Арцыбашев Василий Петрович
Арцыбашев Василий Петрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1857 |
Тыуған урыны | Старооскольский уезд[d], Курск губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 (15) май 1917 |
Вафат булған урыны | Өфө, Өфө губернаһы, Өфө өйәҙе, Рәсәй империяһы[1] |
Ерләнгән урыны | Сергиевское кладбище (Уфа)[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Арцыбашев Василий Петрович Викимилектә |
Арцыбашев Василий Петрович (һирәк — Арцибушев[2] йәки Арцыбушев; 1857, Курск губернаһы — 2 [15] май 1917, Өфө ҡалаһы) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнаша (XIX быуаттың 70-се йылдарынан). РСДРП ағзаһы, большевик. Партия мөхитендә уның ҡушаматы «Урал Марксы»[3]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Василий Петрович Арцыбашев 1857 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1854 йыл)да Курск губернаһының Старооскольский өйәҙендә алпауыт ғаиләһендә тыуған. Орел хәрби гимназияһын тамамлай. Атаһы вафат булғандан һуң, мираҫҡа имениеның өлөшөн ала, ерҙе крәҫтиәндәргә тапшыра.
П. Заичневскийҙың яҡын дуҫы һәм шәкерте була, уның якобин ҡараштарын уртаҡлаша. 1878 йылда йәшерен полиция эҙәрлекләй ҡулға алына һәм Петропавловский ҡәлғәһенә ултыртыла, һуңғараҡ 1880 йылдың 18 июлендә Саха өлкәһенең Верхоянскҡа һөргөнгә ебәрелә. 1882 йылда башҡа алты һөргөнсө менән ҡасырға маташа, ул уңышһыҙ тамамландыүүа. 1885 йылда срогы тамамланғас, Курск ҡалаһында, 1888 йылдан — Орёл ҡалаһында йәшәй, бында 1889 йылда Заичневский эше буйынса ҡулға алына. 1890 йылдың 22 авгусында дүрт йылда һөргөнгә ҡабаттан Себергә Енисей губернаһының Тасеево ауылына ебәрелә. Андрей Ванеев һәм Петр Красиков йоғонтоһо аҫтында 1892 йылдан әүҙем марксизм яҡлы була, социал-демократтар сафына инә. 1894 йылда башта Красноярскиға, аҙаҡтан Енисейскҡа күсеп килә, йәштәр түңәрәге ойоштора, унда шәхси Масркстың «Капитал»ын уҡый
1900 йылда Петербургҡа килә, социал-демократтар эшендә әүҙем ҡатнаша. 1901 йылдың мартында уны тағы ҡулға алалар һәм Һарытауға ебәрелә, ошонан һуңынан Һамарға күсә. 1902 йылдың ғинуарында осҡон хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһендә ҡатнаша, «Осҡон ойошмаһына» инә, Көнсығышта эшләй. 1903 йылдың 29 апрелендә төнгә ҡарай уны жандармдар ҡулға ала. Һуңыраҡ большевиктарға ҡушыла.
Олга буйы социал-демократтар ойошмаһының өлкә ойошмаһы бюроһында ҡатнаша. РСДРП Һамар комитетын ойоштороусыларының береһе һәм уның ағзаларының береһе булып тора. РСДРП ҮК Көнсығыш бюроһының ағзаһы. 1905 йылда Өфөлә һәм Һамарҙа йәшәгән дәүерендә черносотенлылар Һөжүменә дусар була һәм саҡ ҡотола.
1907 йылда йәнә ҡулға алына, һәм ике йылға Архангельск губернаһына ебәрелә, унан Өфөгә ҡайтып, партия эшен дауам итә. 1908 йылда Парижға Бөтә Рәсәй конференцияһына делегат итеп һайлана (большевиктар), әммә 19 декабрҙә Мәскәүҙә юлда ҡулға алына[4]. 1916 йылда Өфөлә хәрби-сәнәғәт комитетының эшсе төркөмөнә инә.
«Молодая Россия» революцион гәзитен ойоштороусыларҙың береһе. Тасеево ауылы тураһында «Себер ауылдары береһенең тарихы тураһында» очеркының авторы, ул икенсе һөргөн дәүерендә урындағы иҡтисади көнкүреште өйрәнеүҙең һөҙөмтәһе булып «Натуральное хозяйство в Сибири» исеме аҫтында айырым китап булып сыға.
Һамар ҡалаһында уға скульптор Александр Головин эшләгән һәйкәл ҡуйылған ( Красноармейск һәм уның хөрмәтенә аталған Арцыбушевская урамдары киҫелешендә)[5].
1917 йылдың 2 майында сабыртмалы тифтан вафат була. Өфөнөң Сергиев зыяратында ерләнгән. 1917 йылдың 7 майында Өфө РСДРП комитеты ҡарары менән уның ҡәберенә һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәл дәүләт һаҡлауы аҫтына алынған[3][6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Арцыбашев Василий Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Арцибушев Василий Петрович // Революционеры.
- ↑ 3,0 3,1 Уральский Маркс . Интернет-газета «БАШвестЪ» (14 май 2008). Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.
- ↑ Арцыбашев Василий Петрович — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Памятник Василию Арцыбушеву . Самарские монументы (12 ғинуар 2009). Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.
- ↑ Сергиевское кладбище . Дата обращения: 21 декабрь 2009. Архивировано 16 июнь 2012 года.