Андреева Мария Андреевна (ғалим)
Андреева Мария Андреевна (ғалим) | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1924 |
Тыуған урыны |
Трифоново[d], Алишевское сельское поселение[d], Сосновка районы Силәбе өлкәһе |
Вафат булған көнө | 2005 |
Вафат булған урыны | Силәбе, Рәсәй |
Һөнәр төрө | гидролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | география фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Андреева Мария Андреевна (19 июль 1924 йыл — 15 июнь 2005 йыл) — ғалим-гидролог. География фәндәре докторы, профессор, Рәсәй тәбиғәт белеме академияһы академигы (2002).
Ер өҫтө һыуҙары гидрологияһы, синоптик, тыуған яҡты өйрәнеү һәм география методикаһы өлкәһендә 190-ға яҡын хеҙмәт, улар иҫәбендә дәреслектәр һәм монографиялар авторы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Андреевна Андреева 1924 йылдың 19 июлендә Силәбе өлкәһе Сосновка районының Трифоново ауылында тыуа.[2]
1942 йылда Силәбе педагогия училищеһын тамамлай, 1947 йылда — Силәбе педагогия институтының (хәҙер Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты) география факультетын тамамлай. 1947—1955 йылдарҙа география уҡытыусыһы, һуңынан Силәбелә 18-се мәктәптең завуч булып эшләй. 1955—1962 йылдарҙа педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү институтында география кабинеты мөдире була. 1962—1964 йылдарҙа Пермь дәүләт университетының ҡоро ер гидрологияһы кафедраһы аспиранты була[2]. 1964 йылда «Физико-географические особенности озёр Челябинской области и их хозяйственное использование» темаһына кандидатлыҡ диссертация яҡлай[3] һәм тыуған юғары уҡыу йортона эшкә ҡайта. 1974 йылда «Гидрологический режим озёр Среднего и Южного Урала и влияние на него атмосферной циркуляции» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4]
1974—2001 йылдарҙа Мария Андреева физик һәм иҡтисади география кафедраһы мөдире булып эшләй; 2002 йылдан Силәбе дәүләт педагогия университетының география һәм географияны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессор-консультанты була. Бер үк ваҡытта 1974—2000 йылдарҙа — Рус география йәмғиәтенең Силәбе бүлексәһе рәйесе, 1977—1987 йылдарҙа СССР Мәғариф министрлығының география буйынса ғилми-методик комиссияһы ағзаһы була. 1986 йылдан М.А. Андреева аспирантураны етәкләй, уның шәхси етәкселегендә туғыҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.
2005 йылдың 11 июнендә Силәбелә вафат була һәм шунда ерләнә[5]
2020 йылдың 9 сентябрендә Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университетының тәбиғи-технология факультетында (Бажов урамы, 48) Рус география йәмғиәтенең почетлы ағзаһы Мария Андреевна Андреева хөрмәтенә Рус география йәмғиәтенең иҫтәлекле таҡтаташын асыу тантанаһы уҙҙы. Ул бында 30 йылдан ашыу эшләне.[6]
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Хеҙмәт ветераны», «Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең ҙур иҫтәлекле миҙалы» миҙалдары, шулай уҡ юбилей наградалары менән бүләкләнгән
- «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «СССР-ҙың мәғариф отличнигы» һәм «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исемдәренә лайыҡ.
- «Рус география йәмғиәтенең почетлы ағзаһы» (1995).
- 2000 йылда үҙ эшмәкәрлегендә уңышҡа өлгәшкән өсөн Мария Андреева «Йыл ҡатын-ҡыҙы» тип Америка биография институтының Халыҡ-ара советы тарафынан донъяның 100 эшлекле һәм профессиональ ҡатын-ҡыҙы иҫәбендә тәҡдим ителә[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1924 йылда тыуғандар
- Сосновка районында (Силәбе өлкәһе) тыуғандар
- Силәбе өлкәһендә тыуғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Силәбелә вафат булғандар
- Силәбе дәүләт педагогия университетын тамамлаусылар
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- СССР мәғарифы отличниктары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- 1991 йылдан һуң Рус география йәмғиәте ағзалары
- Силәбе дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары
- География фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 11 июндә вафат булғандар
- 19 июлдә тыуғандар