Эстәлеккә күсергә

Тимер Арыҫлан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Арыҫланов Тимер Гәрәй улы битенән йүнәлтелде)
Тимер Арыҫлан
Исеме:

Арыҫланов Тимер Гәрәй улы

Тыуған көнө:

1 май 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Кәкребаш ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы[1]

Вафат булған көнө:

19 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (64 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы →
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Жанр:

Сатира һәм юмор

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Башҡорт

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1945

Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 1 май 1915 йыл19 март 1980 йыл) — башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.

Тимер Гәрәй улы Арыҫланов (Тимер Арслан; Тимер Арыҫлан) 1915 йылдың 1 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш ауылында[1] тыуған.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған (1951). 1946—64 йылдарҙа (өҙөклөктәр м‑н) Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыта. «Беҙҙең йәшлек» (1938) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 20 быуаттың 30‑сы йылдары йәштәренең хеҙмәт дәртен маҡтап йырлай. «Окоптар төбөнән» (1944), «Тауҙар йырлай» (1950) шиғырҙар һәм поэмалар китаптары совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған. Башҡ. нефтселәренең хеҙмәт батырлыҡтары хаҡындағы «Башҡортостан егете» (1949), «Тау ҡыҙы» (1949) поэмалары башҡ. поэзияһында оло ваҡиға була. «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1964), «Йәшәһен ир» (1968), «Ҡунаҡ булып кил, әсәйем» (1972) һ. б. сатирик һәм юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы.

  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал (16.08.1945)[2]
  • Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1965;
  • Өс ут араһында. — Өфө, 1975;
  • И смех, и грех: стихи. — Уфа, 1970.
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостандың Туймазы районы.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Харисов Ә. И. Әҙәби күренеш­тәр. Өфө, 1963.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 33 с. ISBN 5-295-02294-3.