Эстәлеккә күсергә

Асия

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Асия — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Асия исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе дауалаусы, тынысландырыусы тигәнде аңлата[1].

Нафиҡова Асия Закуан ҡыҙы (9 октябрь 1932 йыл — 4 февраль 1995 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1972) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).

Смаҡова Асия Вәфир ҡыҙы (28 август 1947 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы (3 июль 1952 йыл) — ғалим-ветеринар врач, профессор, биология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004.

Юнысова Асия Шәйехриза ҡыҙы — журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районының Ҡыҙылъяр ауылы ҡыҙы.

Асия бинт Муза́хим (ғәр. آسيا بنت مزاحم‎‎) — Муса пәйғәмбәр осоронда хакимлыҡ итеүсе Фараондың ҡатыны. Мосолмандар тарафынан бөйөк ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булараҡ хөрмәт ителә.

Асия (мәсет) — Өфө ҡалаһының Калинин районында Максимовка ауылында төҙөлгән мәсет.

Асия — Япониялағы ҡала.

Асия — Японияла, Фукуока префектураһының Онга өйәҙендә урынлашҡан ҡасаба.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ