Андреев Константин Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Андреев Константин Алексеевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 14 (26) март 1848
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Мәскәү ҡалаһы
Вафат булған көнө 29 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (73 йәш)
Вафат булған урыны Совет Рәсәйе, Крымская АССР[d], Севастополь
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө проективная геометрия[d], Математик анализ, Саф математика һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d]
Эш биреүсе М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты
Ойошма йәки клуб ағзаһы Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] һәм Харьков математика йәмғиәте[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты[d]
Commons-logo.svg Андреев Константин Алексеевич Викимилектә

Андреев Константин Алексеевич[2] (1848, Мәскәү — 1921, Севастополь янында)[3] — урыҫ математигы, Мәскәү университеты физика-математика факультетының атҡаҙанған профессоры һәм деканы, Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты.

Константин Андреевтың төп хеҙмәттәре математик анализ һәм проектив геометрия буйынса. Тарихи-биографик очерктар һәм геометрия буйынса дәреслектәр авторы.

Ҡыҫҡаса биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мещандарҙан. Бала саҡта күҙе йәрәхәтләнгәндән һуң күреү һәләтен өлөшләтә юғалта. 1860 йылда 3-сө Мәскәү гимназияһының 1-се класына бара һәм уны 1867 йылда алтын миҙал менән тамамлай. [4] 14 йәштән үк, үҙе уҡыу менән бер рәттән, репетитор һәм өй уҡытыусыһы сифатында педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

Мәскәү университетының физика-математика факультетының математика бүлегенә уҡырға инә (1867). 1870 йылда факультет тәҡдим иткән «О таблицах смертности» темаһына яҙылған беренсе ғилми хеҙмәте алтын миҙал менән билдәләнә. Мәскәү дәүләт университетын (1871) кандидат дәрәжәһе менән тамамлай һәм профессор дәрәжәһенә әҙерләү өсөн ике йылға факультетта ҡалдырыла[4].

Харьков университетына аналитик геометрияның дөйөм курсын уҡырға саҡырыла (1873), унда 1898 йылға тиклем эшләй. Харьков университетында «О геометрическом образовании плоских кривых» темаһына магистрлыҡ диссертацияһы яҡлай (1875). Мәскәү математик йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы итеп һайлана (1875). Сит илдә фәнни командировкала була. (1877—1878), Берлин, Гейдельберг, Париж университеттарында математиканы уҡытыуҙы өйрәнә[4]

1879 йылдың февралендә Мәскәү университетында «Построение плоских кривых по достаточному числу точек методом многозначных соответствий» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, шунан һуң Андреев Харьков университетының экстраординар (1885 йылдан — ординар) математика профессоры вазифаһына һайлана.

К. А. Андреев Харьков математик йәмғиәтен нигеҙләүселәрҙең береһе (1879) һәм уның рәйесе (1884—1899) булып тора.

1884 йылда К. А. Андреев Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты була (1884 йылдың 1 декабренән).

1898 йылда халыҡ мәғарифы министрының ҡарары буйынса Андреев Мәскәү университетының физика-математика факультетының саф математика кафедраһына ординар профессор вазифаһына тәғәйенләнә, шул уҡ йылда атҡаҙанған профессор исеме ала. Мәскәү Император университетының физика-математика факультеты деканы (1905—1911[5]). Профессор дисциплинар суд ағзаһы (1902 йылдан). Педагогия йәмғиәте рәйесе була.

Александр коммерция училищеһы директоры (1898—1907). Күпмелер ваҡыт Император Мәскәү техник училищеһында уҡыта (1899 йылдан). Николаев ҡатын-ҡыҙҙар коммерция училищеһы директоры (1904—1908).

1913 йылда ул сит илдә дауаланғандан һуң йәнә Мәскәү дәүләт университетында лекция уҡый башлай. Граждандар һуғышы ваҡытында Ҡырымға китә (1917), һәм шунда вафат була.

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • О таблицах смертности. Опыт теоретического исследования о законах смертности и составления таблиц смертности для России. — Москва, 1871. (Известия Московского Университета).
  • Вывод одного общего свойства многосторонников. — Москва, 1873. (Математический Сборник, т. 6).
  • О геометрическом образовании плоских кривых. — Харьков, 1875. (Известия Харьковского Университета).
  • О геометрических соответствиях в применении к вопросу о построении кривых линий. — Москва, 1879. (Математический Сборник, т. 9).
    • Изд. 2-е. — Москва: URSS, cop. 2015. — 166 с. — ISBN 978-5-9710-2545-0. — (Физико-математическое наследие: математика (геометрия)).
  • О построении поляр относительно плоских кривых линий. — Харьков, 1880. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 1 серия, вып. 1).
  • Об изложении начал проективной геометрии. — Харьков, 1881. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 1 серия, 1880 г., вып. 2).
  • Несколько слов по поводу теорем П. Л. Чебышева и В. Г. Имшенецкого об определенных интегралах от произведения функций. — Харьков, 1883. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 1 серия, 1882 г., вып. 2).
  • Некоторые обобщения в вопросе о разложении определенного интеграла по формуле, предложенной П. Л. Чебышевым. — Харьков, 1883. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 1 серия, 1883 г., вып. 1).
  • О многоугольниках Понселе. — Харьков, 1885. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 1 серия, 1884 г., вып. 2).
  • О разложении в ряд функции по функциям подобным функциям Лежандра. — С.-Петербург, 1885. (Записки Академии Наук).
  • Семиугольники Шретера. — Харьков, 1889. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 2 серия, т. 1).
  • К вопросу о конфигурациях. — Харьков, 1891. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 2 серия, т. 2).
  • Гомоциклическое изображение сферы на плоскость. — Харьков, 1893. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 2 серия, т. 3).
  • Комментарий к статье академика Имшенецкого о разыскании рациональных решений нелинейных дифференциальных уравнений. — Харьков, 1894, (Сообщения Харьковского Математического Общества, 2 серия, т. 4).
  • О разыскании рациональных частных интегралов линейных дифференциальных уравнений при помощи интегрирующего множителя. — Харьков, 1895. (Сообщения Харьковского Математического Общества, 2 серия, т. 4).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
  • Андреев К. А. Избранные работы / Вступ. статья и примеч. Д. З. Гордевского; [Харьк. гос. ун-т им. А. М. Горького. 1805—1955]. — Харьков: Изд-во Харьк. гос. ун-та, 1955. — 92 с., 1 л. портр.: черт.

К. А. Андреев В. Я Буняковский, Шале Мишель тураһында некрологик очерктар, шулай уҡ В. И. Имшенецкий, В. Я. Цингер тураһында биографик очерктар яҙа.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Архив по истории математики Мактьютор
  2. В книге: Волков В. А., Куликова М. В. «Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки». неверно указано отчество — Андреевич.
  3. Д. Ф. Егоров, «Константин Алексеевич Андреев (некролог)», Матем. сб., 31:3—4 (1924), 337—340
  4. 4,0 4,1 4,2 Императорский Московский университет, 2010, с. 24
  5. Покинул должность декана в знак солидарности с учёными, ушедшими из университета в 1911 году. Оставался преподавателем на факультете до 1917 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Андреев, Константин Алексеевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Волков В. А., Куликова М. В. Московские профессора XVIII — начала XX веков. Естественные и технические науки — М.: Янус-К; Московские учебники и картолитография, 2003. — 294 б. — 2 000 экз. — ISBN 5—8037—0164—5.
  • Гутнов Д. А. АНДРЕЕВ Константин Алексеевич // А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков Императорский Московский университет: 1755—1917 : энциклопедический словарь. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 24—25. — ISBN 978-5-8243-1429-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Андреев Константин Алексеевич (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 2 ноября 2017.дреев Константин Алексеевич (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения 2 ноября 2017.