Эстәлеккә күсергә

Алихова Анна Епифановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алихова Анна Епифановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 13 июль 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) или 1902[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 30 июнь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) или 1989[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө археолог
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]

Анна Епифановна Алихова (Воеводская; 14 июль 1902 йыл, Мәскәү — 30 июнь 1989 йыл, Мәскәү) — совет археологы, тарих фәндәре кандидаты, СССР Фәндәр академияһының археология институты ғилми хеҙмәткәре, мордва этнографияһы һәм тарихы буйынса белгес[2][3].

1902 йылдың 14 июлендә Мәскәүҙә банк хеҙмәткәре һәм ҙур булмаған тегеү оҫтаханаһы хужаһы ғаиләһендә тыуған[4]. 1917 йылда, гимназияны тамамлап, Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә.

1922 йылдан билдәле археолог, антрополог, профессор. Б. С. Жуков етәкселегендә Университеттың антропология һәм этнография бүлеге экспедицияларында ҡатнаша. Ветлуга йылғаһы буйындағы Ветлуга ҡалаһын ялан тикшеренеүе шуларҙың береһе булып тора[4].

1930 йылда Мәскәү дәүләт университетының антропология кафедраһында уҡыуҙы экстерн булып тамамлай. Шунан һуң, 1934 йылға тиклем Мәскәү өлкә музейында эшләй. Һуңынан, 1934 −1935 йылдарҙа Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһының (МОГАИМК) Мәскәү секцияһында эшләй[4]. 1935—1938 йылдарҙа Дәүләт тарих музейында (ГИМ) ғилми хеҙмәткәрҙәр булып эшләй. 1938 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетына археология кафедраһы лаборанты вазифаһына күсә.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 1941 йылдан 1943 йыл буйынса Ташкентҡа эвакуациялана, бында урта мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй[5]. Мәскәүгә ҡайтҡас, 1943 йылда Матди мәҙәниәт тарихы институты (ИИМК) ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә.

1947 йылдан, «Мордовские могильники X—XIV веков» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап тарих фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алғас, СССР Фәндәр академияһының археология институтында башта кесе, артабан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Был ваҡытта Курск өлкәһенең бер нисә иртә тимер быуат ҡаласыҡтарын ҡаҙыу һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә башлай. 1950—1956 йылдарҙа Куйбышев археология экспедицияһы составында Куйбышев (хәҙерге Жигулев) ГЭС-ының һыу баҫҡан зонаһын тикшереү буйынса отряд менән етәкселек итә[4].

Һуңыраҡ Пенза районында Наровчат ауылы янында ҡаҙыныу эштәре алып бара, унда XIV быуатта Мохша ҡалаһы урынлашҡан була. 1960 йылдар аҙағында Анна Алисова Курск өлкәһендә яңы археологик ҡомартҡыларҙы тикшеренеүҙәрҙе яңырта.

1963 йылда пенсияға сыҡҡандан һуң да ғилми эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүен һәм тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарыуҙы дауам итә.

  • Ире Михаил Вацлавович Воеводский — билдәле совет археологы, тарих фәндәре кандидаты. 1948 йылдың 23 октябрендә вафат була[6].
  • Отчет о работе Деснинской экспедиции за 1948 г. // Архив Института археологии РАН.
  • Алихова А.Е. Авдеевское селище // Краткие сообщения Института истории материальной культуры. — 1951. — № XXXVIII.
  • Алихова А.Е. Особый тип сооружений на городище Кузина гора // Советская археология. — 1958. — № 3.
  • Алихова А.Е, М. Ф. Жиганов, П. Д. Степанова. Из древней и средневековой истории мордовского народа. — Саранск, 1959.
  • Алихова А.Е К вопросу о хронологии древних городищ Курского Посеймья // КСИИМК. — 1959. — № 77.
  • Алихова А.Е. Древние городища Курского Посеймья // Материалы и исследования по археологии СССР. — № 113.
  • Алихова А.Е. Лесостепные культуры скифского времени. — Москва, 1962.
  • Алихова А.Е. Моисеевское городище в период Киевской Руси // Краткие сообщения Института археологии. — Москва, 1962. — № 77.
  • Алихова А.Е. Авдеевское селище и могильник // МИА. — 1963. — № 108.
  • Алихова А.Е. Распад первобытнообщинных отношений и становление феодальных отношений у мордвы. Этногенез мордовского народа. — Саранск, 1965.
  • Алихова А.Е. Гончарные горны города Мохши-Наровчата // КСИА.. — Москва, 1969. — № 120.
  • Алихова А.Е. Постройки древнего города Мохши // Советская археология. — 1976. — № 4.
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #129297658 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Алихова Анна Епифановна. МАЭ РАН, Русское географическое общество.
  3. Алихова, Анна Епифановна.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Воронина Р. Ф. Анне Епифановне Алиховой 100 лет // Российская археология. — 2003. — № № 3. — С. 166—168.
  5. АННА ЕПИФАНОВНА АЛИХОВА (1902-1989). Дата обращения: 20 июнь 2020.
  6. Arthur Chubur. МИХАИЛ ВАЦЛАВОВИЧ ВОЕВОДСКИЙ: СТРАНИЦЫ БИОГРАФИИ (К 100-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ)/ Брянск, 2003.