Андреа Мантенья
Андреа Мантенья | |
итал. Andrea Mantegna | |
«Принесение во храм» картинаһында автопортет (ситтә уң яҡта) ҡатыны менән (ситтән һулда), 1465-1466, Берлин картиналар галереяһы | |
Исеме: |
Andrea Mantegna |
---|---|
Тыуған: | |
Тыуған урыны: |
Падуя провинцияһы, Италия |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: |
Мантуя, Италия |
Гражданлығы: | |
Жанр: | |
Уҡыған урыны: | |
Стиль: | |
Работы |
Андреа Мантенья (итал. Andrea Mantegna, 1431 йылдар тирәһе, Изола-ди-Картуро, хәҙерге Венето өлкәһе[1] — 13 сентябрь 1506 йыл, Мантуя) — иртә итальян Яңырыуының бөйөк рәссамы, һынлы сәнғәттең Падуя мәктәбе вөкиле. 1460 йылдан уның ижады Мантуя ҡалаһы менән бәйле була, шуға күрә уның фамилияһы ҡайһы ваҡыт «Мантуансы», йәки «Мантуя оҫтаһы» мәғәнәһендә аңлатыла. Рәссам шулай уҡ «Скварчоне» (уҡытыусының фамилияһы буйынса) һәм «Андреа да Падова» (Падуянан Андреа) исемдәре менән тарихи хроникаларҙа телгә алына. Экспрессив, ҡаты, графикаға яҡын рәсем сәнғәте манераһы уның ижадының үҙенсәлеге булып тора.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мантенья 1431 йылдар тирәһендә Венеция янында Италияның Изола-ди-Картура урынында балта оҫтаһы ғаиләһендә тыуа[2]. Дж. Вазари көтөүсе һөнәрен телгә ала, әммә был историографтың уйҙырмаһы була, шуның өҫтәүенә Падуя урынына ул Мантеньяның тыуған ҡалаһы тип Мантуяны атай[3]. Иртә йәштән Андреа үҙенән тыуған йортон ташлап китергә һәм үҙенең өлкән ағаһы Томмазоның матди ярҙамы өсөн, Падуяға күсенергә мәжбүр була, ағаһы был ҡалала тегенсе булып эшләй. Ағаһының үтенесе буйынса ун дүрт йәшлек малайҙы шулай уҡ тегенсе булып башлаған Падуя рәссамы Франческо Скварчоне уллыҡҡа ала.
1441—1445 йылдарҙа Андреа Мантеньяның исеме Падуя рәссамдарының гильдия ағзалары араһында барлыҡҡа килә. Ф. Скварчоне рәссам булыу ғына түгел, антиклыҡ менән мауыға, Греция буйлап сәйәхәт итә, Италияға боронғо грек скульптураһы фрагменттарын килтерә, антик тәңкәләр йыя, урындағы Изге Лука рәссамдары гильдияһына нигеҙ һалыусылар араһында була (Дж. Вазари Сәнғәт академияһын атай). Мантенья Скварчоне йоғонтоһо аҫтында боронғо тарих менән мауыға, латин телен өйрәнә башлай. Скварчоне үҙенең уҡыусыларын антик скульптураларҙың, неоаттик мәктәбе статуяларының гипс күсермәләренә төшөрөргә, билдәле рәссамдарҙың картиналары күсереп алыуҙы талап итә. Был «бәләкәй сәнғәт академияһы» була.
1447 йылда йәш Мантенья Скварчоне менән бергә өйрәнсек сифатында Венецияға юллана, ә инде киләһе йылда үҙенең тәүге үҙаллы эшен — Падуяла Санта-София сиркәүе өсөн полиптихын башҡара (һаҡламаған). 17 йәшендә Мантенья суд аша Скварчоненан бойондороҡһоҙ эшләү хоҡуғына өлгәшә. Рәссамдың Донателло уҡыусыһы Никколо Пиццоло менән берлектә Падуяның Эреметани сиркәүендә Оветари капеллаһы биҙәктәре (Cappella Ovetari) була (фрескаларҙың икенсе өлөшө Антонио Виварини һәм Джованни д’Аллеманьяға ышанып тапшырыла). Эштең иң башынан Мантеньяның өҫтөнлөгө күренә, сөнки был эштә уның индивидуаль стиле тулыһынса сағыла. Оветари капеллаһын биҙәү 1456 йылда тамамлана. Ул Мантеньяға лайыҡлы дан килтерә, һәм ул Мантуя хакимы герцог Лудовико III Гонзаганан батша һарайындағы рәссам булыуға саҡырыу ала[4][5].
1460 йылдан Мантенья Мантуяла батша һарайында рәссам була, өс Мантуя хакимынан — Гонзага нәҫеле вәкилдәренән оҙағыраҡ йәшәй, һәм һәр береһе өсөн мотлаҡ «замандың иң оҫтаһы» булып ҡала. 1454 йылда Венецияла Андреа Мантенья рәссам Якопо Беллиниҙың ҡыҙына өйләнә (һәм күренекле рәссамдар Джованни һәм Джентиле Беллиниҙың һеңлеһе). 1466—1467 йылдарҙа Мантенья Тосканаға, ә 1488—1490 йылдарҙа Римға килә, папа Иннокентия VIII үтенсе буйынса Ватикан Бельведеренда капеллаһын фрескалар менән биҙәй (XVIII быуатта емерелә)[6]. Мантенья сәнғәте үҫешенең яңы тенденциялары менән танышыу маҡсатында 1467 йылда Флоренцияға, ә 1468 йылда Пизаға ҡыҫҡа сәйәхәт ҡыла.
Мантенья 1506 йылдың 13 сентябрендә Мантуяла вафат була. Санта-Андреа базиликаһында ерләнә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мантеньяның ижады һәм уның үҙенсәлекле һынлы сәнғәт стиле төрлө сығанаҡтарҙан килеп сыға. Падуя быуат уртаһында ғалимлыҡ үҙәге була, үҙенең университеты менән дан тота, унда билдәле рәссамдар эшләй: Донателло, Якопо Беллини, Паоло Уччелло. Флорентия мәктәбенең, шул иҫәптән Донателлоның, йоғонтоһон һынап, Мантенья, үҙ сиратында, Флоренция һәм Венецияның һынлы сәнғәт мәктәптәренә йоғонто яһай.
Үҙенең уҡытыусыһы Скварчоненан ул антиклыҡҡа һәм Боронғо Рим тарихына һөйөү мираҫ итеп алып ҡала. Мантенья антик сәнғәт әҫәрҙәренең белгесе һәм йыйыусыһы булып китә. Археология, геометрия, классик архитектура һәм латин шиғриәте менән мауыға. «Боронғо Римдың көслө, намыҫлы һәм аяуһыҙ геройҙары, Тит Ливий һүрәтләгәнсә, уның идеалдары булған. Мантенья, тап ошо антиклыҡты тергеҙеүҙе күҙ уңында тотоп, үҙ-үҙен беренсе Рим рәссамы тип атай»[7]. Ул үҙенең һынлы сәнғәтендә Мазаччо традицияларына таяна, әммә Венеция мәктәбенең өлкән оҫталарында ҡабул ителгән кеүек, темпера рәсем сәнғәтенең сыҙамлыраҡ һәм «ҡатыраҡ» техникаһына өҫтөнлөк бирә.
1460 йылдан Мантуяның Гонзага хакимдары һарайында рәссам үҙ ваҡытының күп кенә күренекле кешеләре менән таныша. Тикшеренеүселәр билдәләүенсә, билдәле Камера дельи Спози (итал. Camera degli Sposi — «Брачный чертог»), йәки «Камера пикта» (итал. Camera picta — «Расписанная комната») —1465—1474 йылдарҙа Мантуяла Палаццо Дукалеҙа Мантенья фрескалары менән биҙәлгән бина, шул иҫәптән «тромплёй» стилендә перспектив алдаҡтарҙы ҡулланып, ул ваҡытта яңы классик ҡанун мәғәнәһен алған Л.Б. Альбертиҙың архитектура теорияһы принциптарына ҡаршы Мантенья тарафынан биҙәлә. 1474 йылда тамамланған Мантеньяның эше, итальян ренессансының иң күренекле ҡаҙаныштарының береһе була, ул рәссамға билдәлелек килтерә һәм Корреджонан алып Тьепооға тиклем артабанғы итальян рәссамдары өсөн һынлы сәнғәттә киңлек алымдарын ҡулланыуға яңы мөмкинлектәр аса[8].
1486 йылда Мантенья туғыҙ ҙур паннонан торған «Триумф Цезаря» циклы өҫтөндә эш башлай, уны Франческо Гонзага Мантуяла һарай театры стеналарын биҙәү өсөн заказ бирә. Уларҙы йыш ҡына фрескалар тип атайҙар, был ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки улар ҡаты, график манерала киндер буйынса «рим стилендә» төшөрөлгән. Шуға күрә уларҙы шартлы рәүештә, «ҡатырға» тип йөрөтәләр. Һәр береһе өс метр самаһы оҙонлоҡтағы ҙур киндер өҙлөкһөҙ таҫманы - утыҙ метрға яҡын оҙонлоҡтағы фризды тәшкил итә. Һәр береһендә тантаналы йөрөш һүрәтләнә: беҙҙең алда яугирҙәр, ҡолдар, әсирҙәр, аттар, филдәр үтә. Кешеләр ағымы уңдан һулға хәрәкәт итә — улар Галлия һуғышында алынған Цезарь трофейҙарын: штандарттарҙы, биҙәүестәрҙе, ҡоралдарҙы, ҡиммәтле һауыт-һабаларҙы алып бара.
Фигуралар натураль ҙурлыҡта тиерлек, бик түбән горизонттан, көслө ракурстарҙа төшөрөлгән (улар беҙҙең күҙҙәр кимәлендә торған һымаҡ), был уларҙың монументаллеген һәм һүрәтләнгән күренештәрҙең бөйөклөгөн көсәйтә. Был Рим триумфының йыйылма образы — Рим даны һәм хәрби батырлыҡ символы, — «Илаһи Юлийҙың» ғына түгел, шулай уҡ рәссамдың ҡарашы. Стиль ҡырыҫлығы шул тиклем ныҡ көсәйтелгән, шуға һүрәтләнгән фигуралар боронғо Рим рельефтарынан күсермәһе булып тойола. Икенсе яҡтан, Мантеньяның әҫәре Фидийҙың уҡыусылары менән Афина Акрополендәге Парфенондың скульптура фризына оҡшаш. Антиклыҡ менән ассоциациялар, бер үк ваҡытта графикалы һәм күләмле, ысынлап та скульптура фризын хәтерләткән форманың дөйөм трактовкаһын көсәйтә. Был әҫәр менән Төньяҡ Яңырыуының күренекле оҫтаһы Альбрехт Дюрер һоҡланған.
1629 йылда инглиз короле Карл I Мантеньяның шедеврын һатып ала, һәм күп кенә урындарҙы алмаштырғандан һуң, 1679 йылдан «ҡатырғалар» Хэмптон-Корт инглиз королдәренең ҡаланан ситтәге һарай баҡсаларының «Түбәнге Оранжерея»һында күрһәтелә[9]. 1598—1599 йылдарҙа Мантуяның баҡырҙа һәм кьяроскуро техникаһында ағаста гравёры Андреа Андреани рәссам, һүрәт төшөрөүсе һәм гравёр Бернардо Мальпицциның Мантенья оригиналдарынан һүрәттәре буйынса «Триумф Цезаря» циклының үҙ версияһын эшләй (туғыҙ япраҡ, дүрт таҡтала төҫлө кьяроскуро: ҡара контур һәм гризайль тибында өс тон; ҡайһы бер биттәр ҡулдан буялған). Шулай итеп, был әҫәрҙең өс версияһы бар: Хэмптон Кортеҙа урынлашҡан Мантеньяның оригиналдары, Мальпицци һүрәттәре һәм А.Андреани гравюралары (биҙҙәлгән биттәрҙең бер өлөшө Нью-Йорктың Метрополитен Музейы йыйынтығында)[10][11][12].
Мантеньяның әҫәрҙәре новаторҙарса була, хатта беҙҙең ваҡытта ла уларҙы барыһы ла ҡабул итмәй. Идеаллаштырыу пафосы, персонаждарҙы ҡаһарманлаштырыуҙың сәйер ҡаршылығы һәм деталдәрҙе һүрәтләгәндә ҡаты натурализм ситкә тайпылта. Мәҫәлән, И. В. Гете рәссамдың ижады тураһында былай тип яҙа, «унда беренсе ҡараштан уҡ хәл итеп булмаған ҡапма-ҡаршылыҡ һиҙелә... Мантенья стиль тип аталған ауырлыҡты еңеп сығырға, үҙ һындарын кәүҙәләнеше өсөн берҙәм норма булдырырға тырыша... Ләкин төрлө һындар һәм холоҡ-фиғелдәрҙе сағылдырғанда ул иң эскерһеҙ, иң шәхси тәбиғилеккә өлгәшә... Ике тәбиғи көс тә уның ижадында айырым түгел, ә тығыҙ үрелеп үткәрелә»[13]. Шундай ҡаршылыҡ өсөн Мантеньяны күп рәссамдар хөкөм итә. Бынан тыш, замандаштарының күп әҫәрҙәре менән сағыштырғанда, Мантеньяның һынлы сәнғәтендә образдарҙы ғәҙәти христиан идеаллаштырыу юҡ. Күрәһең уны боронғо тарих менән мауығыуы өсөн генә түгел, «мәжүси» тип юҡҡа ғына атамайҙар. Хатта библия һындарын һәм инжил персонаждарын Мантенья Рим саркофагтарының барельефтарына һәм триумфаль аркаларҙың статуяларына оҡшата. Яңы дәүерҙең сәнғәтендә ул «Философияла Боэций кеүек, беренсе генә түгел, шулай уҡ һуңғы римле» була[14]. Б. Р.Виппер Мантеньяның һүрәтләүҙә алымын «физиологик, натюрмортлы» тип атай.
Мәйеттәрҙе ярып ҡарауға тик махсус рөхсәт менән генә мөмкин булып, бындай штудияларға Папа Сикст IV тыйыуына ҡарамаҫтан, Мантенья Антонио дель Поллайоло артынан пластик анатомияны туранан-тура мәйеттәрҙә өйрәнә башлай.
Изгеләрҙе бысраҡ табан һәм ҡыҙғылт ҡуллы итеп һүрәтләүҙән тартынмаған «аяуһыҙ реализм» оҫтаһы фетнәсе Караваджонан күпкә элек, Анлреа Мантенья ла максималь дөрөҫлөккә ынтылып, үҙенең геройҙарының тән күркһеҙлеген йәшермәй. Әммә Мантеньяға яһалмалылыҡ, эмоцияларҙың артыҡ булыуы ят. Драматизмға ул йөҙҙәрҙең көсөргәнеше, ыҙа сигеүсе, имгәнгән материяны һүрәтләү, мәҫәлән, антик архитектураның ватыҡтары менән өлгәшә. Һәм был мәғәнәлә уның геройҙарының материаллеге архитектура һәйкәлдәре материаллегенән аҙ айырыла. Мантенья һүрәтләүендә кеше тәненең ташҡа оҡшауы осраҡлы түгел. Был айырым урта быуат материаллегенең өлөшләтә мәжүсилек, өлөшләтә христанлыҡҡа ҡайтыу. Мантеньянан һуң һүрәтләүгә был алымды «Падуя стиле» тип атайҙар.
Мантенья ижады Альбрехт Дюрер, М. Пахер, Ф. Франча ижадына йоғонто яһай.
-
Дева Мария Сабый һәм изге ғазап сигеүсе ҡатын менән.
-
Изге ғаилә Донъя Батшаһы менән. 1490-сы й.й. Пти-Пале, Париж
-
Дельи Спози Камераһында фреска. 1474. Мантуя
-
Марияның үлеме. 1462. Прадо музейы, Мадрид
-
Сан-Дзено алтары 1456—1459. Верона, Сан Дзено сиркәүе
-
Цезарь Триумфы. 1485—1488. Хэмптон-корт, Лондон
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Битва морских божеств. Ок. 1470. Резцовая гравюра на меди
- Мёртвый Христос. Ок. 1500. Пинакотека Брера, Милан
- Триумф Цезаря. Серия холстов. 1485—1488. Хэмптон-корт, Лондон
- Юдифь. Тушь, перо, кисть. 1491. Галерея Уффици, Флоренция.
- Шествие святого Иакова на казнь. Деталь фресок в капелле Оветари церкви Эремитани в Падуе. 1449—1455 (сохранилась частично)
- Святой Себастьян. 1470. Лувр, Париж
- Парнас. 1497. Лувр, Париж
- Росписи Камеры дельи Спози в Палаццо Дукале (Мантуя). 1465—1474
- Ecce Homo. 1500. Музей Жакмар-Андре, Париж
- Смерть Марии. 1462. Музей Прадо, Мадрид
- Алтарь Сан Дзено. 1456—1459. Верона, церковь Сан Дзено
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәссамға яңылыш Тарокки Мантеньяның күренекле кәрт колодаһын беркетәләр, был атама уның авторлығын кире ҡаҡҡандан һуң да һаҡлана.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В 1963 году городок переименован в честь художника в «Isola Mantegna»
- ↑ Dizionario Biografico degli Italiani. — Volume 69 (2007). — URL: https://www.treccani.it/enciclopedia/andrea-mantegna_%28Dizionario-Biografico%29/ Архивная копия от 17 апрель 2021 на Wayback Machine
- ↑ Вазари Дж. Жизнеописание Андреа Мантенья, мантуанского живописца // Жизнеописания наиболее знаменитых ваятелей и зодчих. СПб.: Азбука-Классика, 2004. — Т. 1. — С. 286 (примечание 1)
- ↑ В 1944 году капелла Оветари была разрушена прямым попаданием авиабомбы. В настоящее время сохранились лишь фрагменты росписи. Полностью цикл фресок можно увидеть только на старинных черно-белых фотографиях. — URL: https://affresco.livejournal.com/44469.html Архивная копия от 27 февраль 2018 на Wayback Machine
- ↑ В 1992—2003 годах с помощью компьютерных технологий с использованием подлинных обломков была проведена виртуальная реставрация утраченных фресок. — URL: http://www.museum.ru/N14688 Архивная копия от 15 сентябрь 2016 на Wayback Machine
- ↑ МАНТЕНЬЯ, АНДРЕА.Дата обращения: 9 марта 2015.Архивировано 2 апреля 2015 года.
- ↑ Власов В. Г. Стили в искусстве. В 3-х т. — СПб.: Кольна. Т. 3. — Словарь имен, 1997. — С. 22
- ↑ Лазарев В. Н. Мантенья // Лазарев В. Н. Старые итальянские мастера. — М.: Искусство, 1972. — С. 201—270
- ↑ Hampton Court Palace. — London, 1999. — P. 24
- ↑ Архивированная копия. Дата обращения: 28 февраля 2021.Архивировано 5 апреля 2022 года.
- ↑ Архивированная копия.Дата обращения: 28 февраля 2021.Архивировано 5 апреля 2022 года.
- ↑ Флекель М. И. От Маркантонио Раймонди до Остроумовой-Лебедевой. Очерки по истории и технике репродукционной гравюры XVI—XX веков. — М.: Искусство, 1987. — С. 68, 72 — Ил. № 45
- ↑ Гёте И. В. Собр. Соч. в 10 т. — М.: Художественная литература, 1975—1980. — Т. 10. — С. 241—249
- ↑ Власов В. Г. Стили в искусстве. В 3-х т. — СПб.: Кольна. Т. 3. — Словарь имен, 1997. — С. 22
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урыҫ телендә
- 3намеровская Т. П. Андреа Мантенья. — Л., 1961.
- Лазарев В. Н. Мантенья // Лазарев В. Н. Старые итальянские мастера. — М.: Искусство, 1972. — С. 201—270. — 662 с. — 20 000 экз. (в пер., кор.)
- Николаева Н. В. Андреа Мантенья. — М.: Искусство, 1980. — 128 с. — 50 000 экз. (обл., суперобл.)
- Рыков А. В. К вопросу об историческом значении искусства кватроченто (Боттичелли и Мантенья) // Искусствознание 2010. № 3-4. С. 219—243.
- Сит телдәрҙә
- Kristeller P., A. Mantegna, B. — Lpz., 1902.
- Fiocco G., Mantegna, Mil., 1937.
- Tietze-Conrat E., Mantegna, L., 1955.
- Paccagnini G., Andrea Mantegna, Mil., 1961.
- Janson, H.W., Janson, Anthony F.History of Art. Harry N. Abrams, Inc., Publishers. 6 edition. January 1, 2005. ISBN 0-13-182895-9
- Nicola Hodge and Libby Anson.The A-Z of ART. Carlton Books Limited:London,New York, Sidney, Toronto.1996. CN:3270.