Эстәлеккә күсергә

Әхмәҙиә мәҙрәсәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ахмадия (медресе) битенән йүнәлтелде)
Мәҙрәсә
Әхмәҙиә
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Республика Башҡортостан Башҡортостан
Ауыл Лаҡлы
йүнәлеш, мәктәп сөннәт, хәнәфи
Мәсет Лаклы ауылы мәсете

«Әхмәҙиә» мәҙрәсәһе — Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лаҡлы ауылында XIXXX быуаттың тәүге ун йыллығында эшләгән урта уҡыу йорто.

Мәҙрәсә XIX быуатта Златоуст өйәҙенең Лаҡлы ауылы мәсете ҡарамағында асыла.

ХХ быуат башында мәҙрәсә бер нисә йортта урынлаша: ике залда мәсет, бер нисә уҡыу йорто, пансионат, аш бүлмәһе һәм башҡа ярҙамсы хужалыҡ бүлмәләре була.

Документтар Лаҡлы мәҙрәсәһенең бөтә Златоуст өйәҙе башҡорттарын хеҙмәтләндереүен раҫлай. Бында Нәсибаш, Түбәнге Ҡыйғы, 2-се Әйле, Балаҡатай, Оло Ҡошсо улустары, Тырнаҡлы улусының күпселек өлөштәре ингән. Дыуан-Мәсетле, Мырҙалар һәм Тырнаҡлы улусының өс ауылы — Арый ауылы мәҙрәсәһенә ҡарай.

1912 йылда урындағы хәкимиәт тарафынан Әхмәҙиә мәҙрәсәһе эргәһендәге хәйриә ойошмаһының уставы кире ҡағыла[1].

Совет заманында мәҙрәсә йортонда «крәҫтиән йәштәре мәктәбе» ойошторола. Бындай мәктәптәр Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантонында икәү була. Һуңынан 7 йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә.

1968 йылда ауыл мәсете йорто «архитектура ҡомартҡыһы» итеп таныла.

Әхмәҙиә мәҙрәсәһенең уҡытыу программаһы Троицк, Ҡазан һәм Ырымбур ҡалаларындағы ошондай уҡ уҡыу йорттарының программаларына оҡшаш була[2].

Әгәр 1908 йылға тиклем Лаҡлы мәҙрәсәһендә белем алыу 4 йыл булһа, яңы уҡыу бинаһы сафҡа ингәс 7 йыл була. «Әхмәҙиә» мәҙрәсәһендә белем алыу ике баҫҡыстан тора: беренсе баҫҡыс — мәктәптә йә урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡыу — 4 йыл, ә икенсе баҫҡыс — айырым кластарҙа уҡыу (шәкерттәр өс төркөмгә бүленгән). Икенсе баҫҡыста уҡыусы шәкерттәр мәҙрәсәнең пансионатында йәшәгән[2].

  • Әхмәтсафа Баһауетдинов (мөҙәрис);
  • Шакирйән Ғәбделвәлиев;
  • Мәхмүтйән Солтангәрәев;
  • Рәхимғол Ғәбделвәлиев;
  • Мөхәмәтсадыҡгәрәй Сәйфитдияров.
  1. Көньяҡ Урал һәм Урал алды мәҙрәсәләре: тарих һәм заман: Хрестоматия / төҙөүсе. Т. М. Аминов. — Уфа: БГПУ нәшриәт, 2010. — С. 226. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
  2. 2,0 2,1 Зинуров Г., Бадретдинов С. Ахмедсафа Багаутдин и медресе «Ахмадия» // Ватандаш. — 2008. — № 8. — С. 180—194. — ISSN 1683-3554.
  • Көньяҡ Урал һәм Урал алды мәҙрәсәләре: тарих һәм заман: Хрестоматия / төҙөүсе Т. М. Аминов. — Өфө: БГПУ нәшриәте, 2010. — 429 с. — ISBN 978-5-87978-659-0.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — М.: Логос, 2007. — 95 с. — ISBN 978-5-98704-224-0.