмәт бурыстарын һәм рәсем төшөрөүҙе бергә алып барыуын ҡыйынлығын аңлаған Довженко Германияла графика менән шөғөлләнергә рөхсәт биреүҙәрен һорап ЦК КП (б)У –ға ғариза яҙа.

1922 йылдың 13 февралендә Довженко Польшалағы Германия илселегендә Германияла йәшәү өсөн паспортҡа заявка ҡалдыра[12]. Немец документтарнына күренеүенсә, Германия властары “украин гражданины Довженкола” улар “коммунистик хәрәкәтенең радикаль яҡлаусыһын” күреп, килеүенә шик белдерәләр"[13]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, шул йылдың апрелендә үк өс айға паспорт шулай ҙа бирелә һәм Довженко Берлинға килә, башта Бисмаркштрассе, 69 йортта, ә һуңынан Вильмерсдорф районына күсенеп Падерборнерштрассе, 9 йортта йәшәй башлай. Бында булыуҙың ваҡыты үткәс, йәмғимәт тәртибен һаҡлаусы Комиссариат 1922 йылдың 24 июлендә Довженко артынан бер ниндәй ҙә ғәйеп күҙәтелмәүен ҙә хәбәр итә[14]

Боротьбистар идара иткән УССР Наркомпросынан 40 доллар стипендия алғас, Довженко бер йыл тирәһе профессор Вилли Геккельдең шәхси сәнғәь мәктәбендә уҡый, бында ул һынлы сәнғәт эксперессионизмын үҙләштерә. Германияла Довженко Варвара Семеновна Крыловаға өйләнә. 1923 йылдың йәйендә Довженко Украина ҡайтарыла. Довженко үҙе ошолайтып яҙа: “Мин инде партияла түгел инем... Партиянан сығарыуҙы бик ауыр кисерҙем.” Довженко партбилетын юғалтҡандан һуң, уны яңыртырға ашыҡмай һәм ғүмеренең аҙағынаса партияһыҙ булып ҡалыуы билдәле.

Марьямов китабынан: Довженко партиянан үҙҙәренең ағзалығын раҫларға тейеш булған саҡта, сираттағы таҙартыуҙы үтә алмау сәбәпле сығарылған. Берлиндан почта аша ебәрелгән Довженконың документтары юғалған була.[11] Һуңғараҡ, 925 йылда, Василий Блакитный ярҙамы менән улар табыла, шуға ҡарамаҫтан, урындағы бюрократ Довженконан парияға инеү тураһында яғынан ғариза яҙыуҙы талап итә. Довженко был ғәҙелһеҙ талап менән ризалашмай һәм партияла тергеҙелмәй. 1923 йылдың йәйендә Довженко Украинаның элекке баш ҡалаһы Харьковҡа күсә. Ул шундуҡ украин әҙәби романтиктары һәм яҙыусы – футуристар ойошмаһына эләгә, “Известия ВУЦИК” гәзите редакцияһында рәссам – иллюстратор булып эшләй псевдонимы аҫтында рәссам – карикатурсы булып, шулай уҡ китап иллюстраторы булараҡ та билдәлелек яулай, атап әйткәндә, Перт Панычтың “Зәңгәр эшалондарында". Уның “Сашко” имзаһы менән карикатуралары һәм дуҫтарса шарждары йыш ҡына башҡа баҫмаларҙа ла күренә[5]

Был осорҙа ул шул ваҡытта абруйлы һәм киноға йүнәлтел гән 1923 йылда ойошторолған “Гарт” әҙәби берләшмәһе менән тығыҙ бәйләнештә була. “Гарт”ҡа Эллан Блакитный һәм Марк Йогансен ижад ҡомары һәм илһам биреүселәр була. Берләшмә составына шулай уҡ К. Гордиенко, И. Днепровский, И. Кириленко, А. Копыленко, В. Коряк, Г. Коцюба, И. Кулик, М. Майский, В. Полищук, И. Сенченко, В. Сосюра, М. Тарновский, П. Тычина и М. Хвылевой инә. “Гарт” тарҡалғандан һуң Довженко ВАПЛИТта “һул” украин яҙыусылары әҙәби берләшмәһе менән хеҙмәттәшлек итә. Һуңынан ВАПЛИТ аша Довженко ВУКФУ менән яҡынлаша, әммә Харьковта Довженко ҡыҙыҡһынмаған театр берҙән – бер драма сәнғәте була. Нәҡ шул ваҡытта ул кадр – скетч һәм кадр – плакат концепцияһын булдыра, шуның арҡаһында театр ситкә этәрелә, ул уны рәссам буларҡ темпераментына ла, уның режиссураны аңлауына ла тап килмәй. Яйлап Довженко киноға юл аса. Был өлкәлә тәжрибәһе ле, белеме лә булмаһа ла, ул Одесса кинофабрикаһы ВУФКУ - ла эш башлай. 1925 йылда Довженко “Ҡыҙыл армия” агитфильмында стажер була.

Шулай итеп, Довженко кинематограф менән “ауырып” китә. Арнольд Кордюм кинотөркөмөндә эшләгән саҡта уҡ ауылдғы а синыфтар көрәше тураһында төшөрөлгән “Урман артында” картинаһында ул режиссура менән ҡыҙыҡһына башлай. Шулацй уҡ Довженко балалар өсөн “Реформатор Вася” сценарийын яҙа. Одессала шул ваҡытта ВУФКУла эшләгән Юрий Яновский был сценарийҙы кире ҡаға, әммә мәскәү комиссияһында уның тураһында хәстәрләгәндән һуң, сценарийҙы производствоға индерәләр. Постановканы тормошҡа ашырҡан Фауст Лопатинский ҡапыл киноға төшөрөүҙән һыуына һәм 926 йылда Довженко Павел Нечеса тәҡдименән һуң киноны тамамлаү өсөн Одессаға китә, унда ул кинофабрикала режиссёр булып эшкә төшә. Киноға күскән саҡта, Довженко үҙен комик һәм комедия жанрҙарында бағышларға планлаштыра.

“Реформатор Вася”ны төшөргән саҡта тәжрибәһеҙ һәм техника менән дуҫ булмаған Довженко бәрелеш артынан бәрелеш ойоштора. Оператор Иосиф Ронуны бер үҙен ҡалдырып ул кино төшөргән майҙандан мәжбүри хәлдә китергә тейеш була. Ошо киноны төшөргәндә һәм “Мөхәббәт еләге” фильмында ул оператор Даниил Демуцкий менән таныша, артабан Довженко украин киноһының данлыҡлы тандемын булдырып, уның менән бик күп фильмдарҙа эшләй.

Одессаға Довженко әҙер һәм ысынбарлыҡта беренсе сценарийы , Николай Икенсегә сатира булған “Батша” сценарийы менән килә. Һуғышта булмаған һалдатты үлем язаһына тарттырыыу, үлтерелгәндән һуң наградлау тураһындағы был трагикомик фарс һуғыштың ни тиклем мәғәнәһеҙ булыуын һүрәтләй. Довженко был сценарийҙы Чарли Чаплинға тәҡдим итә, әммә яуап алмай.

Карьераһының үҫеш алыуы һәм тамамланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Звенигора, афіша.jpg
«Звенигора фильмы афишаһы». Сосница музейынан фото.

Александр Довженко тәүге тапҡыр үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡтырырлыҡ оҫта булараҡ үҙен “Звенигора” фильмынан һуң таныта, был фильмда ул ғәҙәти булмаған манерала революцион эпосты, сатира һәм шиғриәтте берләштерә ала. 1930 йылда Довженко “Ер” фильмын (1930) төшөрә. Новаторлыҡ кино теле менән режиссёр коллективлаштырыу өсөн көрәш, крәҫтиән тормошо нигеҙен һындырған социаль процестар тураһында һөйләй. Фильм күпселек кимәлдә әшәке итеп төшөрөлгән, шуның өсөн ул прокаттан экранға сығыу менән алына. “Иван” (1932)”Аэроград” (1935), “Щорс” ( 1939) фильмдары мөһим эштәре була.

“Иван” картинаһын төшөргән саҡта Довженко Сталин менән яҡынлашып китә. Улар хатлашалар, дәүләт башлығы йыш ҡына режиссёрҙы үҙендә ҡабул итә. “Щорс” картинаһы Сталиндың тура күрһәтмәһе буйынса төшөрөлә, Стали фильм булдырыу барышына ҡыҫыла. Бындай тығыҙ бәйләнештең кире яҡтары ла бар. Яйлап ижадсының шәхси ҡараштары һәм рәсми рәүештәге идеология араһында ҡапма – ҡаршылыҡ тыуа[15].

1934 йылда Довженко репрессияларҙан ҡасып, Украинаны ҡалдыра һәм Мәскәүгә күсә.

1930 йылдар аҙағынан ул әҙәбиәткә һәм буласаҡ картиналарына сценарийҙар әҙерләүгә күберәк иғтибарын бүлә башлай. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ул бер нисә документаль фильм төшөрә, публицистик мәҡәләләр һәм очерктар яҙа. 1943 йылда “Украина ут эсендә” фильмына яҙылған сценарийы ЦК ВКП (б) Политбюроһында тикшерелгәндән һуң Сталиндан һуңғы сиктә негатив баһаһын ала һәм производствоға алынмай[16].

1944 йылда уҡ Довженко ҡуйырға ниәтләгән шиғри картина "Тормош сәскә ата" шиғри картинаһы идеологик принциптарына яраҡлаштырыу маҡсатында "Мичурин" фильмына әүерелдерелә. Фильм цензура талаптарына тура килтерелеү өсөн бик ныҡ үҙгәртелә һәм яңынан монтажлана. Ҡайһы бер тәнҡитселәр фекеренсә, һөҙөмтәлә бөтөнләй булдыҡһыҙ, пропагандистик пафостан башҡа үҙ эсенә бер нәмә лә алмаған фильм килеп сыҡҡан [17]. Башҡа тәнҡитселәр, киреһенсә, идеологик үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, фильм талантлы булып сыҡҡан һәм совет кинематографияһында оло ваҡиға булған тип фильмды хуплағандар[17]. Кино төшөргән ваҡытта режиссёр инфаркт кисерә.

Довженконың аҙаҡҡы эше "Һау бул, Америка!" фильмының яҙмышы ла аяныслы. Фильм дәүләт заказы, АҠШ-тан СССР-ға сәйәси ҡасыусы Аннабелль Бюкар китабы мотивтарына эшләнгән агитация памфлеты була. Довженко идеология яғынан ышаныслы булһын өсөн картинаны бер нисә тапҡыр яңынан төшөрә һәм монтажлай. әммә — уникаль осраҡ! — фильм әҙер булды тигәндә, режиссёр Мәскәүҙән эште туҡтатыу тураһында әмер ала. Шулай итеп, фильм тамамланмай ҡала. "Һау бул, Америка!" архивта 46 лет ята һәм тик 1995 йылда экрандарға сыға[18].

Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында Довженко педагогик эш менән мәшғүл була — ВГИКта уҡыта. Буласаҡ картиналарына сценарийҙар яҙыуын дауам итә.

Довженко "Алтын ҡапҡа" роман - эпопеяһын яҙыуға тотона, был әҫәрҙә ул украин тарихының мөһим боролоштарына туҡталып, төшөнөргә теләй.

Александр Довженко 1956 йылдың 25 ноябрендә яңы "Диңгеҙ тураһында поэма" картинаһының беренсе төшөрөү көнө алдынан инфаркттан Переделкинола үҙенең дачаһында вафат була. Фильмды уның вафатынан һуң режиссёрҙың тол ҡатыны Юлия Солнцева төшөрә.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән (3 һанлы участка).

Мираҫы һәм хәтере

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сценарийҙарының күбеһен Довженко төшөрөргә өлгәрмәй. Уның ҡатыны, режиссёр |Юлия Солнцева уның вафатынан һуң уның сценарийҙары буйынса «Поэма о море», «Повесть пламенных лет» һәм «Зачарованная Десна» фильмдарын төшөрә.
  • Сосницала 1960 йылдан алып кинематография классигының мемориаль музейы эшләп килә.
  • 1957 йылда Киев нәфис фильмдар киностудияһына Довженко исеме бирелә.
  • 1960 йылда Киев нәфис фильмдар киностудияһы бинаһында һәм А.П. Довженко 1935-41 йылдарҙа йәшәгән Карл Либкнехт урамы, 10 һанлы йортта мемориаль таҡталар асыла (бронза, гранит барельефтар; скульптор М. К. Вронский).
  • 1964 йылда Киев киностудияһы территорияһында бюст ҡуйыла (скульптор Л. В. Козуб).
  • 1972 йылда Довженко исемендәге "Иң яҡшы хәрби - патриотик фильм өсөн" Алтын медале булдырыла.
  • 1994 йылда Украина Президенты Указы менән Александр Дорвженко Милли үҙәге исемен алға дәүләт киноархив булдырыла.
  • 1994 йылдау Украина Президенты Указы менән Довженко исемендәгекинематография өлкәһендә Дәүләт премияһы булдырыла.
  • Сосница ҡасабаһында (Чернигов өлкәһе) А. П. Довженконың тыуған көнөнән 110 йыл үтеүгә үткәрелгән сараларҙан һуң, 2004 йылдан башлап, «На волнах очарованной Десны» исеме аҫтында Дөйөм украин йәштәр кинофестивале уҙғарыла. Фестивалдең тантаналы асыуы кинорежиссёрҙың усадьбаһы - мемориаль музейында үткәрелде, конкурс программаһы А.П. Довженко исемендәге кинотеатрҙа күрһәтелә.
  • Довженко исеме урамдарға Мәскәүҙә [19], Волгоградта, Киевта[20], Одессе[21], Львовта һәм Яңы Каховка ҡалаһында бирелгән.
  • Одессала киностудияның төп бинаһында мемориаль таҡта ҡуйылған.

Яңы Каховкала (Ленин урамы, 25) һәм Берлинда (Бисмаркштрассе, 69) ул йәшәгән йорттарҙа шулай уҡ мемориаль таҡталар ҡуйылған.

  • Яңы Каховкала 2012 йылда ҡала ял паркында (Днепр буйы) һәйкәл ҡуйылған[22], скульпторҙар — Николай Рашевский һәм Владимир Потребенко.
  • Довженко исемендәге кинотеатр Харьковта
  • Довженко исемендәге кинотеатр Львовта
  • Довженко исемендәге кинотеатр Запорожьела

Довженконың тәүге әҫәрҙәренең тематикаһы революцион рух күтәренкелеге һәм совет киноһының тергеҙелеүе менән бәйләнгән.Кинематография теленең мөмкинлек байлыҡтары менән әсир ителгән Довженко пролетария революцияһының ялҡынлы трибунына әйләнә.Мәҫәлән, "Арсенал" фильмы сюжет нигеҙендә — Киев заводының эшселәлре ихтилалы, «Аэроград» СССр-ҙың көнсығыш сиктәрен революция дошмандарынан һаҡлау тураһында һөйләй. Оҫтаның тәүге фильмдарында тамашасы күп кенә жанрҙарҙың :сатира, гротеск, әкиәт һәм революцион эпостың буталыуын күрә.

Һуғыш алдындағы документаль кино өлкәһендәге уның эштәре Довженконы хәрби кинопублицистикаһына нигеҙ һалыусылар араһына индерергә мөмкинлек бирә. Композиция төҙөлөшө, һәр кадрҙың ентекләп эшләнеүе — Довженконың тәжрибәле оҫта булараҡ үҙенсәлеге. Идеология был эштәрҙә мәнгелек ҡиммәттәр менән ҡыҫырыҡланып,икенсе планға күсә. Сергей Эйзенштейндың динамик манераһынан айырмалы Довженко камераһы бер аҙ хәрәкәтһеҙ күренә һәм кадрҙар фотографияларҙы хәтерләтә. Сәхнә сиселештәренең саялығы, сәхнә күренештәренең тәбиғи алмашыныуы, "йәбештереүҙәр" һиҙелмәүе режиссёрҙың арҙаҡлы замандаштарын да ғәжәпләндергән. Довженконың новаторлыҡ монтажлауы кинематографҡа донъя кмимәлендә тәьҫир иткән. Григорий Михайлович Козинцев Довженконың фильмдарынан үҙенең тәьҫораты тураһында ошолай тип яҙған:

Сколько уж лет прошло, а всё мчатся на меня кони из «Арсенала», я вижу со всей отчетливостью, как выкатывает на сцену пулемёт батько Боженко, пляшет в лунную ночь тракторист, лежит под яблоней старый дед, и Мичурин идёт сквозь ветер и летящие рыжие листья. Повторяли — не получалось. Фильм Бертолуччи, «Двадцатый век»: старик умирает под яблоней. Сравнение с «Землёй» уничтожает фильм режиссёра. У Довженко кадры скреплены страстью. Для того, чтобы потрясать, — надо быть потрясённым[23].

Довженконың бөтә ижады аша ҡыҙыл еп менән кешенең һәм тәбиғәттең берлеге темаһы үтә. Айырыуса сағыу "Земля" һәм цензура тарафынан йолҡҡосланған "Жизнь в цвету" картиналарында кәүҙәләндерелә. Ул яланғас киноэстетика менән мауыҡмай, Довженконы кеше ғүмеренең уникаль ҡиммәтлеге ҡыҙыҡһындыра. Довженконың ижадын өйрәнеүсе Рауль Хаузман режиссёрҙың ижади манераһы үҙенсәлектәре тураһында яҙған:[24]

Фильм «Земля» — произведение не эстетическое, а исследующее действительные жизненные побуждения, изображающее превращения чувств и структуры вещей. Все возражения здесь оказываются несостоятельными: «Земля» Довженко диалектична как с точки зрения оптической, так и содержательной; она не «биологична», поскольку рождение и смерть факторы хоть и биологические, но в то же время диалектические.
  • 1926 — Ягодка любви
  • 1926 — Вася-реформатор (картина юғалған)
  • 1927 — Сумка дипкурьера
  • 1928 — Звенигора — "Довженко украин трилогяһының" беренсе фильмы.
  • 1929 — Арсенал (фильм) — "Довженко украин трилогяһының" икенсе фильмы.
  • 1930 — Земля (фильм, 1930) — "Довженко украин трилогяһының" өсөнсө фильмы.
  • 1932 — Иван (фильм, 1932)
  • 1935 — Аэроград
  • 1939 — Щорс (фильм)
  • 1948 — Мичурин (фильм)
  • 1951 — Прощай, Америка!
  • 1940 — Буковина — земля украинская (документаль)
  • 1940 — Освобождение (фильм, 1940) (документаль)
  • 1943 — Битва за нашу Советскую Украину (документаль)
  • 1944 — Победа на Правобережной Украине (документаль)

Сценарийҙар авторы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1926 — Ягодка любви
  • 1939 — Буковина, земля Украинская (фильм)
  • 1940 — Освобождение (фильм, 1940)
  • 1943 — Битва за нашу Советскую Украину (фильм)
  • 1945 — Страна родная (фильм)
  • 1945 — Победа на Правобережной Украине (фильм)
  • 1958 — Поэма о море (Ю. И. Солнцева төшөргән)
  • 1960 — Повесть пламенных лет (Ю. И. Солнцева төшөргән)
  • 1965 —Зачарованная Десна (фильм)(Ю. И. Солнцева төшөргән)[25]
  • «Воля до життя»
  • «Зачарована Десна» (киноповесть)
  • «Земля» (сценарийы юғалған, фильм һәм сценарийҙар тураһында хәтирәләр)
  • «Мати»
  • «Ніч перед боєм»
  • «Повість полум’яних літ»
  • «Нащадки запорожців» (драматик поэма)
  • «Украина в огне» (киноповесть)
  • «Поема про море» (киноповесть)
  • «Антарктида» (киноповесть)
  • «Життя в цвіту» (пьеса)
  • Көндәлек 1941-56

Премиялары һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Файл:Диплом А.Довженка. Фото с музея в Соснице.jpg
А. Довженко дипломы . Сосница музейынан фото.
  • 1934 — Венеция кинофестивале призы, фильм «Иван»
  • 1941 — I дәрәжә Сталин премияһы «Щорс» (1939) фильмы өсөн.
  • 1949 — II дәрәжә Сталин премияһы «Мичурин» (1948)фильмы өсөн.
  • 1959 — Ленин премияһы «Поэма о море» әҙәби сценарийы өсөн (үлгәндән һуң).
  • 1943 — Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Alexander Dovzhenko // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Alexander Dovzhenko // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. http://www.siver-litopis.cn.ua/arh/1995/1995-n6/1995n06r08.pdf
  5. 5,0 5,1 Довженко Александр / Известные люди Украины 2010 йыл 2 декабрь архивланған.
  6. Краткая биография Александра Довженко. ссылка проверена 2 января 2009
  7. биография на people.ru ссылка проверена 2 января 2009
  8. Лавриненко Ю. Из книги «расстрелянного возрождения», Мюнхен, 1959. Украинское слово (Хрестоматия украинской литературы и литературной критики XX в. — С. 43.
  9. Новейшая история Украины (1900—2000): Учебник / А. Г. Слюсаренко и др.. — К.: Высшая школа, 2000. — 185 с.
  10. шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың шаһиты Александр Саввич Грищенко хәтирәләре. Уның күрһәтмәләре буйынса 1918 йылда Довженко бер аҙ ваҡыт Житомирҙа Петлюра армияһы старшиналар мәктәбендә уҡыта, үлемдарҙар камераһында ултырып сыға Плачинда С. Довженко, которого мы не знали / / Дивосвит 1994. — № 8.-С. 8-9
  11. 11,0 11,1 А. Марьямов. Довженко ЖЗЛ. — М.: Молодая гвардия, 1968. — С. 14-17, 66-68.
  12. РГВА. Ф. 772k, оп. 3, д. 196 (Довженко), л. 6.
  13. Там же. Л. 3.
  14. Там же. Л. 24.
  15. Сашко Доливец «История жизни»
  16. Из докладной записки за июнь 1946 года
  17. 17,0 17,1 Сергей Гавриленко. Статья о Довженко в энциклопедияи «Кругосвет»
  18. Белла Езерская. «Трагедия художника» «Вестник» 11(296) 29 мая 2002 г 2007 йыл 27 октябрь архивланған. ссылка проверена 2 января 2009
  19. Улица в Москве
  20. Улица в Киеве
  21. Саркисьян К.С., М.Ф. Ставницер. Улицы рассказывают. Очерки. Изд. 5-е, испр. и доп.. – Одесса, Маяк, 1976. - c. 241 - 243
  22. В Новой Каховке открыли памятник Александру Довженко
  23. М.Ковров. Довженко
  24. Энциклопедический словарь Кино. М. 1986. стр 126
  25. 1932 йылдан бащлап Довженко фильмдарына сценарийҙарҙы үҙе яҙа.